Ихтыяр азатлығы (грек. τὸ αὐτεξούσιον йәки τὸ ἐφ᾽ ἡμῖν; лат. liberum arbitrium) — кешенең айырым шарттарға ҡарамай һайлау мөмкинлеге булыуы. Был шарттар тип кешенең үҙенән тормаған, тышҡы шарттар (көс ҡулланыу, мәжбүр итеү, бүләкләү һ.б.) һәм эске шарттар (кешенең инстинкттары, симпатия һәм антипатия, тиҫкәре мөнәсәбәт) күҙ уңында тотола. Философияла элекке ваҡыттан алып, ихтыяр азатлығы (ихтыяр ирке), уның булыуы-булмауы, билдәләмәһе һәм тәбиғәте тураһында, бәхәс бара . Был мәьсәлә буйынса ике ҡапма-ҡаршы позиция бар:

  • метафизик либертарианизм — детерминизм (рус.  учение о закономерности и причинной обусловленности всех событий и явлений) ҡотолғоһоҙ түгел, ихтыяр азатлығы бар һәм, кәм тигәндә, уның булыуы мөмкин.
  • ҡәтғи детерминизм — детерминизм ҡотолғоһоҙ һәм ихтыяр азатлығының булыуы мөмкин түгел .
Ихтыяр азатлығы
 Ихтыяр азатлығы Викимилектә
Ихтияр азатлығына мөнәсәбәт буйынса мөһимерәк фәлсәфәүи позициялар таксономияһы

Был ике ҡараш та, әгәр детерминизм ихтыяр азатлығы менән тап килмәй тип раҫлаһа- инкомпатибилистик позиция. Әгәр был мәсьәләлә детерминизм роле инҡар ителһә, был позициялар компатибилистик тип атала.

Ихтыяр азатлығы принцибының дин, этика һәм фән өсөн әһәмиәткә эйә булған дауамы була. Мәҫәлән, диндә ихтыяр азатлығы кешенең теләктәре һәм һайлауы Хоҙай ҡарамағы менән бергә йәшәп килгәнде аңлата. Этикала ихтыяр азатлығы- кешенең үҙ эшмәкәрлеге, ҡылған ғәмәлдәре өсөн әхлаҡи яуаплылығы булһа, фәндә ихтыяр азатлылығын өйрәнеү кеше тәртибен алдан күҙаллау ысулдарын асырға ярҙам итә ала.

Көнбайыш философияһында үҙгәртергә

Инкомпатибилизм үҙгәртергә

Инкомпатибилизм ҡараштары шунан ғибәрәт : ихтыяр азатлығы һәм детерминизм үҙ-ара һыйыша алмаған нимәләр, һәм, шулай итеп, төп мәсьәлә шунан тора- кеше ғәмәлдәре алдан билдәләнеп ҡуйылғанмы, юҡмы. Ҡәтғи детерминистар, мәҫәлән, Мартин Лютер («Ихтыяр ҡоллоғо тураһында») һәм Поль Гольбах («Системе природы[en]»)[1], детерминизмды яҡлап, ихтыяр азатлығын (иркен) инҡар итәләр. Метафизик либертариандар, мәҫәлән, Томас Рид, йәки Роберт Кейн, детерминизмды инҡар итә һәм ихтыяр азатлығы барлығына ышаналар һәм индетерминизмдың ниндәй ҙә булһа төрө бар тип иҫәпләйҙәр. Бынан тыш тағы детерминизм һәм индетерминизм булған осраҡта ихтыяр азатлығы булыуы мөмкин түгел тигән фекер ҙә йәшәп килә.

Инкомпатибилист ихтыяр азатлығын танып, детерминизмды инҡар итә лә ала, ихтыяр азатлығын инҡар итеп, детерминизмды таный ҙа ала. Беренсе төр философтар- либертариандар, икенселәре— ҡәтғи детерминистар, йәки ҡәтғи инкомпатибилистар. Тәүгеләре каузаль булмаған теориялар яҡлылыларға, хәл-ваҡиғалар сәбәптәре булыу яҡлы концепция яҡлыларға һәм агентлы казуаллыҡ теоретиктарына бүленәләр.[2]

Инкомпатибилистарҙың төп аргументы- әгәр кеше тәртибе уйынсыҡтыҡы йәки роботтыҡы кеүек эшләтеп ебәреп булған механик тәртип булһа, тимәк кешеләрҙең ихтыяр азатлығы юҡ. Философ Дэниел Деннет кешеләрҙең был әйберҙәр менән ниндәйҙер уртаҡлыҡтары булған хәлдә лә, улар был әйберҙәрҙән бик ныҡ айырылып тора ала тип нигеҙләп, был фекерҙе инҡар итә[3]. Үҙ сиратында публицист һәм философ Сэм Харрис Деннеттың фекеренә ҡаршы сыға[4]

Инкомпатибилизм идеалистик ихтыяр азатлығы теорияһында төп ролде уйнай. Инкомпатибилистарҙың күбеһе ғәмәл азатлығы тәртиптең аңлылығында тигән идеяны инҡар итә. Улар фекеренсә,ихтыяр азатлығы кеше — үҙ эштәренең беренсел сәбәбе тип күҙ уңында тотоу. Ул- ғәҙәттәге Causa sui. Әгәр ҙә детерминизм ҡотолғоһоҙ булһа, кешенең теләген (выбор) ул контролдә тотмаған ваҡиғалар барлыҡҡа килтерә . Был дәлил төрлө компатибилистар тарафынан инҡар ителә.

Инкомпатибилизм файҙаһына фәлсәфәүи аргументтарҙан тыш, биологик дәлилдәр бар.

Мәҫәлән, Сэм Харрис түбәндәге эксперименттарға һылтана:[4][5][6][7][8]

 
Принцип эксперимента Либета:
0 — покой
1 (-500 мс) — измерение потенциала готовности
2 (-200 мс) — подопытный принимает решение
3 (0 мс) — действие

Психолог Бенджамин Либет электроэнцефалограмманы баш мейеһенең хәрәкәт өсөн яуаплы үҙәктәрендә әүҙемлек кеше ҡуҙғалырға уйлағансы 300 миллисекунд алда теркәлә икәнен дәлилләү маҡсатында ҡуллана. Эксперимент ваҡытында кешеләргә ике төймәгә сиратлап баҫырға ҡушылған, был кешеләрҙең мейеһенең ҡайһы бер өлөштәрендә ҡарар ҡабул ителгәндән 7-10 секунд алда мәғлүмәт булған. Бынан кемдер һеҙҙең уйығыҙҙы һәм хәрәкәтегеҙҙе алдан әйтә ала икән, тимәк һеҙҙең азатлыҡ тойғоһо— буш тойғо тигән һығымта яһалған.

Б. Либет фекеренсә, кеше аҡылы уның мейеһендә түгел, ә ниндәйҙер мейе менән бәйләнештә булған «ҡыр»ҙа урынлашҡан (2004г., «Libet B. The Mind time: the temporal factor in consciousness. Cambridge, MA: Harvard University press»).

Рәсәй биоинформатигы Михаил Гельфанд бының менән риза түгел.Ғалим был эксперименттар ваҡытында кешенең ни эшләргә уйлағанын әйтеүҙе ихтыяр азатлығы тип атау дөрөҫ түгел, ни өсөн әле әйтелмәгән, уйлап, аңлап етмәгән азатлыҡ булмаҫҡа тейеш ти[9].

Метафизик либертарианизм үҙгәртергә

Метафизик либертарианизм -инкомпатибилизм фәлсәфәүи позицияларының береһе. Либертарианизм яҡлылар фекеренсә, ихтыяр азатлығы концепцияһы буйынса индивидуум ҡайһы бер шарттарҙа бер нисә мөмкин булған эштәр араһынан һайлау мөмкинлегенә эйә икәнде фаразлай.

Либертарианизм физик булмаған һәм физик, йәки тәбиғи теорияларға бүленә. Ҡайһы бер физик булмаған теорияларҙа эш башҡартыусы мейелә барған хәл-ваҡиғалар физик яҡлап аңлатыуҙарға ҡайтып ҡалмай. Бындай дуалистик интеракционизм физик булмаған аң, ихтыяр йәки рух физик сәбәплелеккә тәьҫир итә тип фараз итә.

Ҡайһы бер метафизик либертарианистар, мәҫәлән, Уильям Оккам һәм Томас Рид, азатлыҡ өсөн яуаплы физик булмаған агенттың булыуын эмпирик йәки фәлсәфәүи методтар менән асыҡлап булмай тиҙәр, шулай булмағанда был парадокс булдырыр ине, сөнки был дәлил кәрәк булған азатлыҡты юҡҡа сығарғыс һөҙөмтәгә килтерер ине .

Ҡәтғи инкомпатибилизм үҙгәртергә

Джон Локк фекеренсә, ихтыяр азатлығының бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ. Ул детерминизмдың хаҡ булыуы бик мөһим түгел һәм алдан уйланған үҙ-үҙеңде тотоштоң айырмаһы шунда- кешеләр үҙҙәре һайлаған ғәмәлдең эҙемтәләрен күҙ алдына килтереп, уйлар өсөн ҡарарҙарын әллә күпмегә кисектереп тора алалар, тип иҫәпләгән: «…ихтыяр, ысынында иһә, һайлап алыу мөмкинлеге».

Хәҙерге заман философы Гален Стросон (инг.)баш. Локктың детерминизм хаҡлығының был мәсьәләлә мәғәнәһе юҡ тигән фекерен хуплай. Уның фекеренсә, ихтыяр азатлығы концепцияһы өҙлөкһөҙ регрессҡа килтерер ине һәм шуның өсөн уның мәғәнәһе юҡ[10].

Компатибилизм үҙгәртергә

Компатибилистар детерминизм ихтыяр азатлығы менән тап килә ти. Дөрөҫөрәге, компатибилистар ихтыяр азатлығын детерминизм менән һыйышып йәшәй тип аңлата. Компатибилистар ҡарашынса, азатлыҡтың булыуы-булмауы метафизикаға бәйле түгел. Мәҫәлән, судта кеше нимәнелер үҙ ихтыяры буйынса ҡылғанмы икәнен метафизикаһыҙ ғына билдәләйҙәр. Сәйәси ирек тә метафизик концепция түгел. Компатибилистар шулай уҡ ихтыяр азатлығын да үҙ сәбәптәренә бәйле, башҡа кеше ҡыҫылышы булмаған эшмәкәрлек азатлығы тип билдәләйҙәр. Инкомпатибилистарҙың ҡараштары уның киреһе- ул ниндәйҙер метафизик ихтыяр көсөнә бәйле. Компатибилистар детерминизм хаҡлығының әһәмиәте юҡ тип раҫлайҙар, кеше ихтыяры — уның үҙ теләктәренең эҙемтәһе һәм тышҡы шарттар менән билдәләнмәгән,бына шул ғына әһәмиәткә эйә[11].

Компатибилистар ихтыяр азатлығын йыш ҡына агенттың эшмәкәрлек азатлығы тип билдәләйҙәр. Артур Шопенгауэр: «Кеше нимә теләһә, шуны эшләй ала, тик ул нимә теләргә икәнде теләй алмай»,-тип яҙған. Тимәк, агенттың үҙ сәбәптәренә ярашлы эшмәкәрлек азатлығы булыуына ҡарамаҫтан, уның үҙ сәбәптәренә ҡарата эшмәкәрлек азатлығы юҡ, был сәбәптең асылы алдан билдәләнеп ҡуйылған.

Дэвид Юм билдәләүенсә, компатибилизм буйынса ихтыяр азатлығы шундай уҡ хәлдә икенсе төрлө юл һайлауҙы аңлатмай Компатибилистар фекеренсә, кеше һәр саҡ берҙән-бер ысынлап та ғәмәлгә ашыра торған ҡарарға килә. Башҡа мөмкин булған (альтернатив) ҡарарҙарҙы иҫкә алыу — тик фараз ғына.



  Был фәлсәфә буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

  1. Кузнецов В. Н. Французский материализм XVIII века. — Мысль, 1981. — 312 с.
  2. O’Connor T. «Free Will» // The Stanford Encyclopedia of Philosophy (Summer 2016 Edition), Edward N. Zalta (ed.) (О’Коннор Т. Свобода воли] (перевод А. П. Беседина) // Стэнфордская философская энциклопедия: переводы избранных статей / под ред. Д. Б. Волкова, В. В. Васильева, М. О. Кедровой)
  3. Dennett, D. (1984). Elbow Room: The Varieties of Free Will Worth Wanting. Bradford Books. ISBN 0-262-54042-8.
  4. 4,0 4,1 Харрис Cэм. Свобода воли, которой не существует. — Альпина Паблишер. — 60 с. — ISBN 9785961439458.
  5. Libet, Benjamin; Gleason, Curtis A.; Wright, Elwood W.; Pearl, Dennis K. (1983). «Time of Conscious Intention to Act in Relation to Onset of Cerebral Activity (Readiness-Potential) — The Unconscious Initiation of a Freely Voluntary Act». Brain.106: 623—642. doi:10.1093/brain/106.3.623. PMID 6640273.
  6. John-Dylan Haynes Decoding and predicting intentions // Annals of the New York Academy of Sciences. — 2011-04-01. — Т. 1224. — С. 9—21. — ISSN 1749-6632. — DOI:10.1111/j.1749-6632.2011.05994.x
  7. Itzhak Fried, Roy Mukamel, Gabriel Kreiman Internally generated preactivation of single neurons in human medial frontal cortex predicts volition (инг.) // Neuron (инг.)баш.. — Cell Press (инг.)баш., 2011-02-10. — В. 3. — Т. 69. — С. 548—562. — ISSN 1097-4199. — DOI:10.1016/j.neuron.2010.11.045
  8. Patrick Haggard Decision time for free will (инг.) // Neuron (инг.)баш.. — Cell Press (инг.)баш., 2011-02-10. — В. 3. — Т. 69. — С. 404—406. — ISSN 1097-4199. — DOI:10.1016/j.neuron.2011.01.028
  9. Душа и наука. Радио Свобода. Дата обращения: 14 август 2016.
  10. Free will. Strawson Galen. Дата обращения: 24 февраль 2012. Архивировано 31 май 2012 года. (Section 3. Pessimism)
  11. Hume. of liberty and necessity (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 24 февраль 2012. Архивировано 31 май 2012 года.