Иванова Ольга Дмитриевна

Ольга Дмитриевна Иванова (18981958) — совет театры артисы.

Иванова Ольга Дмитриевна
рус. Ольга Дмитриевна Иванова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 май 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Ярославль, СССР
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Ф. Волков исемендәге Рәсәй академия драма театры[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Биографияһы үҙгәртергә

1898 йылдың 17 майында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897 йылда) Түбәнге Новгородта тимерсе һәм кер йыуыусы ғаиләһендә тыуған.

Туғыҙ йәшендә Ольганы Түбәнге Новгородта Мария приютына бирәләр, сөнки атаһы ҡаты ауырып китә һәм әсәһе биш баланы ҡарай алмай. Иванова приютта 1907 йылдан 1915 йылға тиклем тәрбиәләнә һәм дүрт класс белем ала.

Театрға әүәҫлеге булғанлыҡтан, 1918 йылда хәрби пролеткультҡа артист булып урынлаша, һуңынан, Волга хәрби флотилияһында эшләп, «Факел социализма» пароходы менән Царицын фронтына ебәрелә. Царицын азат ителгәндән һуң, Түбәнге Новгородҡа ҡайтып, Иванова Волга хәрби флоты моряктары театрында эшләүен дауам итә.

Йәш талантлы артисҡа театр режиссеры И. А. Ростовцев иғтибар итә, ул һуңынан уның ире булып китә. Ростовцев уның сәхнә талантын формалаштырыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнә, артистың үҙ алдына белем алыуы менән етәкселек итә. Ольга драма һәм комедияларҙа көнкүреш һәм характерлы ролдәр артисы булып китә. Ул Һарытау, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Куйбышев, Ярославль театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән сығыш яһай, сәхнә образдарын тыуҙырыуҙа юғары артислыҡ оҫталығы күрһәтә.

Ольга Дмитриевна Иванова шулай уҡ ҙур йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, художестволы үҙешмәкәрлек менән етәкселек итә, Совет Армияһы частарында, колхоздарҙа һәм башҡа урындарҙа күсмә спектаклдәр һәм концерттар менән сығыш яһай.

Иванова Ярославлдә 1934—1935 йылдарҙа һәм 1942—1957 йылдарҙа сығыш яһай. 1957 йылдың авгусынан ул Мәскәү Кесе театры артисы булып китә.

1958 йылдың 28 июнендә Ярославль ҡалаһында вафат була. Ире янында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1950 йыл

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә