Игошев Владимир Александрович

рәссам

Игошев Владимир Александрович (28 октябрь 1921 йыл — 8 ғинуар 2007 йыл) — совет рәссамы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1965). СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1965) халыҡ рәссамы.

Игошев Владимир Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1]
Тыуған урыны Асҡын, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР[2]
Вафат булған көнө 8 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө рәссам
Эш урыны Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Уҡыу йорто В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Жанр портрет[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены народный художник РСФСР «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы СССР-ҙың халыҡ рәссамы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Александрович Игошев 1921 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны [3]Асҡын ауылы янындағы Игошев хуторында тыуған.

1940 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (педагогы И. И. Урядов, А. Э. Тюлькин).

1944—1950 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү академия хужожество институтында уҡый (педагогтары Г. Г. Ряжский, К. Мочальский, В. В. Почиталов).

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1940—1943 йылдарҙа Төньяҡ-Көнбайыш, Дон һәм Сталинград фронттарында һуғыша. 1942 йылдың ноябрендә бейеклек өсөн һөжүм ваҡытында ҡаты яралана. Бөтә 1943 йылды госпиталдә тиерлек үткәрә

1951 йылдан алып М. С. Киров исемендәге Урал политехник институтында, 1968—1980 йылдарҙа — Мәскәү архитектура институтында һәм В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында уҡыта.

1950 йылдарҙан алып Ханты-Мансы автономиялы округта йәшәй, тирә яҡ тәбиғәтен, бигерәк тә Березово крайын һүрәткә төшөрә. Төньяҡта «Тыуған тораҡ», «Каникулдар», «Ҡарт манси ҡатын», «Хыялға сумған», «Шаянҡай», «Байрам көнөндә» картиналарын ижад итә.

1950—1990 йылдарҙа КХДР, Ҡытай, Мысыр, Сүриә, Ливан, Монголия, Һиндостан, Пакистан, Вьетнам, Голландия, Бельгия, Көнбайыш Германия, Франция илдәренә сәфәр ҡыла. Сәйәхәттәр һөҙөмтәһе булып «Сит илдәр буйлап» картиналары күргәҙмәһе була.

2007 йылда вафат була. Мәскәүҙә Ваганьковский зыяратында ерләнә[4].

В. А. Игошевтың картиналары музейҙарҙа һәм Австрия, Бөйөк Британия, Аргентина, Бельгия, Венгрия, Германия һ. б. илдәрҙең шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Игошевтың 250-нән ашыу эше музейҙарҙа һәм элекке СССР территорияһындағы галереяларҙа һаҡлана. Туғыҙ картинаһы Третьяков дәүләт галереяһында, ун бере— рус Дәүләт музейында һаҡлана.

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

1943 йылда Игошевтың тәүге эштәр күргәҙмәһе Өфөлә үтә — алтмышҡа яҡын фронт һүрәттәре күрһәтелә.

Шәхси күргәҙмәләре Мәскәү, Ленинград (рус музейы), Йондоҙ ҡаласығы, Өфө, Төмән, Пермь, Кострома, Горький, Свердловск, Черновцы, Тубыл, Чебоксар, Златоуст, Әлмәт, Ханты-Мансийск, Токио, Будапешт, Прага, Братислава, Гаага ҡалаларында үтә

Төп эштәре үҙгәртергә

Х. Ш. Заимов (1948), М. Г. Гәрәев портреттары (1949), «Ҡоҙоҡ янында», «Тыуған ил һаҡсыларына» (икеһе лә — 1950), Бөйөк Ватан һуғышына арналған 60-лап эше бар[5].

«Ҡыҙыл шарфтағы ҡыҙ» (1989), «Инфанта» (1997), «Суеват -Паулу тураһында хәтирәләр» (1990—1991), «Шаянҡай»[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары үҙгәртергә

  • И. Е. Репин исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1982) — «Тайга крайы кешеһе», «Ҡарт манси ҡатын», «Болан үрсетеүсе Ф. Н. Тихонов портреты», «Себер ҡыҙы йыры», «Йәш һунарсы», «Тайга ҡасабаһынан ҡыҙ», «Ҡарт һунарсы» портреттар серияһы өсөн.
  • «СССР Халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме (1991)
  • «РСФСР-ҙың Халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме (1965)
  • «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» маҡтаулы исеме(1961)
  • I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (09.12.1942; Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән)
  • «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалы (4.12.1943)
  • Рәсәй художество академияһының көмөш миҙалы (РАХ) («Шредер Сирка портреты», «Әсә», «Тутчанглы ҡыҙ», «Олатай дөңгөрө» эштәре өсөн).

Хәтер үҙгәртергә

2001 йылда Ханты-Мансийскта Игошев Владимирҙың йорт-музейы асыла. Унда төньяҡ циклына ҡараған йөҙгә яҡын эше һаҡлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • http://dmi-hmao.ru/biografiya/
  • Записки о художниках
  • Картины Игошева В. А. http://www.antonia.lv/ru/zhivopisj/igoshev-vladimir-aleksandrovich/
  • http://artmus.culture21.ru/author.aspx?author=593
  • Башкирская энциклопедия