Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы

композитор, пианиносы

Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (26 май 1946 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй композиторы, пианиносы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы (1978), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018) лауреаты.

Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева
Тыуған көнө

26 май 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (77 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

музыка педагогы

Атаһы

Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Наградалары һәм премиялары

Рәсәй Композиторҙар берлегенең Д. Шостакович исемендәге премияһы лауреаты (1978)

Биографияһы үҙгәртергә

Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева 1946 йылдың 26 майында Мәскәүҙә башҡорт совет композиторы Заһир Ғариф улы Исмәғилев ғаиләһендә тыуған.

1965—1968 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһы ҡарамағындағы махсус музыка мәктәбендә уҡый (А. С. Леман класы).

1968—1970 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында уҡый (В. Г. Фере класы)[1].

1972 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка колледжын тамамлай (Г. И. Литинский класы).

1972 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, 1979 йылдан әлеге ваҡытҡаса шул уҡ институттың (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) композиция кафедраһына етәкселек итә[2].

1990—1991 йылдарҙа институттың фәнни эш буйынса проректоры була. 2003 йылдан башлап — профессор[3].

2013 йылдың 9 декабренән — Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлеге рәйесе[4].

Ижады үҙгәртергә

Ләйлә Заһир ҡыҙы — «Хужа Насретдин» (1998), «Арҡайым» (2005) һәм «Роза Альгамбры» (2012) балеттарының авторы.

«Роза Альгамбры» балеты Испаниянан килгән заказ буйынса яҙыла һәм Торревьеха ҡалаһында Сәнғәт үҙәгенең камера залында промоверсияһының презентацияһы була[5].

Ләйлә Исмәғилеваның әҫәрҙәре билдәле ватан дирижерҙары Ф. Мансуров, Н. Рахлин, В. Синайский етәкселегендәге оркестрҙар тарафынан Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә (Германия, Бөйөк Британия, Венгрия, Болгария, Польша, Румыния) даими башҡарыла.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Музыка театры өсөн:

  • «Хужа Насретдин» — балет (В. Щербаков либреттоһы), (1998).
  • «Арҡайым» — балет (Я. Седов либреттоһы), (2005).
  • «Роза Альгамбры» — балет (Е. Голуб либреттоһы), (2012).

Симфоник, вокаль-хор әҫәрҙәре:

  • Камера симфонияһы (1996)
  • Фортепиано менән оркестр өсөн концерт (1968)
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1982)
  • «Атайҙар ере» — 4 өлөштән (Дала. Көй. Бишек йыры. Егеттәр) торған симфониялар циклы(1972)
  • Тауыш һәм симфоник оркестр өсөн «Таҡташ-симфония» (1987)
  • Симфоник күренештәр (1983)
  • «Хужа Насретдин» балетынан сюита
  • «Мәңгелек шиғыр» ҡатнаш хор менән музыка ҡоралдары ансамбле өсөн Ғүмәр Хәйәм шиғырҙарына оратория (1980)
  • Тауыш менән оркестр өсөн поэма (1989)
  • «Из Альгамбры» симфоник картиналары (2013).

Камера-инструменталь әҫәрҙәре:

  • Флейта, гобой, ике скрипка, альт, виолончель, фортепиано һәм литавралар өсөн октет (1978)
  • Ҡыллы квартет (1973)
  • Фортепиано өсөн соната (1975)
  • Фортепиано өсөн полифоник цикл (1971)
  • Фортепиано өсөн вариациялар (1963).
  • Фортепиано өсөн ике концерт пьесаһы (2000)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә