Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы

Башҡорт дәүләт драма театры актеры

Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.

Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 (30) март 1891
Тыуған урыны Ишле, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (72 йәш) или 10 июнь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Ғосмания мәҙрәсәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы Зөбәйеров 1891 йылдың 18 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Ишле ауылында тыуған.

Өфөлә «Ғосмания» (1906—1908), «Ғәлиә» (1908—1909) мәҙрәсәләрендә уҡый.

Ижадының башында Әмин Үҙәнский псевдонимы аҫтында үҙешмәкәр спектаклдәрҙә уйнай.

Профессиональ актёр булараҡ Сәйяр (19091911) һәм «Нур» (19121914) татар театр коллективтарында хеҙмәт итә. 1917 йылдан алып Өфөлә Ҡыҙыл Армия частары һәм клубтарында, Башҡортостандың башҡа торама пункттарында үҙешмәкәр тетар түңәрәктәре етәксеһе. 1919 йылдан — Үрнәк татар-башҡорт театры актёры.

1922 йылда Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Режиссер Я. Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмында («Союздетфильм», 1941) Айтуған образын тыуҙыра.

Ижады үҙгәртергә

Халыҡ тормошон тәрән аңлау һәм күҙәтеүсәнлек Зөбәйеровты үҙенсәлекле сәхнә образдарын ижад итергә мөмкинлек бирә: Хужа Насретдин (Ғ. Ғүмәр, Н. Иҫәнбәт, В. М. Эльтон), Хажи («Хажи әфәнде өйләнә», Ш. Камал), Хәйрүш («Башмағым», Х. Ибраһимов), Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Осип («Тикшереүсе», Н. В. Гоголь), Щукарь («Күтәрелгән сиҙәм», Михаил Шолохов). Актёрҙың драматик ролдәре художестволы образдың тормошсанлығы, сәхнә һығылмаллығы һәм хәрәкәттәрҙең тәбиғилеге менән айырылып тора: Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт» Ф. Шиллер), Патриарх («Борис Годунов», А. С. Пушкин), Пастор («Юлбаҫарҙар», Ф. Шиллер), Бәҙри («Ғәлиәбаныу», Мирхәйҙәр Фәйзи), Гимаҙи («Ҡара йөҙҙәр», Мәжит Ғафури), Ҡормой («Карлугас», Баязит Бикбай), Сураман («Салауат Юлаев», Баязит Бикбай), Ҡәҙерғол («Тальян гармун», Ғабдулла Әхмәтшин).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ленин ордены (1949)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1955)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1949)
  • Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы (1935)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Фаткуллин Ф. Сәхнәбезнең хуҗа Насретдины: [арт. Эмин Зөбөеровның тууынча — 110 ел] // Кызыл таң. — 2001. — 21 апр. ;
  • Зубаиров Амин Фахреевич // Драматическое искусство Башкортостана / сост. А. К. Карабулатова, З. В. Сайфуллина. — Уфа, 2005. — С.82-83.
  • Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  • Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә