Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы

Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (2 ноябрь 1895 йыл8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы
Тыуған көнө

2 ноябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Мерәҫ ауылы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы)

Вафат булған көнө

8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (42 йәш)

Вафат булған урыны

Коми АССР‑ы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан автономияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

дәүләт эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин 1895 йылдың 2 ноябрендә Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе [1] Мерәҫ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

Мерәҫ — башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Сәғит Мерәҫов йәшәгән ауыл.

Атаһы вафат булғас, Кәрим тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күрә, байҙарҙа мал көтә, ялланып эшләй. Отҡор үҫмерҙе Сәғит Мерәҫов күреп ҡала һәм мәктәпкә уҡырға урынлаштыра.

1912 йылда Кәрим Иҙелғужин Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында ул алгебра, геометрия, физика, химия, тарих, география, педагогика, рус телен өйрәнә, шәкерттәрҙең төрлө түңәрәктәрендә ҡатнаша.

1915 йылда Кәрим Иҙелғужин әрмегә алынып, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Октябрь революцияһын окопта ҡаршылай, 1917 йылдың октябрь аҙаҡтарында тыуған ауылына ҡайта. Бында ул ауыл Советы сәркәтибе була, 1918 йылдың авгусында Ырымбурҙа сыҡҡан «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитенең сәркәтибе булып эшләй, шунан атлы дивизия писары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡас, Кәрим Иҙелғужин армия частарын тулыландырыу өсөн башҡорттарҙан доброволецтар йыйыу комиссияһы рәйесе була, 1919 йылдың авгусында Тамъян-Катай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.

Был осорҙа Башҡортостанда сәйәси хәл бик ҡатмарлы була. Берәүҙәр Башҡортостан автономияһын яҡлап көрәшә, икенселәр уға ҡаршы сығыш яһай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шул ваҡытта баш күтәреүселәр менән һөйләшеү өсөн Темәскә делегация ебәрелә. Уның составында К. А. Иҙелғужин да була.

Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К. А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, Туҡ-Соран кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.

1924 йылдың баштарында К. А. Иҙелғужин Мәскәүҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайтҡас, Арғаяш кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. 1925 йылда ул «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә — гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проблемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.

1928 йылда Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Илдә һәм республикала дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреүҙе индерергә әҙерлек башлана. Әммә бының өсөн кәрәкле шарттар етерлек түгел. Уҡытыусылар аҙ, мәктәп биналары насар. Мәғариф Халыҡ Комиссариатынан, уның урындағы органдарынан уҡытыусылар әҙерләү, мәктәп биналары табыу буйынса ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап ителә. Яңы педагогия техникумдары, уларҙың эргәһендә педагогик курстар асыла, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороу саралары күрелә. Был айырыуса ауыр һәм мөһим бурыстарҙы үтәүҙә мәғариф халыҡ комиссары күп көс түгә.

19311934 йылдарҙа К. А. Иҙелғужин Ленинградта ғилми-тикшеренеү педагогия институты аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педагогика институтын ойоштороу һәм асыу эшенә тотона, уның директор урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара.

Шулай ҙа нығый барған Совет власы элекке дошмандарын тыныс ҡалдырмай. 1936 йылдың сентябрендә К. А. Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. 1937 йылдың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла: атырға! Кәрим Абдулла улы Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә Коми АССР‑ында урынлашҡа төрмәләрҙең береһендә өҙөлә.

1956 йылдың июнендә Башҡортостан Юғары суды президиумы ултырышы К. А. Иҙелғужинға билдәләнгән нигеҙһеҙ ғәйепләүҙе ғәмәлдән сығара, ул аҡланып, яҡты исеме яңынан тарихҡа ҡайта.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Октябрь революцияһы башҡорт крәҫтиәндәренә ни бирҙе. — Өфө, 1925;
  • Башҡорт хәрәкәттәре. 1917—1919 йылдар. — Өфө, 1926.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009;
  • Давлетшин Р. А. Башкирское национально-освободительное движение в лицах: К. А. Идельгужин //История края и судьбы людей: тез. докл. и сообщ. второй науч.‑краеведч. конф. Уфа, 1994.

Һылтанмалар үҙгәртергә