Зыя Өммәти (18851943) — ХХ быуат башында ижад иткән башҡорт яҙыусыһы, уҡытыусы.

Зыя Өммәти
Өммәти Зыя Ибраһим улы
Исеме:

Өммәтов Зыя Ибраһим улы

Тыуған көнө:

1885({{padleft:1885|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Нөркә улусы, Сурапан ауылы[1]

Вафат булған көнө:

1943({{padleft:1943|4|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Сурапан ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Өммәти Зыя Ибраһим улы 1885 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Нөркә улусы Сурапан ауылында[1] тыуған. Ауыл мәҙрәсһендә башланғыс белем алған.

1898 йылдан 1906 йылға тиклем Өфөләге Ғосмания мәҙрәсәһендә уҡый.

Рәсәйҙәге беренсе буржуаз-демократик революцияһы йоғонтоһонда башланған шәкерттәр хәрәкәте был мәҙрәсәгә лә килеп инә. Шәкерттәр мәктәпкә нигеҙле уҡытыу программалары булдырыуҙы, донъяуи һәм фән дәрестәрен күберәк индереүҙе һ. б. реформалар үткәреүҙе талап итә. Улар «Иғтиҡад»(«Ышаныс») тигән стена гәзите, «Семеткес» тигән ҡулъяҙма журнал да сығаралар. Үҙенең шмғырҙары, мәҡәләләре менән Зыя Өммәти ҙә әүҙем ҡатнаша.

1906 йылдың көҙөндә Өфөлә яңы асылған «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә күсә, 1909 йылға тиклем шунда белем ала. Мәҙрәсәлә уҡыған дәүҙерҙә башҡорт халыҡ йырҙарын, бәйеттәрен йыйыу менән мауығып китә, хикәйәләр яҙа башлай.

1909 йылда уның исеме аҫтында Өфөлә «Башҡорт, типтәрҙәрҙең йыр, бәйеттәре» йыйынтығы, 1910 йылда Стәрлетамаҡта «Аталарға — ғибрәт, йәштәргә — дәрес» тигән повесы айырым китап булып баҫыла.

1910—1911 йылдарҙа З. Өммәти Үрге Урал өйәҙенә ҡараған Усман ауылында мөғәллим булып эшләй.

Артабан тыуған яҡтарында Һәйтәк, Сыпсыҡ, Сурапан ауылдары мәктәптәрендә уҡыта.

Совет власы йылдарында Өммәти, мәктәптә уҡытыу менән бер рәттән, ауылда төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, спектаклдәр ҡуйыуҙы ойоштора, кооперация асырға ярҙам итә.

1923 йылдан ул кооперация-хужалыҡ эштәренә күсә, заготзернола, заготскотта һәм колхозда хисапсы булып эшләй.

1930-сы йылдар аҙағында уны мәҙрәсәлә бергә уҡыған һабаҡташы Ғәлимйән Ибраһимов менән танышлығы арҡаһында (1938 йылда атылған) эҙәрлекләй башлайҙар. Зыя Ибраһим улының ғүмеренең һуңғы йылдары шул сәбәпле бик ҡатмарлы була.

1943 йылда тыуған ауылы Сурапанда вафат булған.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Башҡорт, типтәрҙәрҙең йыр, бәйеттәре. Өфө, 1909.  (төрки)
  • Аталарға — ғибрәт, йәштәргә — дәрес. — Стәрлетамаҡ, 1910.  (төрки)
  • Аталарға — ғибрәт, йәштәргә — дәрес (ауыл тормошонан): повесть // Башҡорт әҙәбиәте XX быуат башы. 2-се китап. Проза. Драматургия. — Өфө, 1984. — Б. 199−234.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 201. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Башкирская литература начала XX века. // История башкирской литературы. Т 1. С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап, 2012. — с.371. (рус.)
  • Башкирские баиты. // Башкирское народное творчество: баиты. — Уфа, 2004. — С.7. (рус.)
  • Зыя Өммәти (1885—1943) // Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2-се китап. Проза. Драматургия. — БФАН: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 590 бит. — Б. 198.

Һылтанмалар үҙгәртергә