Ишембай районы (1937—1940)

Ишембай районы — Башҡорт АССР-ында 1937 йылдың 20 мартында ойошторола һәм 1940 йылдың 10 февралендә бөтөрөлә.

Ишимбайский район
Ишембай районы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

3 ауыл советы

Административ үҙәк

Ишембай ҡасабаһы

Барлыҡҡа килеүе

1937

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары нигеҙендә[1] Башҡортостанда 6 район ойошторола: Байҡыбаш, Воскресенск, Ишембай, Ҡандра, Матрай һәм Покровка райондары[2].

Ишембай районына Маҡар районы (Көҫәпҡол ауыл советы, Байғужа ауыл советы (Ишембай районы) һәм Стәрлетамаҡ районынан айырылған Науым ауыл советының ерҙәре күсә. Яңы район үҙәге булып Ишембай эшселәр ҡасабаһы билдәләнә.

1936 йылда, беренсе саҡырылыш һайлауҙары үткәс, БАССР Юғары Советына Ишембай районынан ике кеше һайлана: Аллағыуат округынан Андрианов Семён Михайлович һәм Ишембай округынан Астафьев Константин Иванович.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 10 февралендәге «Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү һәм Ишембай эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү тураһындағы» Указы нигеҙендә Ишембай районы бөтөрөлә[2], Ишембай эшселәр ҡасабаһы республика ҡарамағындағы ҡалаға, Көҫәпҡол яңы ҡаланың бер биҫтәһенә әйләнә, район территорияһы элекке администрация идаралығына күсә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә