Иванов Илья Ильич

Иванов Илья Ильич (29 август 1904 йыл — 31 март 1977 йыл) — ғалим-биохимик. СССР медицина фәндәре академияһы академигы (1974).

Иванов Илья Ильич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 август (11 сентябрь) 1904
Вафат булған көнө 31 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Збарский, Борис Ильич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1904 йылдың 29 авгусында тыуған[2].

1929 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының химия бүлеген тамамлай.

1940 йылға тиклем Минскиҙың, Новосибирскиҙың, Мәскәүҙең ғилми-тикшеренеү учреждениеларында ассистент, ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1940 йылдан — Ҡырғыҙ медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Ҡырғыҙ филиалының Химия институтында биохимия лабораторияһы мөдире (Бишкәк ҡалаһы).

1945 йылдан — 1-се Мәскәү Медицина институтының биохимия кафедраһы профессоры, 1952—1955 йылдарҙа — СССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының биофизика институтында биохимия лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта Табиптарҙың белемен камиллаштырыу үҙәк институтының биохимия кафедраһы мөдире.

Артабан Ленинград педиатрия медицина институтында (1962 йылға тиклем) һәм С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында (1977 йылға тиклем) биохимия кафедраһына етәкселек итә.

1943 йылда докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай, 1946 йылда профессор ғилми исеме бирелә[2]. .

1963 йылда СССР медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, ә 1974 йылда академигы итеп һайлана[2].

1977 йылдың 31 мартында вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Биохимия өлкәһендә белгес.

Хәрәкәтсән күҙәнәктәр (сперматозоидтар, трипаносомалар), мускулдар, нурланыш зарарланыуы һәм яман шештәр биохимияһына, шулай уҡ, клиник энзимологияға һәм гельминттар биохимияһына арналған яҡынса 180 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.

Онтогенездың төрлө стадияларында мускул аҡһымдарының фракцион составын өйрәнә, мускул аҡһымдарының фракцияларын бүлеп сығарыу һәм өйрәнеү ысулын эшләй, полиомиелит эҙемтәһендә мускулдарҙың ҡыҫҡарыу функцияһы боҙолоу дәрәжәһен баһалау буйынса тест эшләй.

Хәрәкәтсән күҙәнәктәрҙең биохимияһы буйынса тикшеренеүҙәрҙә, һөтимәрҙәр сперматозоидтарының анаэроб шарттарында хәрәкәт итеү мөмкинлеген күрһәтә, орлоҡ күҙәнәктәрендә аэроб һәм анаэроб алмашыныу араһында бәйләнеште, уларҙың эндоген энергетик субстраттарының тәбиғәтен, шулай уҡ алмашыуҙа аденозин трипосфатының ролен һәм уның сперматозоидтарҙың хәрәкәт функцияһына йоғонтоһон асыҡлай.

Уның эшенең һөҙөмтәләре «Химическая динамика мышц и подвижных клеток» (1950) һәм «Биохимия и патобиохимия мышц» (1961) монографияларында дөйөмләштерелә (1961).

Нур ауырыуының һуңғы стадияларында нурланыш зарарланыуы үҫешенең дөйөм теорияһын формулировкалай, уларҙы ядро ДНК-һының зарарланыуы һәм РНК мәғлүмәт транскрипцияһы процестарының боҙолоуы менән бәйләй, был тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре «Практическое руководство по применению радиоактивных изотопов в биологии и медицине» (1955) һәм «Обмен веществ при лучевой болезни» (1956) монографияларында дөйөмләштерелә.

Медицина юғары уҡыу йорттары өсөн биохимия буйынса, ике тапҡыр СССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының дипломына лайыҡ булған (1 — 5-се баҫмалары), дәреслек авторҙашы (Б. И. Збарский һәм Р. С. Мардашев менән берлектә).

Уның етәкселегендә 42 диссертация, шул иҫәптән 12 докторлыҡ диссертацияһы эшләнә.

Бөтә Союз биохимия йәмғиәтенең Үҙәк советы президиумы ағзаһы, шәхси һәм ғәмәли химия буйынса Халыҡ-ара союз ағзаһы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Химическая динамика мышц и подвижных клеток, М., 1950;
  • Обмен веществ при лучевой болезни, М., 1956 (совместно с др.);
  • Биохимия и патобиохимия мышц, Л., 1961 (совместно с Юрьевым В. А.);
  • Введение в клиническую биохимию, Л., 1969 (совместно с др.);
  • Биологическая химия, Л., 1972 (совместно с др.);
  • Введение в клиническую энзимологию, Л., 1974 (совместно с др.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Иванов Илья Ильич — Большая Медицинская Энциклопедия. бмэ.орг. Дата обращения: 2019-9-7.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Иванов Илья Ильич. library.ruslan.cc. Дата обращения: 2019-9-11. 2019 йыл 8 сентябрь архивланған.