Ибе́рия, Иве́рия, Ивирия Ка́ртли ( груз. იბერია, ივერია, әрм. Վիրք, грек. Ἰβηρία, лат. Iberia)) — антик һәм византия авторҙары телгә алған Картли тарихи өлкәһе территорияһындағы боронғо батшалыҡ.

Иберия
იბერია
Флаг
Флаг

Кавказ аръяғы картаһы
Кавказ аръяғы картаһы

Б.э.т. III быуат — 537 йыл
Баш ҡала

Армази, Мцхета, Тбилиси (V быуаттан)

Эре ҡалалары

Армази, Мцхета, Тбилиси, Уплисцихе, Некреси, Цунда

Телдәр

Грузин

Идара итеү формаһы

Монархия

 Иберия Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

Боронғо замандарҙан Иберия территорияһында бер нисә туғандаш ҡәбиләләр йәшәгән, антик авторҙар уларҙы «сасперҙар», «тибарендар», йыйылма «иберҙәр» («көнсығыш иберҙәр») тип атағандар. Урындағы халыҡ үҙ илен Картли тип исемләгән. Беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттар араһында Иберия территорияһында синфи дәүләт барлыҡҡа килә. Иберҙәрҙең тормалары араһында Мцхета мөһим урынды биләй һәм һуңыраҡ Иберияның баш ҡалаһы була. Мцхета һәм Урбниси, Уплисцих һәм башҡа ҡалаларҙа һөнәрселек һәм сауҙа сәскә атҡан. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарнда Иберияла грек һәм арамей яҙыуын ҡулланғандар. Иберияның көсәйеүелә (бигерәктә Фарсман II батшалығы осоронда) ошо дәүергә тура килә.

IV быуатта Иберияла феодаль мөнәсәбәттәр үҫешә башлай. 318—332 йыдарҙа (төрлө сығанаҡтар буйынса) батша Мириан III христианлыҡты дәүләт дине итеп иғлан итә. IV быуат аҙағында Иберия Сәсәниҙәр дәүләтенә буйһона башлай.V быуат уртаһында фарсылар власына ҡаршы Иберия батшаһы Вахтанг I Горгасал етәкселегендәге ихтилал була.

 
Христофор Целлариус буйынса Колхида һәм Иберияның картаһы, Лейпцигта 1706 йылда нәшер ителгән

Идара итеүсе династиялар үҙгәртергә

  • Арташесидтар (б.э.т. 165—30 йй.)
  • Фарнавазидтар (б.э. 189 й. тиклем)
  • Аршакиҙар (189—284 йй.)
  • Хосроидтар (284 й. һуң)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Апакидзе А., «Жизнь городов Древней Грузии», кн. 1. Тб., 1963;
  •  Лорткипанидзе О., «Античный мир и Картлийское Царство (Иберия)»,Тб., 1968;
  •  История Грузии, т. 1. Тб., 1962;
  •  Мцхета, Итоги археологических исследований, т. 1, Тб., 1958;
  •  Болтунова А. И., Описание Иберии в «Географии» Страбона, «Вестник древней истории», 1947, № 4;
  •  Меликишвили Г. А., К истории древней Грузии, Тб., 1959.