Иофе Вениамин Викторович

Иофе Вениамин Викторович (29 июнь 1938 йыл — 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоҡуҡ яҡлаусыһы, тарихсы, публицист.

Иофе Вениамин Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2002
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Красненькое зыяраты[d]
Хәләл ефете Ирина Анатольевна Флиге[d]
Һөнәр төрө хоҡуҡ яҡлаусы, тарихсы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Вениамин Викторович Иофе 1938 йылдың 29 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1938 йылда ғаилә Ленинградҡа күсә. 1962 йылда Ленинград химия-технология институтын тамамлай. 1962—1964 йылдарҙа — Ленинград синтетик каучук ғилми-тикшеренеү институты аспиранты.

1964 йылда «Колокол» легаль булмаған ижтимағи-сәйәси үҙнәшер журналында (Ленинград) СССР-ҙа демократия үҫеше перспективаһы тураһында үҙенең мәҡәләләрен баҫтыра. 1965 йылдың 26 ноябрендә ҡулға алына һәм Ленинград ҡала суды тарафынан РСФСР Енәйәт кодексының 70-се статьяһының 1-се өлөшө һәм 72-се статья буйынса Совет власына ҡаршы пропаганда өсөн, 3 йылға иркенән мәхрүм ителеп, ҡаты режимлы колонияла тотолоуға хөкөм ителә. Хөкөм язаһын Мордва АССР-ындағы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында үтә. 1968 йылда азат ителә.

1969—1990 йылдарҙа Ленинград предприятиеләрендә инженер булып эшләй. С. Песков һәм С. Д. Рождественский псевдонимдары аҫтында «Память», «Сумма» үҙнәшер йыйынтыҡтарында СССР-ҙа сәйәси оппозиция тарихы буйынса мәҡәләләр баҫтырып сығара.

«Мемориал» ойошмаһын булдырыу инициаторҙарының береһе, 1989 йылдан Санкт-Петербург «Мемориал» йәмғиәтенең рәйестәше. 1992 йылда «Мемориал» Фәнни-мәғлүмәт үҙәген ойоштора һәм етәкләй. СССР-ҙың Төньяҡ-Көнбайыш төбәгендә сәйәси репрессиялар тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә («СЛОН», «Сандармох»). Вениамин Викторович Санкт-Петербургтың Троицк майҙанында сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл «Соловецкий камень» ҡуйыу инициаторы була[1].

Вениамин Иофе 2002 йылда Санкт-Петербургта вафат була, Красненькое зыяратында ерләнгән.

Библиография үҙгәртергә

Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары Баш идаралығы (ГУЛАГ) һәм СССР-ҙа ижтимағи-сәйәси оппозиция тарихы буйынса 100-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. Шул иҫәптән:

  • Соловки. Большой побег 1928 года. Труды Морской арктической комплексной экспедиции. Вып .IX: Соловецкие Острова Т .2: Остров Большая Муксалма. — М., 1996. С . 214—217.
  • К пятидесятой годовщине постановления ЦК ВКП(б) О журналах Звезда и Ленинград от 14 августа 1946 года // Звезда. — 1996. — № 8. — С. 25.
  • Большой террор и имперская политика СССР: По следам большого соловецкого расстрела 1937 года // Посев (Москва) — 1997. № 5. С. 35-37.
  • Соловецкий расстрел 1937 года. Мемориальное кладбище Сандормох. 1937: 27 октября — 4 ноября. — СПб., 1997.
  • Соловецкий расстрел 1937 года. Остання адреса. Т . 1. — Київ , 1997. С. 28-30.
  • Дни памяти: Сандормох — Соловки. Мемориал: Информационный бюллетень Правления Международного историко-просветительского благотворительного и правозащитного общества «Мемориал». 1999. № 13. С . 28-33.
  • Большой Соловецкий побег 1925 года. Новая Польша (Варшава). 2002. № 7-8. С .75-78.
  • Архив МВД КАССР как источник изучения истории политических репрессий 1920—1930-х гг. Отчёт по результатам работы бригады историко-архивной комиссии ЛО «Мемориал» в архиве МВД КАССР 29.10-02.11.1990 г. в Петрозаводске. Конференция «Соловецкие лагеря особого назначения». — Ленинград, 10-11 декабря 1990.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә