Иванов Михаил Михайлович (инженер)

Иванов Михаил Михайлович (29 октябрь 1905 йыл — 29 сентябрь 1974 йыл) — механик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Иванов Михаил Михайлович (инженер)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 16 (29) октябрь 1905
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө инженер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Сталин премияһы

Биография үҙгәртергә

Михаил Михайлович Иванов 1905 йылдың 16 (29) октябрендә Өфө ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы) тыуған.

Эш урыны: 1925—1940 йылдарҙа БАССР предприятиеларында эшләй, 1940—1942 йылдарҙа — «Башнефть» Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһында механик; 1942 йылдан 1968 йылға тиклем — өлкән инженер, Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире (БашНИПИнефть[1]).

Михаил Иванов скважиналарҙы тәрәндә тикшереү өсөн прибор уйлап таба. Ул манометрҙар, термографтар, сығымдарҙы үлсәгестәр (расходомер), пьезографтар (МГА-3, ДЛПП-4, ГПП-3) уйлап сығара, барлығы 19 уйлап табыу авторы.

1974 йылдың 29 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — ҡатлам шарттарында нефттең физик үҙенсәлектәрен ентекле тикшереү өсөн яңы алымдар эшләгәне өсөн,
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965)[2]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «ОАО НПФ Геофизика»
  2. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР № 105 от 19 января 1965 года