Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы

ижтимағи-сәйәси һәм дини эшмәкәр

Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы (23 апрель 1857 йыл — 31 август 1944 йыл) — ҡаҙый (судья), публицист һәм дин таратыусы. Панисламизм идеяһын яҡлаусы.

Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 23 апрель 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2]
Тыуған урыны Тара[d], Тубыл губернаһы, Көнбайыш-Себер генерал губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыны Токио[d], Япония
Ерләнгән урыны Тама[d]
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто Кышкарское медресе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Иттифак аль-Муслимин[d]
Милке Ulfat[d]
 Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәбдрәшит Ғүмәр улы Ибраһимов (Ғәбдрәшит бин Ғүмәр бин Ибраһим бин Ғәбдеррәшид бин Ғәбдеррахим) 1857 йылдың 23 апрелендә Тубыл губернаһы Тара өйәҙенең Тара ҡалаһында тыуған. Уның ата-бабалары тел һәм сығышы буйынса төркиҙәр. Ғәбдрәшит Ибраһимов үҙен татар тип һанаған, ә уның атаһы Ғүмәр бохарҙарҙан булған. Атаһы яғынан ҡартатаһы — Ғәбдрәшит Тара ҡалаһында ахун булған, ҡала таш мәсеткә нигеҙ һалыусы булып һанала. Әсәһе Ғәфифә ҡырҡ йыл тирәһе мөғәллимә була, әсәһенең атаһы, Ибраһим, Әлмән ауылы башҡорто була, Тара ҡалаһында мулла булып хеҙмәт итә[3].

Ете йәшенән Зәйналбаширҙан белем ала, Әлмән ауылы мәҙрәсәһендә. 17 йәшендә етем ҡала һәм Төмән ҡалаһына китә. Унда уҡыуын «Яңы ауыл» мәҙрәсәһендә дауам итә, артабан — Ҡышҡар ауылы мәҙрәсәһендә. 1878—1879 йылдарҙа ҡаҙаҡ далаларында (хәҙер Ҡаҙағстандың Аҡмолла өлкәһе) уҡытыу эше менән шөғөлләнә.

1879—1885 йылдарҙа Мәҙинә, Мәккә һәм Истанбул ҡалаларында белемен камиллаштыра.

1885 йылда Рәсәйгә ҡайта. 1885 йылда Тарала йәмиғ мәсетенең имам — хатибы булып хеҙмәт итә, шунда уҡ мәҙрәсәлә мөҙәрис була. 1892—1894 йылдарҙа Ырымбур мосолман дини йыйылышының ҡаҙыйы булып хеҙмәт итә[4].

1900 йылдан башлап Санкт-Петербургта үҙ типографияһында төрки телендә «Миръат» («Көҙгө»; 1900—1903, 1907—1909) журналын, «Өлфәт» («Дуҫлыҡ»; 1905—1907) гәзитен, «Нәҗат» («Ҡотҡарыу» журналын; 1907) һәм ғәрәп телендә — «әт‑Тилмиз» («Шәкерт»; 1906—1907) гәзитен сығара.

1905—1907 йылдарҙа — Иттифаҡ әл-Муслимин либераль-демократик мосолман партияһының үҙәк комитеты ағзаһы (Рәсәй мосолмандары союзы).

1919—1921 йылдарҙа Рәсәй мосолмандары алдында Совет власы байрағы аҫтындағы империализмға ҡаршы көрәшкә саҡырыу менән сығыш яһай.

Ғәбдрәшит Ибраһимов йәш сағында йәдитселек идеяларын яҡлай. Рәсәй мосолмандары араһында панисламизм позицияларынан батшалыҡҡа ҡаршы пропаганда эшен алып барған Ғ. Ибраһимов «кафырҙар» яғынан бөтә мосолман халыҡтарын ниндәй булһа ла юҫыҡта колониаль иҙеүҙән азат итеүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуя. Был хәлдә Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышта элекке конкуренты — Япония, көнбайыштағы Ғосман империяһы кеүек панисламистарҙың тәбиғи союздашы булып тора. Уны, башҡа империализмға ҡаршы булған көнсығыш милләтселәрен кеүек, Японияның индустриаль яҡтан тиҙ күтәрелеүе һөйөндөрә. Берҙәм мосолман ғәмәлдәр фронтын булдырыу ниәтендә Ибраһимов 1897 йылда Ғосман империяһына барып ҡайта.

1898 йылда Тара ҡала думаһына 1898—1902 йылдарҙағы икенсе дүрт йыллыҡҡа гласныйҙарҙы һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.

1902 йылда Тара ҡала думаһына 1902—1906 йылдарҙағы өсөнсө дүрт йыллыҡҡа гласныйҙарҙы һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.

1902 йылда Ибраһимов Әбделхәмит солтандың әмере буйынса Ғосман империяһын ташлап сығырға мәжбүр була. 1902—1903 йылдарҙа ул тәүге тапҡыр Японияны күрә, бында ул рустарға ҡаршы пропагандалауҙа ҡатнаша һәм Ибраһимов Япониялағы Рәсәй илселеге талаптары буйынса был илдән ҡыуыла. 1904 йылда Истанбулға килә һәм бында ҡулға алына, уны Рәсәй илселегенә тапшырылар һәм һаҡ аҫтында Одессаға оҙаталар. 1905—1906 йылдар сиктәрендә Ибраһимов иреккә сығарыла. Элек Ырымбур мосолман ойошмаһы идаралығы ағзаһы булған саҡта ул Иттифаҡ әл-Мөслимин хәрәкәте етәкселәренең береһе һәм бер нисә мосолман конгресының ойоштороусыһы була. Сөннәттәрҙең һәм шиғыйҙарҙың берләшеү идеяһын алға һөрөүсе була. Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары конгресында Түбәнге Новгородта Ибраһимовтың төп дәғүәсе Гаяз Исхаҡи була.

1906 йылда Рәсәй империяһының Дәүләт думаһына Тара өйәҙенән выборщик булып һайлана. Сауҙа менән шөғөлләнә[5]. Әммә 1907 йылда һайлауҙарҙан ситләтелә һәм алдынғы мосолман гәзите мөхәррире булараҡ хөкөмгә тарттырыла.

1908 йылда икенсе тапҡыр Японияға юллана, 1909 йылдың февраль-июнендә Токио ҡалаһында йәшәй. Урындағы милләтселек ойошмаларының вәкилдәре менән бәйләнештәр булдыра. Айырыуса тығыҙ бәйләнештәр Кокурюкай ультрамилләтсе йәмғиәте менән (Амур союзы, Англияла күберәк Ҡара аждаһа йәмғиәте исеме аҫтында билдәле) урынлаштыра. Был йәмғиәт 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышы алдынан барлыҡҡа килә һәм көнбайышҡа ҡаршы сәйәсәт алып бара.

Ғ. Ибраһимовтың Истанбулға әйләнеп ҡайтыуын Адзия Хоружая (Азия, уян!) япон йәмғиәте финанслай һәм аҡсалата ярҙам итеү бер йыл дауамында бара, сөнки уның маршруты Ҡытай, Британия һәм Нидерланд Индияһы мосолман үҙәктәре аша үтә. Был сәйәхәттә Ибраһимов тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул иткән һәм үҙен артабан Йомер Ямаока тип атай башлаған япон Ямаока Котаро (1880—1959) менән осраша. Улар икәүләп Мәккәгә баралар.

1910 йылда Ибраһимов Төркиәнең баш ҡалаһына килгән саҡта унда йәш төрөктәр (младотурки) хакимлыҡ итә һәм улар билдәле дин таратыусы булып киткән Ибраһимовтың идеяһына ыңғай ҡарашта булалар. Ибраһимов урындағы ғәлимдән һәм уның менән бәйләнештә булған ойошмаларҙан хуплау таба. Көнсығыш Азиялағы хәлдәр тураһында үҙенең күҙәтеүҙәрен ул Alem-i-da ' ve Japonya’Intişar Islam-Islamiyet ı (Ислам донъяһы һәм ислам диненең Японияла таралыуы) эшендә асып бирә. Артабанғы йылдарҙа Ибраһимов Истанбулда бер нисә ислам журналын нәшер итә (Sırat-Müstakim ı, Tearüf-Muslimin i) шунда уҡ япон Ямаока ла баҫтырыла. Ибраһимовтың улы атаһының идеяларын Рәсәйҙә таратыу менән шөғөлләнә: Ҡазанда ислам журналын сығара. Ғәбдрәшит Ибраһимов йыш ҡына өгөт-нәсихәткә оҡшаған телмәр тоторға яратҡан, панислам берҙәм фронты өсөн өгөтләй. Ваҡыт үтеү менән Ибраһимов, ул яҡлаған идеялар киң танылыу тапмауын аңлап, пантөрөк Әнүәр паша менән яҡынлаша һәм уның идеяларын Төркиәлә татар эмигранттары араһында таратырға маташа. Ошондай уҡ мәкерле эштәрен алып барыу өсөн Рәсәйҙә Татар хәйриә йәмғиәте хеҙмәт итә. 1913 йылда Ибраһимов Islam Dünyası. гәзитенең баш мөхәррире һәм нәшерсеһе булып китә һәм уның 27 һанын баҫтырып сығара.

1911 йылда Ибраһимов, Әнүәр паша тәҡдиме буйынса, Teşkilât-ı Mahsusa йәшерен төркөмөнә ҡабул ителә. Ошо уҡ йылда улар икәүләп Ливияға, Триполиға, юлланалар, унда Италияға ҡаршы мосолман һәм бәҙүән ҡәбиләләрен ойоштороу өсөн итальян ғәскәрҙәре килеп төшкән була. Беренсе донъя һуғышы осоронда Ибраһимов Германияла мосолман әсирҙәренән Британия колониализмына ҡаршы көрәшкә ебәреү маҡсаты менән хәрби подразделениелар ойошторорға маташа. 1918 йылда ул, Рәсәй депутаты булараҡ, Берлинда Ihtilal Cemiyetleri Ittihadı (элекке Teşkilât-ı Mahsusa) ойошмаһының 2-се конгресында ҡатнаша. Был ваҡытта Ғ. Ибраһимов бер аҙ ваҡытҡа большевиктар менән берләшә. 1922—1923 йылдарҙа Совет Рәсәйендә йәшәй.

1930—1931 йылдарҙа Мәккә ҡалаһында йәшәй. Ибраһимовтың ислам яҡлы агитацияһы ҙур һәм оҙайлы уңышҡа тарымай, шул уҡ ваҡытта Яҡын һәм Урта Көнсығышта 1920—1940 йылдарҙа милли хәрәкәттәр йылдан-йыл көсәйә бара. 1933 йылда уk Японияға саҡырыу ала. 1938 йылда ул ҡабаттан был илгә килә һәм ислам буйынса Kyōkai Nippon Kaikyō Dai рәсми япон дәүләт ойошмаһы рәйесе һәм Токио йәмиғ мәсетенең имамы булып китә. 1944 йылдың авгусындағы вафатына тиклем япондарҙың күпселеге тиҙ арла исламды ҡабул итәсәгенә ышана.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Автономия яки идараи мөхтәрият. — С.-Пб., 1906.
  • Тәрҗемәи хәлем: автобиография. — С.-Пб., 1907.
  • Abdürreşid İbrahim, Özalp, Ertuğrul (изд.); Âlemi-i İslâm ve Japonya’da islâmiyet’in yayılması — Türkistan, Sibirya, Moğolistan, Mançurya, Japonya, Kore, Çin, Singapur, Uzak Hind adaları, Hindistan, Arabistan, Dâru’l-Hilafe; İstanbul 19?? (İşaret), ISBN 975-350-134-X
  • Abdürreşid İbrahim, François Georgeon (перев., изд.); Un Tatar au Japon — voyage en Asie (1908—1910); [Arles] 2004 (Actes Sud-Sindbad), 269S.; EST: Alem-i İslâm ve Japonya 'da intişar-i islâmiyet <franz.>; ISBN 2-7427-5206-4
  • Abdürreşid İbrahim; ; Berlin 1933

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #63680703 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  3. Алишина Ханиса Чавдатовна. Абдрашит Гумерович Ибрагимов — ученый, просветитель, публицист, общественный деятель сибирских татар. Муслим-инфо (7 декабрь 2016). Дата обращения: 16 март 2018. 2018 йыл 30 июнь архивланған.
  4. Валеев Фоат Тач-Ахметович. Ибрагимов Габдрашит // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Сибирская торговая газета. № 34. 13 февраля 1907 года. Тюмень

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Turkoglu, Ismail, Sibiryali Meshur Seyyah Abdurresid Ibrahim, Ankara 1997.
  • Esenbel, Selcuk; Inaba Chiharū; The Rising Sun and the Turkish Crescent; İstanbul 2003, ISBN 975-518-196-2 (в частности Kap. 1 und 4)
  • Tahir, Mahmud; Abdürreşid İbrahim 1857—1944; в: Central Asian Survey Vol VII,4 (1988), S150- (engl.)
  • Türkische Bibliographie in: Toplumsal Tarih, Nr. 19 und 20 (Juli, Aug. 1995)
  • Uzun, Mustafa; ''Abdürreşid İbrahim 1857—1944; in: Türkiye Diyanet Vakfi Islam Ansiklopedisi, Istanbul 1988, Vol. 1, S295-97 (с подробной библиографией)