Ильинка (Силәбе өлкәһе)

ИльинкаСиләбе өлкәһе Ҡыҙыл районындағы ҡасаба. Гранит ауыл биләмәһе составына инә. 1931 йылда һөрөлгән күскенселәр тарафынан нигеҙ һалына[3]

Ильинка
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гранитное сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 164 кеше (2010)[2]
Почта индексы 457617
Карта
 Ильинка Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ильинка ауылын күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Ҡасабанан ике километр алыҫлыҡта, йылғаның уң яҡ ярында Силәбе-Джетыгра автомобиль трассаһы (Ҡаҙағстан) үтә. Ҡасабаға 1931 йылда нигеҙ һалына, унда һөрөлгөн күскенселәр йәшәй. Беренсе ағас йорт «Уралец» совхозының 4-се бүлексәһе идарасыһы өсөн төҙөлә, ҡалған ауыл кешеләре ер өйҙәрҙә йәшәй[4]. Ул ваҡытта совхоз бүлексәһе һөт малсылығында һәм иген етештереүҙә махсуслаша, һуңғараҡ — шулай уҡ һарыҡ һәм сусҡа үрсетеүҙә. 1954 йылда беренсе ауыл хужалығы техникаһы һатып алына. 1965—75 йылда күп торлаҡ йорттар, ауыл хужалығы биналары, көнкүреш-мәҙәни объекттар төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡ («Уралец» ауыл хужалығы кооперативының 4-се бүлексәһе) тик иген етештереү менән шөғөлләнә. Сәсеү майҙандары — 1500 га. Ҡасабала башланғыс мәктәп, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Географияһы үҙгәртергә

Ильинка ауылы райондың төньяҡ -көнсығыш өлөшөндә Урал йылғаһыгның яры буйында урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); иң яҡын бейеклектәр — 320, 366 һәм 476 м. (Длинная тауы). Район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ (Ҡыҙыл ауылы) 18 км, ауыл биләмәһенә тиклем (Гранит ҡасабаһы) — 18 км.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2010[6]
265164

Халҡы 265 кеше тәшкил итә.

Транспорты үҙгәртергә

Трассаға яҡын булыуына ҡарамаҫтан, ауылға инеү юлын Урал йылғаһы ҡатмарлаштыра

Ҡышҡы ваҡытта трассанан туңған Урал йылғаһы аша йөрөргә мөмкин. Яҙын, ташҡын ваҡытында, ауылға тик Гранит ҡасабаһы аша тупраҡ юлдан барырға мөмкин. Йәйге ваҡытта Урал йылғаһы аша еңел автомобилдәр өсөн тәғәйенләнгән күпер ҡорола.

Йыл әйләнәһенә аҫылмалы йәйәүлеләр күпере бар.

Иҡтисады үҙгәртергә

Малсылыҡ, үҫемлекселек үҫешкән. Магазин бар. Ауылда электр үткәрелгән. Газ, һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу системалары юҡ. Һыу менән тәьмин итеү скважин ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6NLnfKMH0?url=http://chelstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/chelstat/resources/66820f804e9e868b9ba79b8e65563e6a/%D0%A2%D0%BE%D0%BC+1.+%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%B8+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%BC%D0%B5%D1%89%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0
  3. Россия ▹ Уральский ФО ▹ Челябинская область ▹ Кизильский район ▹ Главная▹Ильинка nav_page_ver #content_div navH1 nav_pages h1location { background-color: transparent; border: none; }.Ильинка | Места на карте мира.Соседи.
  4. [ http://chel-portal.ru/enc/Ilinka Ильинка]
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.