Зорин Сергей Иванович

Зорин Сергей Иванович (11 сентябрь 1911 йыл, Өфө губернаһы, Крюковская ауылы, хәҙерге Башҡортостандың Благовещен районы — 6 февраль 1954 йыл, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының механик-водителе, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).

Зорин Сергей Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 сентябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ашҡашлы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Һөнәр төрө танкист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы фронтында һәләк була. 1924 йылға тиклем Благовещен балалар йортонда тәрбиәләнә.

7 класты тамамлай. Ялланып эшләй, һуңынан тракторсыға уҡып ала.

1937 йылдың 30 ғинуарында Өфөлә беренсе трамвай ҡыңғырауы яңғырай. Алты саҡрымға һуҙылған бер колеялы линияға биш моторлы һәм биш тағылмалы вагон сыға. Бер вагонда трамвай йөрөтөүсе булып егерме алты йәшлек Зорин Сергей, буласаҡ Советтар Союзы Геройы, була.

Яратҡан эшенә совет-фин һуғышы ҡамасаулай Ул ошо һуғышта ҡатнаша. Демобилизациянан һуң, 1940 йылда трамвай маршруты начальнигы булып эшләй.

Һәм тағы ла һуғыш — Бөйөк Ватан һуғышы. Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла, һәм Сергей Ивановичты танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1943 йылдың ноябрь айынан механик-водитель старшина Зорин үҙ танкын Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарынан алып бара. 1944 йылда коммунистар партияһы сафына инә

Армиянан демобилизацияланғас, Зорин хәрәкәт хеҙмәте начальнигы, һуңынан № 1 трамвай депоһы директоры була. Өфө ҡала советына депутат һәм партия бюроһы ағзаһы булып һайлана

Наградалары үҙгәртергә

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн һәм командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн старшина Зорин Сергей Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 7234)[1].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (11.10.1943)[2].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (29.06.1944)[3].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (12.10.1944)[4].
  • башҡа миҙалдар.

Хәтер үҙгәртергә

  • Геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Өфө № 1 трамвай депоһы коллективы уның исемен депоға биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. РСФСР Министрҙар Советы үтенесте ҡәнәғәтләндерә. Шулай уҡ территорияла С. Зорин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыла.
  • Район үҙәге — Благовещен ҡалаһында — һәләк булған яугир-яҡташтар мемориалында геройға бюст ҡуйыла, ҡала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында уға арнап стенд сығарыла.
  • Благовещен районының Рождественское ауылында, С. Зорин уҡыған элекке башланғыс мәктәп бинаһында уның хаҡта мемориаль таҡта хәтерләтә.
  • Өфө Электр транспорты депоһы Советтар Союзы Геройы Зорин С. И. исемен йөрөтә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 87 с. ISBN 5-295-02294-3.

Здние, где работал Герой Советского Союза Зорин С. И. Хадии Давлетшиной, сквер.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 29/18, л. 4, 258, 259).
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4629, л. 35, 36).
  3. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 717037, д. 16, л. 4).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 6940, л. 5, 163, 164).

Һылтанмалар үҙгәртергә