Икенде

һәр нәмәнең күләгәһе үҙенән ике тапҡыр оҙонайғандан алып, ҡояш байый башлағанға тиклемге намаҙ
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Икенде намаҙы — һәр нәмәнең күләгәһе үҙенән ике тапҡыр оҙонайғандан алып, ҡояш байый башлағанға тиклем дауам итә. Ул 4 рәҡәғәт фарыз.

Икенде намаҙын ҡылыу тәртибе үҙгәртергә

1-се рәкәғәттә «Ҫәнә доғаһы», әғүҙү -бисмилләһте әйткәс, «Фәтиха» сүрәһе һәм Ҡөръәндән бер нисә аят йәки сүрә (мәҫәлән, «Кәүҫәр» сүрәһен) уҡыйбыҙ ҙа, бер рөкүғ һәм ике сәждә ҡылабыҙ.

2-се рәкәғәттә торып баҫҡас, бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен һәм бер ҡыҫҡа сүрәне (мәҫәлән, «Ихлас» сүрәһен) уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып "Әттәхиййәт"те уҡыйбыҙ һәм өсөнсө рәкәғәткә торабыҙ.

3-сө рәкәғәттә Бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, дүртенсе рәкәғәткә торабыҙ.

4-се рәкәғәттә Бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып «Әттәхиййәт» менән "Салауат"ты, Раббәнә доғаһын уҡыйбыҙ ҙа, ике яҡҡа сәләм биреп, Сәләм доғаһын уҡыйбыҙ.

 
Сәмәрҡәнд - 25 - Олуғбәк мәҙрәсәһендә намаҙ
 
мәсеттә намаҙлыҡтар

Ҡөрьән Кәримдән аят үҙгәртергә

  Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы (икенде) һаҡлағыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында түбәнселек менән тороғоҙ.
 

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев
  • Асым Уйсал. ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ, Икенсе баҫма, Фәнирә Ғайсина тәржемәһе, «САД» нәшриәт төркөмө, Мәскәү, 2010 йыл, 80 бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә