Ибраһим (Ҡырмыҫҡалы районы)

Ибраһим (рус. Ибрагимово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 388 кеше[1]. Почта индексы — 453015, ОКАТО коды — 80235855006.

Ауыл
Ибраһим
Ибраһим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°30′02″ с. ш. 56°14′22″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 855 006

ОКТМО коды

80 635 455 111

Ибраһим (Рәсәй)
Ибраһим
Ибраһим
Ибраһим (Ҡырмыҫҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ибраһим


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (100 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 388 188 200 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 15 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һәүәләй): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ибраһим): 4 км

Ауыл тарихы үҙгәртергә

Ибраһим ауылы Өфө өйәҙенә һәм 8-се башҡорт кантонының 4-се йортона (1798—1865) ҡараған. 1795 йылда Ибраһим ауылында 15 ихата була, унда 47 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1816 йылдағы VII ревизияла 49 ир-ат һәм 45 ҡатын-ҡыҙ 16 ихатала күрһәтелгән. 1834 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ибраһим ауылындағы 31 ихатала 89 ир-ат һәм 87 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Күп ҡатынлы 4 ғаилә була. 1813 йылда ауылда Ырымбур губернаһының 9-сы башҡорт кантоны Иҫәнғол ауылынан 3 ғаилә теркәлә. 1920 йылда 124 ихатала 596 кеше йәшәгән.

17 быуат аҙағында был ауыл Өмөтбай тип аталған, Өфө ҡалаһынан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул саҡта бында Йомран-Табын улусы ерҙәренә батша грамотаһы алған Өмөтбай Мырҙашев йәшәгән. Әйткәндәй, Өмөтбай Мырҙашев ул саҡта волостан аманат (заложник) булған. Артабан ауыл Йомран исеме менән билдәле булған. Был — Йомран-Табын улусы үҙәге. 18 быуаттың 80-се йылдарында уны Ибраһим йәки Йомран-Ибраһим тип йөрөтәләр. Риүәйәт буйынса, Ибраһим Абдулғазин 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].


Кантон идаралығы осоронда ауылда оҙаҡ ҡына 7-се башҡорт кантонының штаб-фатиры урынлашҡан, сөнки бында кантон башлығы яҫауыл Ишмөхәмәт Өмөтбаев, ғалим-мәғрифәтсе һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841—1907) атаһы йәшәгән.

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ата-бабаларынан яҙып алған мәғлүмәттәргә һәм үҙенең «Йәдкәр» китабы буйынса шуны әйтеп була: Йомран-табын ырыуының 1000 йылдан ашыу тарихы бар.

М.Өмөтбаевтың шәжәрәһенә күҙ һалһаҡ, Әмир Тимерҙең улы Фәйрузша хан, уның улы Гәрәй хан, артабан Хәни-Уғлан, Туҡтар бей, Әйкембирҙе, Ҡужамбирҙе дауам итә. Әйкембирҙенең улы Йомран — әлеге Ибраһим ауылына нигеҙ һалыусы.

М. Өмөтбаев яҙып ҡалдырыуынса, Хәни Уғлан Әстерхан ҡалаһынан Өфө тирәһендә йәшәгән Гәрәй хан вафат булғандан һуң, уның халҡын үҙенә ҡаратыр өсөн килгән. Ағиҙел менән Дим ҡушылған ҡултыҡтан үҙенә ер һорап, башын эйгән. Ун ике ырыуға бүленгән табындар Ағиҙелдең һул яҡ ярында уға йорт урыны бүлгәндәр. Бер аҙ йәшәп, көс туплағас, Хәни Уғлан Ағиҙел буйында йәшәгән мең ырыуы ерҙәренә хужа булып алған. Алман бейҙең ҡыҙын кәләш итеп алғас, беренсе балалары Туҡтар тыуған. Ошо ваҡытта Әстрәхандың ханы Тимер хан вафат булған. Хәни ханды Әстерханға кире хан итеп алып ҡайтырға тип, сапҡындар килгән. Башҡорттар араһында иң уҡымышлыһы тип һаналған Ҡотлоюп сәсән Хәни уғландан башҡорт йортона хан итеп әлегә малай ғына булған Туҡтар бейҙе ҡалдырыуын үтенгән. Туҡтар бей, үҫеп еткәс, Әстерханға атаһы янына барам тип, был яҡтарҙы ташлап сығып киткән һәм хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Туҡ йылғаһы буйына барып урынлашҡан.

Был ваҡытта башҡорттар күсмә тормош алып барған. Туҡтар бейҙең улы Әйкембирҙе үҙенең ырыуы менән әлеге Өфө ҡалаһындағы «Дуҫлыҡ монументы» торған урынға килеп ултыра. Был ваҡиға 16 быуат урталарына тап килә.

М. Өмөтбаевтың 1897 йылда сыҡҡан «Кесе табын» ырыуы шәжәрәһендә «Ағиҙел буйында йәшәгән табын башҡорттары рус подданствоһын 1556 йылда ҡабул итә», — тип әйтелә. Был турала шәжәрәлә Күрпәс бейҙең «Иван Васильевичҡа баш эйергә һәм уның илселәрен ҡабул итергә барҙым», — тигән һүҙҙәре бар.

Яйлап табын ырыуы башҡорттары ултыраҡ тормошҡа күсә башлай. Ҡайһылары Туҡтар бейҙең төйәген — Туҡ буйын үҙ итһә, Йомран олатай Ағиҙел буйынан да уңайлыраҡ урын күрмәй. Тәүҙә улар әлеге Шипово ауыл янында йәшәй башлайҙар. Йәшенләп ямғыр яуғанда бейек ҡаяларға ҡаҡлығып, имәндәргә йәшен атып, бер туҡтауһыҙ янғындар сыға башлағас, ата-бабаларыбыҙ имән үҫкән ерҙә беҙгә тыныслыҡ юҡ, тип әлеге Ибраһим ауылы янына килеп ултырып, тәүге ҡышты сыға. Әлеге көндә ауылдың бер осон — «Виктория» лагеры урынлашҡан ерен Ҡышлау тип йөрөтәләр.

Ауыл халҡы солоҡсолоҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн итә. 17 быуат аҙаҡтарында ауыл халҡы игенселек менән дә шөғөлләнә башлай. 1850 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда 285 кеше, 1920 йылда 246 кеше йәшәй.

1928 йылда Тоҡос ауылын да хеҙмәтләндергән Ибраһим ауыл Советы һәм «Ҡыҙылғы» колхозы ойошторола. Колхоздың беренсе рәйесе Ғәбиҙулла Ҡәйүмов була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ирҙәр һуғышҡа китә, бөтә көс ауылда ҡалған балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар елкәһенә төшә. Һуғыштан бары 66 кеше әйленеп ҡайта, 70 яугир һуғыш яланында ятып ҡала.

Һуғыштан һуң бер нисә ауыл Фрунзе исеменәге колхозға берләшә. Әлеге ваҡытта ауылда «Башҡортостан» хужалығы эшләй.

Урамдары үҙгәртергә

  • Гагарин (урамы) (рус. Гагарина (улица))
  • Гайсин (урамы) (рус. Гайсина(улица))
  • М.Гафури (урамы) (рус. М.Гафури (улица))
  • Донъя (урамы) (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр (урамы) (рус. Молодежная (улица))
  • Яңы (урамы) (рус. Новая (улица))
  • Күл (урамы) (рус. Озерная (улица))
  • Садыков (урамы) (рус. Садыкова (улица))
  • Өмөтбаев (урамы) (рус. Уметбаева(улица))
  • Ш.Бикулла (урамы) (рус. Ш.Биккула (улица))
  • Мәктәп (урамы) (рус. Школьная (улица))[3]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  • Ут күршеләр. Ҡырмыҫҡалы районы. Ибраһим ауылы.YouTube сайтында Видео

Сайтта үҙгәртергә

  • Презентация по башкирскому языку и истории Башкортостана «Уметбаев. М.» (5-9 классы)[1]

Матбуғатта үҙгәртергә

  • 24 СЕНТЯБРЬ 2020, МӨХӘМӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВАҡбуҙат.[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә