Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы

спортсы, көрәшсе

Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (9 июнь 1995 йыл) — спортсы, билбау көрәше һәм милли көрәш менән шөғөлләнеүсе. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Арыҫлан, Ҡыйғы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө көрәшсе
Спорт төрө Спорт көрәше[d]
Спорт дисциплинаһы Көрәш

Биографияһы үҙгәртергә

Артур Валерий улы Зөлҡәрнәев Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында 1995 йылдың 9 июнендә тыуа. Өсөнсө синыфтан спорт менән шөғөлләнә башлай, уның беренсе тренеры — атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Ағаһы Вадим Зөлҡәрнәев та билдәле көрәшсе. Хәҙер Артур Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Роберт Исмәғилев етәкселегендә шөғөлләнә. Бөгөн уның активында бик күп етди ҡаҙаныштар бар: 2009 йылда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы була. 2010, 2011 һәм 2012 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, Бразилияла донъя чемпионатында ҡатнаша. 2012 йылда беренсе тапҡыр билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында еңеп, ике тапҡыр донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша.

Спорт дәрәжәһе үҙгәртергә

  • Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[1];
  • Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[2].

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Миҙал Ярыш Ваҡыты Үткәреү урыны Ауырлыҡ категорияһы
  Башҡорт-татар көрәше буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты 11 — 12 декабрь, 2010 Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы
  Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге 11 — 14 август, 2011 Әстерхан
  "Көрәш" буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты 12-14 декабрь, 2011 Өфө, Башҡортостан Республикаһы 75 кг-ға тиклем
  Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге 24-26 февраль, 2012 70 кг
  Милли көрәш буйынса донъя беренселеге 21-22 апрель, 2012 Сан-Пауло, Бразилия 75 кг
  Юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса донъя беренселеге 9 — 12 август, 2012 Рязань 70 кг-ға тиклем
  "Көрәш" буйынса "Урал кубогы" VI Бөтә Рәсәй турниры 2 — 3 ноябрь, 2012 Красноуфимск, Свердловск өлкәһе 75 кг-ға тиклем
  1993-1995 йылғы юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге 22 март, 2013 Иглин, Республика Башкортостан 75 кг
  Көрәш һәм билбау көрәше буйынса ирекле стилдә студенттар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары 5 — 7 апрель, 2013 Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы 75 кг-ға тиклем
  Билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты 21 — 25 август, 2014 Ульяновск 70 кг
  Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 18 — 21 сентябрь, 2014 Владикавказ, Төньяҡ Осетия 68 кг
  Билбау көрәше буйынса XII Донъя чемпионаты 19 — 24 ноябрь, 2014 Ашхабад, Төркмәнстан 68 кг-ға тиклем;
  Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты 7 декабрь, 2014 Өфө, Башҡортостан 70 кг
  20 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге Үрге Тәтешле, Башҡортостан Республикаһы 13 — 14 март, 2015
  Өфө ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир 30 октябрь, 2015 Өфө, Башҡортостан Республикаһы 70 кг-ға тиклем
  Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты 5 — 6 декабрь, 2015 Йошкар-Ола, Марий-Эл Республикаһы 70 кг-ға тиклем
  Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 23 — 24 сентябрь, 2016 Владикавказ, Төньяҡ Осетия 68 кг
  Билбау көрәше буйынса XIV Донъя чемпионаты 27-29 октябрь, 2016 Яр Саллы, Татарстан Республикаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (15 ғинуар 2015). Дата обращения: 17 май 2017.(недоступная ссылка)(рус.). www.minsport.gov.ru (15.01.2015 г.). 17 май 2017 тикшерелгән.
  2. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (8 июнь 2015). Дата обращения: 17 май 2017. 2015 йыл 15 август архивланған.(рус.). www.minsport.gov.ru (08.06.2015). 17 май 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә