Игуасу шарлауыҡтары

Игуасу шарлауыҡтары (исп. Cataratas del Iguazú, порт. Cataratas do Iguaçu) — Бразилия (Парана штаты) һәм Аргентина (Мисьонес провинцияһы) сигендә Игуасу йылғаһында урынлашҡан 275 шарлауыҡтан торған комплекс[1][2]. Шарлауыҡтар Аргентинаның һәм Бразилияның «Игуасу» милли парктары сигендә урынлашҡан. Ике парк та ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән (1984 һәм 1986 йылдарҙа)[3].

Игуасу шарлауыҡтары
порт. Cataratas do Iguaçu, исп. Cataratas del Iguazú
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
ЙылғаИгуасу 
Бейеклеге82 м
Киңлеге2700 м
Һыу сығымы1500-6000 м³/с
Көньяҡ Америка
Точка
Игуасу шарлауыҡтары
 Игуасу шарлауыҡтары Викимилектә
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 303
рус.англ.фр.

Iguazú (Игуасу) атамаһы гуарани телендәге y (һыу) һәм guasu (ҙур) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[4].

Шарлауыҡ тарихы үҙгәртергә

Шарлауыҡтар ағып төшкән базальт ултырмалары яҡынса 130-140 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. 20 мең йыл самаһы элек Игуасу шарлауыҡтары комплексы Игуасу йылғаһының Паранаға ҡойған урынында тиерлек урынлашҡан булған. Йыл һайын шарлауыҡ менән Парана йылғаһы араһындағы ара яҡынса 1-2 метрға артып, 28 саҡрымға еткән. Йәғни шарлауыҡ әлеге ваҡытта күҙәтелгән урынға шылған. Был тирә-яҡтың тәүге билдәле кешеләре - гуарани һәм кайнганг ҡәбиләләре. Был районда табылған археологик объекттар быны дәлилләй. Был ергә тәүге аяҡ баҫҡан һәм шарлауыҡтарҙы асыусы тип иҫәпләнгән беренсе европалы Нуньес Кабеса де Вака булған. Ул уларҙы 1541 йылда, Эльдорадо иленең легендар хазиналарын эҙләп, джунгли аша Парана йылғаһы буйлап өҫкә күтәрелгән ваҡытта асҡан. Уның тасуирламалары буйынса, шарлауыҡтар уға көслө тәьҫир яһамаған, ул уларҙы испан һүҙҙәре менән «ғәйәт ҙур» тип атаған һәм, « сәсрәмәләр һыу өҫтөнән бейеккә күтәрелә», тип билдәләгән.

Географияһы үҙгәртергә

Шарлауыҡтар Игуасу й. тамағынан яҡынса 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Комплекстың киңлеге - 2,7 саҡрым, ул яҡынса 275 айырым шарлауыҡты үҙ эсенә ала[1]. Шарлауыҡтың бейеклеге 82 метрға тиклем етә, әммә шарлауыҡтарҙың күбеһенең бейеклеге 60 метрҙан саҡ ҡына күберәк[1]. Иң ҙур шарлауыҡ — «Иблис тамағы» (исп. Garganta del Diablo) — 150 м киңлектәге һәм оҙонлоғо 700 метрлыҡ текә яр. Был шарлауыҡ Бразилия менән Аргентина араһындағы сикте билдәләй.

Ямғырҙар миҙгелендә яҡынса 2000 мм яуым-төшөм яуа. 1978 йылда шарлауыҡ ҡорой һәм ай буйына эшмәкәрлек итмәй.

Күп кенә утрауҙар (шул иҫәптән шаҡтай ҙурҙар) шарлауыҡтарҙы бер-береһенән айыра. 2,7 саҡрымға яҡын дөйөм киңлегенән 900 метры һыу менән ҡапланмаған. Утрауҙарҙы тоташтырыусы 2 саҡрым самаһы күпер бөтә ағымдарҙы яҡшыраҡ күрергә ярҙам итә. Шарлауыҡтар майҙаны 2,7 км булған амфитеатр рәүешендәге уйпатлыҡ барлыҡҡа килтерә. Шарлауыҡтарҙың күбеһе Аргентина биләмәһендә (оҙонлоғо 2100 м) урынлашҡан, әммә Бразилия яғынан (оҙонлоғо 800 м) «Иблис тамағы»на яҡшы күренеш асыла. Шарлауыҡтарҙы 160-260 метр бейеклектән күҙәтергә мөмкин, шул рәүешле был шарлауыҡ Ниагара шарлауығынан бейегерәк, әммә Виктория шарлауығына бирешә.

Шарлауыҡтар эргәһендә өс ҡала - Бразилия яғында Фос-ду-Игуасу, Аргентина яғында Пуэрто-Игуасу һәм Парагвай яғында Сьюдад-дель-Эсте урынлашҡан[5].

Айырыуса билдәле шарлауыҡтар атамалары: «Әҙәм һәм Һауа», «Өс мушкетёр», «Ике апай-ҡәрҙәш», «Сальто-Эскондидо» («йәшерен һикереү»), «Сальто-Флориано» («сәскә һикереүе»), «Сан-Мартин», «Рамирес» һәм башҡалар.

Урындағы башҡа иҫтәлекле урындар — Итайпу гидроэлектростанцияһы быуаһы (әлеге ваҡытта (2021 йыл) донъяла билдәләнгән ҡеүәт буйынса икенсе урында тора), һәм иезуит ғибәҙәтханалары.

Туризм үҙгәртергә

 
Игуасу шарлауыҡтары янында отель

Игуасу шарлауыҡтары - Көньяҡ Америкала туристар күп килгән урындарҙың береһе. Йыл һайын бында 1,5-2 миллион кеше була. Туристар өсөн махсус рәүештә майҙансыҡтар йыһазландырылған. Шарлауыҡ эргәһендә йәйәүле һәм автомобиль маршруттары һалынған. Шулай уҡ туристарға һыу үтмәгән кейем тәҡдим ителә, сөнки маршруттар шарлауыҡтар аша үтә. Игуасу шарлауыҡтары эргәһендә халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан, тиҫтәләрсә отель, кемпингтар төҙөлгән, инә торған юлдар, ял итеп йөрөү өсөн һуҡмаҡтар бар. Урындағы халыҡ шулай уҡ ошо туристик индустрия менән мәшғүл, улар махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа урындағы бейеүҙәрҙе һәм йырҙарҙы күрһәтәләр, шул уҡ ваҡытта урындағы костюмдарҙы кейеп йөрөйҙәр.

Милли парктар үҙгәртергә

Игуасу шарлауыҡтары ике милли парк биләмәһендә урынлашҡан: Аргентинала 1909 йылда нигеҙ һалынған 67 мең гектар майҙанлы Игуасу милли паркы һәм Бразилияла 1939 йылда нигеҙ һалынған 185 мең гектар майҙанлы Игуасу милли паркы.

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

Игуасу шарлауыҡтары түбәндәге фильмдар менән бәйләнгән:

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Iguaçu Falls (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 апрель 2019.
  2. Игуасу (водопад в Юж. Америке) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. UNESCO World Heritage Centre. UNESCO World Heritage Centre - World Heritage List. unesco.org.
  4. Bonnie Hamre. Iguazu Falls. About.com Travel. 2016 йыл 3 ғинуар архивланған.
  5. Игуасу. about-brazil.org. Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано из оригинала 11 август 2015 года. 2015 йыл 11 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә