Иманғолов Динислам Ислам улы

хеҙмәт алдынғыһы

Иманғолов Динислам Ислам улы (10 сентябрь 1924 йыл — 22 сентябрь 2014 йыл) — эшсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Иманғолов Динислам Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Урман-Бишҡаҙаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө слесарь
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Динислам Исламетдин улы (Ислам улы) Иманғолов 1924 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1939 йылда Ишембай районының «Торатау» колхозында тимерсе булып башлай. 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1947 йылда Совет Армияһы сафтарынан демобилизациялана[2].

1947—1951 йылдарҙа «Торатау» колхозында һөтсөлөк фермаһы мөдире һәм хисапсы булып эшләй. 1951 йылдан Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехында электрослесарь булып эшләй. 1952 йылда икенсе һөнәргә — газоэлектросварщиклыҡҡа эйә була.

Д. И. Иманғоловтың контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматиканы монтажлауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә оҫта эш итеүе комбинаттың производство күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итә. Д. И. Иманғолов эшләгән бригада ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иҫкергән ҡорамалды замансаһына һәм камилырағына алмаштырып ҡуя, һөҙөмтәлә 1973 йылда кальцийлы сода етештереү 1970 йыл менән сағыштырғанда 277 мең тоннаға арта. Ҡорамалды алмаштырыуҙан алынған иҡтисади эффект 150 мең һум тәшкил итә. Туғыҙынсы биш йылллыҡтың (1971—1975) тәүге өс йылында 533 тонна аммияк, 4 500 000 киловатт-сәғәт электр энергияһы, 55 000 гектокалорий пар экономиялана. Технологик процестарҙы контролләү һәм көйләү өлкәһендәге технологик камиллаштырыуҙар йылына 786 мең һумлыҡ иҡтисади эффект бирә.

1973 йылдың пландарын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә күрһәткән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән Д. И. Иманғоловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Д. И. Иманғолов 16 рационализаторлыҡ тәҡдимен производствоға индерә. Үҙенең бай эш тәжрибәһен йәштәргә тапшыра. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың өс йылында йына 12 йәш эшсегә һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.

1994 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Стәрлетамаҡ «Сода» производство берекмәһендә эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974)
  • Ленин (1974),
  • Октябрь Революцияһы (1971),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966),
  • II дәрәжә Ватан һуғышы (1985),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары,
  • миҙалдар
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданины (1969)

Хәтер үҙгәртергә

  • Стәрлетамаҡ ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә