Зәйнуллин Хәмит Хисмәтулла улы

Зәйнуллин Хәмит Хисмәтулла улы (15 апрель 1931 йыл — 1 ноябрь 2000 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының М. В. Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы, 1973—1977 йылдарҙа комплекслы бригада бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Зәйнуллин Хәмит Хисмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Ихсан, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Яңы Ихсан, Саҡмағош районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Хәмит Хисмәтулла улы Зәйнуллин 1931 йылдың 15 апрелендә БАССР-ҙың Саҡмағош районы Яңы Ихсан ауылында тыуа. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1946 йылда Саҡмағош районының «Ерак тау» колхозында башлай. 1947 йылдың октябренән тракторсылар курсында уҡый. 1948 йылдың февралендә Саҡмағош машина-трактор станцияһына тракторсы итеп ҡабул ителә. 1952 йылдың майынан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң, 1955 йылдың ноябренән Саҡмағош МТС-ында тракторсы булып эшләй, 1958 йылдың июленән — «Сәрмәсән» колхозы тракторсыһы (1960 йылда Фрунзе исемендәге колхозға ҡушыла).

Ауыл хужалығы алдынғыларының тәжрибәһен ҡулланып, техниканың юғары етештереүсәнлеген, агротехника ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе тәьмин итеп, X. X. Зайнуллин беренсе класлы белгес булып китә, йыл һайын иген һәм ҡуҙаҡлылар культураларынан тотороҡло юғары уңыш алыуға өлгәшә. 1966 йылда 1 241 гектар йомшаҡ ерҙе һөрөп, планды 138 процентҡа үтәй, ә 1970 йылда пландағы 1000 гектар урынына 1580 гектар һөрә, норманы 158 процентҡа үтәй.1966 йылда Х. Х. Зәйнуллин эшкәрткән 390 гектарҙа гектарынан 18,1 центнер уңыш алына, 1970 йылда 492 гектар майҙандан гектарынан 29,6 центнер иген алына. X. X. Зәйнуллин эшкәрткән айырым участкаларҙа һөҙөмтә юғарыраҡ була. 1970 йылда 123 гектарҙа «харьков — 46» сорт бойҙай уңышы гектарынан 37 центнер тәшкил итә, 187 гектарҙағы «һарытау-33» сортының төшөмө — 34,9 центнер.

Х. Х. Зәйнуллин 17 йәш колхозсыны тракторист һөнәренә өйрәтә. Техникаға, яғыулыҡ-майлау материалдарына һаҡсыл ҡарай. 1966—1970 йылдарҙа алмашсыһы менән 10 987 килограмм яғыулыҡ һәм 287 запас частар экономиялай. Был планға ҡарата 10,4 һәм 13,7 процент тәшкил итә.

1966—1970 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхоз иген етештереү планын — 122,5, дәүләткә һатыу планын 148,1 процентҡа үтәй. Колхоз ҡаҙанышында Х. Х. Зәйнуллиндың өлөшө лә ҙур.

Ауыл хужалығын продукттарын етештереүҙе үҫтереү һәм дәүләткә игенселек, малсылыҡ продукттарын һатыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән X. X. Зайнуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].

1973 йылдан алып 1988 йылда пенсияға киткәнсе Саҡмағош районы Фрунзе исемендәге колхозда бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы, комплекслы бригада бригадиры булып эшләй.

Хеҙмәт ветераны 2000 йылдың 1 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә