Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы

Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы (псевдонимы Ибраһим Ҡыпсаҡ; 189527 сентябрь 1937) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, яҙыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).

Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1895
Тыуған урыны Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Тормош юлы үҙгәртергә

Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы Ибраһимов 1895 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Ҡараҡыпсаҡ улысына ҡараған Сапыҡ ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Күгәрсен районы) тыуған. Тәүҙә тыуған ауылында, атаһы указлы мулла Ғәбделғәлләмдең мәҙрәсәһендә белем ала. 1914 йылдан Ҡарғалы мәҙрәсәһендә, артабан Ырымбур ҡалаһында уҡый.

1918 йылда Башҡортостан автономияһының Ҡыпсаҡ кантон башҡармаһында сәркәтип булып эшләй. Ошо осорҙа Ырымбурҙа сыҡҡан Башҡорт милли хәрәкәтенең матбуғат органы — «Башҡортостан хөкүмәте теле» гәзитенә әүҙем яҙыша. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Ғ. Ибраһимовты Башревкомға агитатор-ойоштороусы итеп тәғәйенләйҙәр.

1919 йылдың майында Ғабдулла Ибраһимов Мәскәүгә Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетҡа уҡырға ебәрелә. 1919 йылдың октябрендә Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы хәрби комиссары Нуриәғзәм Таһиров һәм Башҡортостандың хәрби-революцион комитетының махсус вәкиле (особоуполномченный) Х. Н. Әмиров юллауы буйынса Петроградта Коммунистик университетты тамамлаған курсанттар — Ибраһимов, Сәғәҙиев һәм Лотфуллин — Петроградҡа килә. Был осорҙа 10 меңдән ашыу яугир тәшкил иткән Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө тәжрибәле сәйәси эшмәкәрҙәргә ҙур ҡытлыҡ кисерә. Ғабдулла Ибраһимов күптән түгел Бәләбәйҙән килгән Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһына (4 меңдән ашыу кеше) хәрби (сәйәси) комиссар итеп тәғәйенләнә. Һөҙөмтәлә Ғ. Ибраһимов Петроградтағы башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси етәкселәренең береһе булып китә. Ибраһимов бында, һалдаттар араһында, Башҡорт автономияһы етәкселегенең сәйәси йүнәлешен алып бара, шул уҡ ваҡытта әүҙем яҙыша.

1919 йылда Петроградты обороналауҙа һәм Н. Н. Юденич армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

1920 йылдың февралендә, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуының бер йыллығына бағышлап, «Бәхет көнө» исеме аҫтында альбом-йыйынтыҡ, әҙерләп сығара. Был йыйынтыҡ милли хәрәкәттең пропагандистик баҫмаһы булараҡ, һалдаттар араһында таратыла. Комиссар Ибраһимов «Бәхет көнө» йыйынтығында «Башҡортостан хәрәкәте» тип исемләнгән мәҡәләһе менән сығыш яһай. Башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең тарихын, Совет власы яғына сығыуҙың уның әһәмиәте хаҡында бәйән итә. "Күп тотҡонлоҡта торған халыҡтың яҙмышы, яҡшы тормошо фәҡәт Совет власын урынлаштырғанда ғына мөмкин буласағына ышанып, бөтә Башҡортостан халҡы бөгөнгө көндө иң ҙур, иң хөрмәтле байрамдарҙан һанай[1].

1920 йылдың башынан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһында хәрби комиссар булып хеҙмәт итә, дивизияны тарҡатҡандан һуң республикаға ҡайта.

I Бөтә башҡорт эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары съезы советы делегаты (1920 йыл) итеп һайлана. 1920 йылдың көҙөндә ул Башҡортостандың Социаль тәьминәт халыҡ комиссары итеп вазифаһына тәғәйенләнә, 1921 йот йылында Ибраһимов «Башпомгол» рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Граждандар һуғышынан һуң ас-яланғас ҡалған башҡорт халҡының хәлен яҡшыртыу, ҡот осҡос аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн булған көсөн һалып эшләй ([2]).

Петроградты обороналауҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн юғары дәүләт наградаһы — РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1921).

Артабан РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, БАССР-ҙың Үҙәк архивы мөдире вазифаларын биләй. 1923 йылда Ғабдулла Ибраһимов Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумына директор итеп тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән осорҙа, техникумда башҡорт әҙәбиәтенең буласаҡ күп кенә эшмәкәрҙәре тәрбиәләнеп сыға. Карауанһарай техникумында эшләгән осоронда Ғабдулла Ибраһимов үҙе лә әүҙем ижади эш менән мәшғүл була ([3]).

1925 йылда «Башҡорттар Петроград өсөн көрәштә» исемле документаль очеркы китап булып баҫылып сыға.

1926 йылда Ғ. Ибраһимов Башпотребсоюз идараһы рәйесе итеп Өфөгә эшкә күсерелә, артабан Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы комиссариатында эшләй.

1931 йылдан Өфөнөң Комбайн моторҙары заводында (хәҙерге УМПО) бүлек начальнигы булып эшләй, һуңынан, 1932 йылда, Белорет металлургия заводына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

19341937 йылдарҙа ошо йүнәлештә юғары белем алыу маҡсатында Мәскәүгә И. В. Сталин исемендәге Бөтә Союз сәнәғәт академияһына уҡырға инә.

1937 йылда, Мәскәүҙә уҡып йөрөгән мәлендә, Ғабдулла Ибраһимов репрессиялана (1937 йылдың 26 июлендә ҡулға алына, 27 сентябрҙә — атып үлтерелә).

Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы Ибраһимовтың яҡты исеме 1958 йылда аҡлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә