Империя

монархик йә колониаль дәүләт

Импе́рия (лат. imperium — власть) — башында император торған монархик йә колониаль дәүләт, йә халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған, эске һәм тышҡы сәйәсәтендә хәрби сословиеларға (армияға) таянған һәм хәрби сословиелар мәнфәғәтендә эш иткән держава. Ҡағиҙә булараҡ, империя төрлө халыҡтарҙы һәм территорияларҙы берҙәм сәйәси үҙәкле берҙәм дәүләткә берләштерә. Төбәктә, хатта донъяла һиҙелерлек роль уйнай. Иң билдәле империялар — Рим, Изге Римс, Монгол, Ғосман, Рәсәй һәм Британ империялары. Хәҙерге заманда тик япон монархы ғына император титулын йөрөтә, ләкин был нигеҙҙә генә Японияны империя тип атап булмай, сөнки был илдең үҙатамаһы Япон дәүләте тип тәржемә ителә, ә Япон империяһы түгел, шулай уҡ Конституция буйынса япон императоры дәүләттең һәм халыҡтың берҙәмлеге символы ғына булып тора.

Империя
Рәсем
Тасуирлау биттәре whosonfirst.org/docs/pla…
 Империя Викимилектә
Римской империяһының сәскә атҡан осоро картаһы
Рәсәй империяһы картаһы

Даль һүҙлегендә империя «саны буйынса сикһеҙ, иң юғары торған император санын йөрөткән хакимлы дәүләт» тип билдәләнә[1].

Империяның формалары үҙгәртергә

Геосәйәсәт классиктары Карл Шмитт һәм Хэлфорд Маккиндер экспансия формаһы буйынса империяның ике төрөн айыра, геосәйәсәт буйынса бөтә дәүләттәрҙе теллурократик һәм талассократик дәүләттәргә бүлеп, уларға хас формаларҙы аныҡлай.

Теллурократия: Континенталь империялар күрше ерҙәрҙе үҙҙәренә ҡушҡанда һәм үҙҙәренең сиктәренә индергәндә хәүефһеҙлек маҡсатында уларҙы шунда уҡ үҙ провинцияһына әйләндерергә, империя закондарының үтәлеүен һәм империя валютаһы әйләнешен гарантияларға мәжбүр була. Был саралар элиталарҙы һәм йәмәғәтселекте империя төҙөлөшөнә ярайһы уҡ еңел ылыҡтыра алған. Континенталь империяларҙың сәскә атыуының ике периоды була: боронғо римса һәм «наполеонса».

Талассократия: Бында Британ, Испан, Португал, Нидерланд һәм Япон колониаль империялары ҡарай. Колонияларҙың иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығы кәмегәс тә империяның ғүмере тамамлана, колониаль империялар колонияларынан баш тартып бөттө инде, тигән ҡараш йәшәй. ХХ быуат башына колониаль диңгеҙ империялары ғәмәлдә тарҡалып бөттө.

Империяларҙың тарихы үҙгәртергә

 
Ике император — Николай II (уңда)[2] һәм Вильгельм II[3].

Тарихта тәүге империя булып Аккад һанала, уны Саргон батша б.э.т. III мең йыллыҡта нигеҙләй[4]. Киләһе империя — Боронғо Бабил батшалығы, ул Хаммурапи[5] i осоронда б.э.т. II мең йыллыҡта күтәрелә. Бабил ҡатнаш халыҡлы һәм бейек башнялары булған классик империя ҡалаһы булып тора. Империяның төрлө өлөштәре араһында юлдар төҙөлә, почта хеҙмәте булдырыла. Йәмәғәт тормошо Хаммурапи ҡанундары йыйынтығы менән көйләнә. Хеттар империяһы Бабил империяһының көнәркәше була[6]. Бөтә ҡатмарлы ҡоролмалар кеүек, империялар ҙа емерелә, тарҡала, үҙәк власть көсһөҙләнә, аҡһөйәктәрҙең республикасы идараһы менән алмаштырыла.

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта яңы этап башлана, Ассирия империяһы барлыҡҡа килә. Ҡәбиләләрҙең йыйылма ғәскәрҙәре урынына профессиональ регуляр армия ойошторола. Халыҡтарҙы күсереү юлы менән халыҡты унификациялау саралары күрелә. Сираттағы бөйөк империя булып Фарсы империяһы тора, ул сатраплыҡтарға бүленә, сиктәрендә өс ҡитға (Европа, Азия, Африка) илдәре берләшә. Гректар уны һүрәтләү өсөн деспотия һүҙен ҡуллана. Уға алмашҡа ҡыҫҡа ғүмерле Македон империяһы килә, ул империя идеяһын Европаға индерә.

Македон империяһы тарҡалғандан һуң Һиндостанда Маурҙар империяһы хасил була. Б.э.т III быуатта Ҡытайҙа Цинь Ши Хуан Цинь империяһын төҙөй. Б.э.т. I быуатта Европала Цезарь Рим империяһын нигеҙләй. Рим империяһы провинцияларға бүленә.

Унан Франк империяһы, Византия империяһы һәм Изге Рим империяһы (Австрия империяһы) баш ала.

Наполеон осоро XVII быуат — ХХ быуат башына тура килә. Был ваҡытта сәскә атҡан империялар: Рәсәй империяһы, Наполеон Францияһы, Герман империяһы, Япон империяһы, Ғосман империяһы, Дат-Норвег унияһы, Фарсия һәм башҡалар. Бонапарт Наполеон идараһы был периодтың сәскә атҡан сағына тура килгәнлектән Наполеон периоды тип атала.

 
Император Георг V[7]

Иң билдәле империялар үҙгәртергә

Империялар хронологияһы үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Даль В. И. Толковый словарь живого великорусского языка. — СПб.–М.: Товарищество М. О. Вольф, 1907. — Т. 3. — С. 96.
  2. Первая империя
  3. Древний Вавилон
  4. Империя хеттов

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә