Йорт ишәге
Йорт ишәге
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Отряд: Йомро тояҡлылар
Ғаилә: Ат һымаҡтар
Ырыу: Аттар
Төр: Африка ишәге
Суб-төр: Йорт ишәге
Латинса исеме
Equus asinus asinus
NCBI 83772

Йорт ишәге (рус. домашний осёл, (лат. Equus asinus[1][2], йәки Equus africanus asinus[3]) — йомро тояҡлы, оҙон ҡолаҡлы, көлһыу төҫтәге, ат һымағыраҡ бәләкәй кәүҙәле эш хайуаны[4]. Африка ишәгенең (Equus asinus) ҡулға эйәләштерелгән төрө. Кешелек тарихында ҙур роль уйнай.

Ишәк эш хайуаны булараҡ кәм тигәндә 5000 йыл ҡулланыла. Беренсе ишәктәр, фараз буйынса, Мысырҙа йәки Месопотамияла[5][6] беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3000 йылда ҡулға эйәләштерелә һәм бөтә донъяға таралған. Бөтә йорт ишәктәре Африка ишәктәренә ҡарай, шул уҡ ваҡытта ҡоландарҙы (Азия ишәктәрен) ҡулға эйәләштерергә тырышыу һәр саҡ уңышһыҙ тамамлана.

Йортлаштырылған төрҙәр һаны арта бара, ә Африка ҡырағай ишәктәре юғалыу хәүефе янаған төр булып тора.

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Йорт ишәктәре йышыраҡ яҙ һәм йәй башында үрсей, әммә уның аныҡ ваҡыты юҡ. Йышыраҡ бер ҡолоно тыуа, һирәкләп игеҙ[7]. Игеҙәктәр яҡынса 1,7 % осраҡта тыуа; ике бала ла яҡынса 14 % осраҡта иҫән ҡала.[8]. 11 айҙан 14 айға тиклем дауам иткән йөклөлөк нормаль тип һанала[7][9]. Ишәк балаһы һөт менән 6 — 9 айға тиклем туҡлана, тыуғандан һуң ике аҙна үткәс, үлән ашай башлай.

Ике йәшенә тулыһынса үҫешә һәм уны аҡрынлап эшкә өйрәтә башлайҙар. Өс йәшендә ишәктәр бик ауыр булмаған эште даими башҡара ала. Йөк һалып иртә ҡулланыу арҡаһында йәш хайуандың арҡаһы бөгөлөүе ихтимал.

Иң ярлы илдәрҙә эш ишәктәре 12 йылдан 15 йылға тиклем йәшәй[10], ә үҫешкән илдәрҙә уларҙың ғүмер оҙонлоғо 30 йылдан 50 йылға тиклем тәшкил итеүе мөмкин[7].

Тоҡомона ҡарап ишәктәрҙең бейеклеге 90 — 163 см булыуы мөмкин, тоҡомло ишәктәрҙең бейеклеге пони ҙурлығынан алып ат ҙурлығына тиклем үҙгәрергә мөмкин. Пуатус (140—155 см) һәм каталон (135—163 см) тоҡомдары вәкилдәре иң эреләре тип иҫәпләнә. Өлкән хайуандарҙың ауырлығы — 200 килограмдан алып 400 килограмға тиклем.

Ишәктә 31 пар хромосома бар. Пульсы минутына 45 — 55 тапҡыр һуға. Минутына 10 — 15 тапҡыр тын ала. Тән температураһы — 37,5 — 38,5 °C. Ишәктәрҙә биш кенә умыртҡа һөйәге була (атта — алты).

Ишәктәр сүллектәргә яраҡлаштырылған. Ҡырағай аттарҙан айырмалы рәүештә, ҡоро урындарҙа ҡырағай ишәктәр яңғыҙ йәшәү рәүеше алып бара һәм гарем барлыҡҡа килтермәй. Һәр өлкән ишәктең йәшәү урыны була; ҙур майҙанда бер төркөм менән үрсей ала[11]. Ишәктең көслө тауышы, ғәҙәттә, егерме секунд дауам итә[12][13]. Уны өс километрға ашыу арала ишетергә мөмкин. Көслө тауышы сүллектәрҙә башҡа ишәктәр менән бәйләнеш торорға ярҙам итә[14]. Ишәктең ҙур ҡолаҡтары алыҫтан ишетергә йәки ҡанын һыуытырға ярҙам итә[15]. Улар һаҡланғанда тешләй, сапсый һәм тибә.

Ишәк аҙыҡ-түлек, һыу етмәүгә күпкә түҙеүле. Ул үлән һәм ҡыуаҡлыҡтар менән туҡлана. Был хайуандар дымлылыҡты яратмай һәм ҡышын ҡоро бүлмәлә тоторға кәрәк, йыш ҡына уларҙың тояҡтары дымлылыҡтан яфалана, дымлы климат шарттарында уларға айырым хәстәрлек талап ителә[16].

Ишәктәр тиҫкәрелеге менән билдәле. Уларҙа үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһо аттарға ҡарағанда күпкә көслөрәк. Ишәктәр үҙҙәренең физик мөмкинлектәренең сиген аңлай һәм хәлдән тайғансы эшләргә риза түгел[17]. Әгәр кеше ишәктәрҙең ышанысын яулай алһа, ышаныслы партнер була ала[18]. Уларҙың тәртибе һәм интеллекты буйынса тикшеренеүҙәр ярайһы уҡ аҙ булһа ла, ишәктәр ярайһы уҡ аҡыллы, өйрәнергә ынтыла[19].

Ҡулға эйәләштереү үҙгәртергә

Ишәктәр аттар менән сағыштырғанда күпкә иртәрәк ҡулға эйәләштерелгәндәр. Б. э. т. 4000 йыл элек Нил дельтаһы буйында ҡулға эйәләштерелгән ишәктәрҙе ҡулланғандар. Улар — боронғо кеше йөк ташыу өсөн ҡулланған тәүге хайуандар. Беҙҙең эраға тиклем XL быуат тирәһендә Нил дельтаһында өйрәтелгән Нубия ишәктәре аҫырала. Месопотамияла ҡырағай ишәктәрҙе ҡулға һуңғараҡ эйәләштерәләр. Европаға антик дәүерҙә килтерәләр. Этрусктарҙа Кесе Азия сығышлы ишәктәр булыуы билдәле, ә Грецияға б.э.т. 1000 йылдар тирәһендә килтерелә.

Тәүҙә ишәктәр һыбай йөрөү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланылған, ләкин уларҙы аттар алмаштырылған, сөнки атар йылдамыраҡ һәм көслөрәк. Шул ваҡыттан алып боронғо мәҙәниәттәрҙә ишәктәргә мәғлүмәттәр күренмәй. Ишәккә йөк артмаҡлау менән сикләнә башлағандар. Был осраҡта ишәктең аттан өҫтөнлөгө бар, сөнки ул һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ оҙаҡ ваҡыт түҙә ла. Йөктәрҙең ауырлығы хайуандың тере ауырлығының өстән ике өлөшөнә тиклем барып етергә мөмкин, ә айырым осраҡтарҙа унан артып китә. Көн тәртибе дөрөҫ булғанда һәм бер тапҡыр ашатҡанда, ишәк 8 — 10 сәғәт эшләй ала.

Ҡайһы берҙә ишәктәрҙе ит, һөт һәм күн өсөн ҡулланғандар. Урта быуаттарҙа ишәк тиреһе пергамент һәм барабан эшләү өсөн иң ҡулайлыһы тип һаналған. Альп тауҙарынан төньяҡтараҡ ишәктәр римлеләр заманынан ғына осрай башлаған[20].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡалып:ASM MDD
  2. Gentry A., Clutton-Brock J., Groves C. P. The naming of wild animal species and their domestic derivatives (инг.) // Journal of Archaeological Scienceruen. — 2004. — В. 5. — Т. 31. — С. 645—651. — ISSN 0305-4403. — DOI:10.1016/j.jas.2003.10.006 Архивировано из первоисточника 20 июль 2021.
  3. Берон П. Загадки зоогеографии. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2018. — С. 51. — 207 с. — ISBN 978-5-6040241-7-1.
  4. Толковый словарь современного башкирского литературного языка (под ред. З. Г. Ураксина, 2005)
  5. Nowak, Ronald M. Walker's Mammals of the World (билдәһеҙ). — 6th. — Baltimore: Johns Hopkins University Press, 1999. — ISBN 978-0-8018-5789-8.
  6. Rossel S, Marshall F et al. "Domestication of the donkey: Timing, processes, and indicators." PNAS 105(10):3715-3720. March 11, 2008. Abstract Архивная копия от 7 июнь 2008 на Wayback Machine
  7. 7,0 7,1 7,2 The Donkey. Government of Alberta: Agriculture and Rural Development (1990). Дата обращения: 1 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 16 ноябрь 2012 года.
  8. Twins and Donkeys. Rams Horn Studio. Дата обращения: 4 май 2015. Архивировано 26 ғинуар 2015 года.
  9. Sewell, Sybil E. "Foaling out the Donkey Jennet, " Alberta Donkey and Mule.com. Web page accessed March 4, 2008. Дата обращения: 20 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 25 август 2015 года.
  10. The Donkey - Description and Diagram 2012 йыл 25 октябрь архивланған. The Donkey Society of New South Wales. Retrieved February 2012.
  11. French, Jane (1997) "Social Behaviour", in Elisabeth Svendsen (ed.), The professional handbook of the donkey, 3rd edition. London: Whittet Books. ISBN 978-1-873580-37-0. pp.127–165.
  12. EA Canacoo; FK Avornyo Daytime activities of donkeys at range in the coastal savanna of Ghana (инг.) // Applied Animal Behaviour Science : journal. — 1998. — Т. 60. — № 2—3. — С. 229—234. — DOI:10.1016/S0168-1591(98)00167-1
  13. G Whitehead; J French; P Ikin Welfare and veterinary care of donkeys (инг.) // In Practice (инг.)баш. : journal. — 1991.
  14. Adaption of Donkeys. BioWeb. Дата обращения: 4 май 2015. Архивировано 22 май 2015 года.
  15. Donkey Facts. Mike's Donkeys. Дата обращения: 4 май 2015. Архивировано из оригинала 19 май 2015 года.
  16. Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  17. ABC.net.au. ABC.net.au. Дата обращения: 1 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 12 август 2010 года.
  18. Training Donkeys. Harts Horsemanship. Дата обращения: 4 май 2015. Архивировано 1 июнь 2015 года.
  19. World, Livestock Of The About Donkeys | Breeds of Donkeys. www.livestockoftheworld.com. Дата обращения: 23 ғинуар 2017. Архивировано 2 февраль 2017 года.
  20. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

ru:Лошади (виды и подвиды)