«Ирәндек» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй[1].

«Ирәндек»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Дауамлығы

3,5 мин

Тарихы үҙгәртергә

«Ирәндек» йыры дәртле бейеү көйө булараҡ башҡарылыусы боронғо һунарсы йыры.

«Ирәндек» йырын тәүге тапҡыр композитор Солтан Ғәбәши яҙып ала һәм 1935 йылда «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтыра.

Артабан был йырҙы төрлө йылдарҙа төрлө сығанаҡтарҙан Л. Н. Лебединский, И. В. Салтыков, Ғ.З. Сөләймәнов, Хөсәйен Әхмәтов яҙып алған. Йырҙың варианттарын һәм инструменталь көйөн К. М. Дияровтан Ф. Х. Камаев яҙып ала. Легендаларҙың береһе буйынса, «Ирәндек» йырын XVIII быуат уртаһында Ирәндек һырты матурлығына хайран ҡалған һунарсы Болғаир ижад иткән[2].


«Ирәндек» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн — М. М. Вәлиев, Х.Ә. Әхмәтов, хор (a capella) өсөн — С. Ғәбәши, Салауат Низаметдинов, М. П. Фоменков, хор һәм симфоник оркестр өсөн И. В. Салтыков эшкәртә. Йырҙың көйө «Сыңрау торна» балетында, М.М. Вәлиевтың «Һаҡмар» операһында, Н.Ғ. Сабитовтың Скрипка менән оркестр өсөн беренсе концертында, Х.Ф. Мостаев ҡуйған шул уҡ исемле бейеүҙә ҡулланыла[3].

Йырҙың тексы үҙгәртергә

Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө,
Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө.
Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Байрам булып китер бер көндө,
Һай!.. Байрам булып китер бер көндө.

Һай!.. Ат башҡайы менән ир башҡайы,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Эсер һыуы бөтмәһә, бер ҡайта.
Һай!..Эсер һыуы бөтмәһә, бер ҡайта.
Ҡыҙ балаҡай китһә, һис ҡайта алмай,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ят ерҙәрҙә башын ҡартайта,
Һай!..Ят ерҙәрҙә башын ҡартайта.

Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.
Һай!..Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.
Һай!.. Һул битенән үҙен һурып үптем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип,
Һай!..Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип.
[4][5].

Башҡарыусылар үҙгәртергә

«Ирәндек» башҡорт халыҡ йырын Р. Ә. Гәрәев, Ф. Ф. Гәрәев, А. Ғ. Ғәлимов, Ф. З. Сәлихов, Ғ. С. Хәбибуллин, Флүрә Килдейәрова башҡара[6].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алкин М. С. Башҡорт йыры. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары. — Өфө, Китап, 2002. — 40-сы бит.
  • Башkорт халыk ижады: Йырзар. 1-се китап. Өфө, 1974 йыл;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897;
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962;

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә