Инвалидтар йорто (Новочеркасск)

1913

Иҫтәлекле урын
Инвалидтар йорто
Ил Рәсәй
Урыны Новочеркасск
Проект авторы архитектор С. И. Болдырев
Төҙөлгән ваҡыты 1913
Бөгөнгө хәле яҡшы


Инвалидтар йорто Ростов өлкәһе  Новочеркасск ҡалаһындағы бина. 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә инвалидтар өсөн төҙөлгән йорт. Хәҙер бинаны КРДТУ-ның геология һәм нефть-газ эштәре факультеты биләй. 

Тарих үҙгәртергә

Бина (инвалидтар йорто ) ҡаланың Троицк  һәм Богдан Хмельницкий урамдары мөйөшөндә төҙөлгән һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығын билдәләүгә арнап төҙөлгән.

1812 йылғы  Ватан һуғышы йылдарында Дон казактары атаман   Матвей Иванович Платов командалығында Дон ғәскәрен данменән ҡаплаған.  Француздар менән һуғыш юбилейына  Новочеркасскиҙа  Дон ғәскәренең түбәнге чинындағы яугирҙәре өсөн 25 кешелек   инвалидтар йортон төҙөгәндәр.

Был ваҡытта бөтә Рәсәй территорияһында хәрби хеҙмәттә һаулыҡтарын юғалтҡан  ветерандар өсөн  йорттар эшләгән. Был Донда беренсе инвалидтар йорто булған. Йорт төҙөү өсөн иғәнә йыйыу ойошторола. Бина ҙур Е хәрефе формаһында төҙөлә. Проекттың авторы  архитектор  Сергей Иванович Болдырев булған  .

Йортто эстән төҙөкләндереү һәм йыһазландырыу өсөн аҡса етмәү сәбәпле бинаның  оҙаҡ ваҡыт буш тора. Новочеркасск ойошмаһы үҙ белдеге менән биләгән бинала 1917 йылдың йәйен "Дон ауырыу һәм зәғифләнгән яугирҙәр  комитеты " үҙ билдеге  менән йортто биләй. Был ойошма Инвалидтар йортон булдырыу эше менән шөғөлләнә. Граждандар һуғышы йылдарында  бинала был ойошма эшләй. Билдәле булыуынса, 1919 йылдың 31 мартында Бөйөк Дон ғәскәре бойороғо буйынса Митякин станицаһы уряднигы  Андрей Авксентьевич  Лобов Бөйөк Дон Ғәскәре Инвалидтар йортоноң маҡтаулы опекуны итеп тәғәйенләнә.

Совет власы йылдарында бинаны Новочеркасск политехник институты  биләй. Унда институттың металлургия һәм металлография факультеты, лабораториялар һәм уҡыу оҫтаханалары эшләй. Әлеге ваҡытта бинала  Көньяҡ-Рәсәй дәүләт политехник университетының (ЮРГПУ) геология һәм нефть-газ эштәре факультеты урынлашҡан.

Архитектура үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Архитектор С. И. Болдырев төҙөгән Инвалидтар йорто кирбес бина итеп төҙөлгән, уның монолит фасадына уйып индерелгән дорик ордерлы массивлы колонналар менән күҙгә ташланып тора.Ишек менән тәҙрә  өҫтөндә ярым түңәрәк  күркәм  уйым эшләнгән . Ишектең  ике яғынының өҫтөндә  Дан  веноктары эшләнелгән, улар аҫтына ике дата яҙылған: 1812 һәм 1912 йылдар. Был даталар  1812 йылғы Ватан һуғышы юбилейы — 100-йыллығы менән бәйле. Портиктарҙың ситке ҡанаттары бинаны үҙ эсенә алып тора.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Захват помещения // Вольный Дон. -1917. -12 июня.
  • К захвату дома инвалидов // Вольный Дон. -1917. -15 июня.
  • Памяти Отечественной войны // Донские областные ведомости. -1914. - № 15.
  • Наш Новочеркасск: Сб. краеведческих очерков / Центральная городская библиотека им. А.С.Пушкина; историко-краеведческий клуб «Донцы». – Ростов-н/Д., 2005.

Һылтанмалар үҙгәртергә