Инженер-төҙөлөш институты

Инженер-төҙөлөш институты1907 йылда нигеҙ һалынған юғары уҡыу йорто, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы системаһында инженер-техник кадрҙарҙы әҙерләүҙе һәм белемен күтәреүҙе тормошҡа ашыра, айырым уҡыу бүлесәһе сифатында Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты составына инә.

Инженерн-төҙөлөш институты
Асылған йылы

25 октябрь 1907 йыл

Тип

Юғары уҡыу йорто

Ректор

и.о. Г. Л. Козинец

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Санкт-Петербург Санкт-Петербург

Юридик адресы

95251, Санкт-Петербург ҡалаһы, Политехническая урамы, 29 Гидрокорпус-1

Сайт

https://ice.spbstu.ru

Төп тарихы үҙгәртергә

1907 йылдың 25 октябрендә Санкт-Петербург политехник институты янында инженер-төҙөлөш бүлеге асыла һәм йыл аҙағында уҡыу процесы башлана. Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылда Политехник институттың һәм инженер-төҙөлөш бүлегенең эше сикләнә, ә Граждандар һуғышы осоронда туҡтатыла[1][2].

1934 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендәге Бөтә Союз юғары мәктәп эштәре буйынса комитеттың ҡарары менән берләштерелгән Ленинград индустриаль институты эргәһендә, СССР сәнәғәтенең энергетика тармағы, атап әйткәндә гидроэлектростанция төҙөлөшө өсөн кәрәкле инженер-техник белгестәр әҙерләү өсөн, гидротехника факультеты ойошторола. 1945 йылдан 1951 йылға тиклем гидротехника факультеты Инженер-төҙөлөш атамаһы менән йөрөй, 1951 йылдан факультет тағы Гидротехника факультеты исемен йөрөтә[2][1].

Факультеттың уҡыу курсының төп йүнәлеше булып торалар: грунт механикаһы, гидравлика һәм төҙөлөш конструкциялары. Гидротехника факультеты профессор-уҡытыусылар составы тарафынан Себер һәм төньяҡ йылғалар ағымының бер өлөшөн Арал диңгеҙенә күсереү, Ленинград ҡалаһын һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн һаҡлағыс ҡоролмалар комплексы кеүек проекттарҙы дәлилләү буйынса фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә[2][1]. 1934 йылдан 1990 йылға тиклем осорҙа факультетта: О. Г. Дитц, С С. Галушкевич, Ю И. Ягн, П. Д. Глебов, И. И. Леви, Б Д. Качановский, А А. Сабанеев, А З. Басевич, В С. Кнороз, А В. Белов, А А. Морозов, В Ер Ляхницкий, А Л. Можевитинов, В. А. Флорин[3] кеүек билдәле профессорҙар эшләй.

РСФСР Министрҙар Советының 1990 йылдың 3 апрелдәге ҡарары менән Ленинград политехник институты Ленинград дәүләт техник университеты тип үҙгәртелә, һәм гидротехника факультеты университет составына инә. 1999 йылда Санкт-Петербург дәүләт техник университеты составындағы гидротехника факультеты инженер-төҙөлөш факультеты тип үҙгәртелә, белем биреү эшмәкәрлеге төп иғтибарҙы гидротехник йүнәлештән дөйөме-төҙөлөш йүнәлешенә күсерә. Факультет составына ун кафедра инә: энергетик һәм сәнәғәт-граждандар ҡоролмалары, гидроэнергетика һәм энергияның яңыртылыусы сығанаҡтары, технология, төҙөлөштө ойоштороу һәм иҡтисад, тәбиғәттән файҙаланыуҙың экологик нигеҙҙәре, ҡала хужалығы инженер тәьминәте, спорт һәм туризм объекттары төҙөү, диңгеҙ һәм һыу транспорты ҡоролмалары[1].

2013 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Ҡарары һәм Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты ректорының бойороғо менән Инженер-төҙөлөш факультеты базаһында Инженер-төҙөлөш институты булдырыла. Институттың уҡыу структураһына дүрт Юғары мәктәп инә: техносфера хәүефһеҙлеге, дизайн һәм архитектура, сәнәғәт- граждандар һәм юл төҙөлөшө, энергетик һәм гидротехник төҙөлөш[4].

Институтты һәм элек факультетты тамамлаусылар СССР-ҙа һәм бөгөнгө Рәсәй Федерацияһында төҙөлгән бөтә тиерлек гидроэлектростанцияларҙы проектлауҙа йәки төҙөүҙә ҡатнашалар, бик күп тамамлаусылары Мысыр, Сүриә, Төркиә һәм Вьетнам кеүек илдәрҙә ГЭС проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнашалар[5].

Структураһы үҙгәртергә

Юғары мәктәптәре үҙгәртергә

  • Сәнәғәт-граждандар һәм юл төҙөлөшө юғары мәктәбе
    • Төҙөлөш механикаһы һәм һығылмалылыҡ теорияһы лабораторияһы
    • «Биналар һәм ҡоролмаларҙың фасад конструкциялары» ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
    • «Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы тикшереү» һәм дөйөм төҙөлөш технологиялары уҡыу лабораторияһы
  • Энергетик һәм гидротехник төҙөлөш юғары мәктәбе
    • «Сәнәғәт экологияһы» ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
    • «Сәнәғәт һәм өҫкә ағып сыҡҡан һыуҙарҙы таҙартыу технологиялары» ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
    • Гидравлик лаборатория
    • «Грунттар механикаһы» уҡыу лабораторияһы
    • Инженер экология һәм мониторинг уҡыу лабораторияһы
    • Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса уҡыу-методик хужалыҡ иҫәбе лабораторияһы
  • Техносфера хәүефһеҙлеге юғары мәктәбе
    • Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм техносфера хәүефһеҙлеге лабораторияһы
  • Архитектура һәм дизайн юғары мәктәбе
    • Дизайн лабораторияһы

Етәкселеге үҙгәртергә

20112019 — техник фәндәр докторы, профессор Н. И. Ватин

2019 й. алып. ректор вазифаһын башҡарыусы  — техник фәндәр докторы, профессор Козинец Галина Леонидовна

Билдәле уҡытыусылары үҙгәртергә

  •   Филимонов Николай Александрович
  • Флорин, Виктор Анатольевич
  • Ляхницкий, Валериан Евгеньевич
  • Дитц, Отто Германович
  • Можевитинов, Александр Леонидович
  • Ягн, Юлий Иванович
  • Голушкевич, Сергей Сергеевич
  • Морозов, Александр Александрович
  • Басевич, Аким Захаров
  • Белов Александр Васильевич
  • Глебов, Петр Дмитриевич
  • Качановский, Борис Дмитриевич
  • Кнороз, Владимир Стефанович
  • Леви, Иван Иванович
  • Аркадий Аркадьевич Сабанеев
  • Чугаев, Роман Романович

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Инженерно-строительный факультет: вчера, сегодня, завтра (к столетию инженерно-строительного факультета СПбГПУ) / А. И. Альхименко // Санкт-Петербургский Вестник высшей школы. — Санкт-Петербург, 2007 г. С.1—7
  2. 2,0 2,1 2,2 Инженерно-строительный институт: история. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
  3. Политехники: выдающиеся ученые, создатели научных школ и направлений. Гидротехнический факультет / СПбГТУ; под ред. М. П. Федорова. — СПб.: Б.и., 1992 г. — 57 с.
  4. Структура института. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
  5. К истории инженерно-строительного (гидротехнического) факультета / В. А. Смелов; СПбГТУ. Центр истории науки и техники. — СПб.: Изд-во СПбГТУ, 1994 г

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Инженерно-строительный факультет: вчера, сегодня, завтра (к столетию инженерно-строительного факультета СПбГПУ) / А. И. Альхименко // Санкт-Петербургский Вестник высшей школы. — Санкт-Петербург, 2007 г. С.1—7
  • К истории инженерно-строительного (гидротехнического) факультета / В. А. Смелов; СПбГТУ. Центр истории науки и техники. — СПб.: Изд-во СПбГТУ, 1994 г.
  • Политехники: выдающиеся ученые, создатели научных школ и направлений. Гидротехнический факультет / СПбГТУ; под ред. М. П. Федорова. — СПб.: Б.и., 1992 г. — 57 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә