Зоология

хайуандар донъяһы тураһындағы фән.

Зоология


Зоология тармаҡтары

АкарологияФизик антропология
АпиологияАрахнология
ГельминтологияГерпетология
ИхтиологияКарцинология
КетологияКонхиология
МалакологияНейроэтология
МирмекологияНематология
ОологияОрнитология
ПалеозоологияПланктология
ПриматологияПротозоология
ТериологияХироптерология
ЭнтомологияЭтология

Билдәле зоологтар

Жорж КювьеЧарльз Дарвин
Карл ЛиннейКонрад Лоренц
Томас СэйЭдвард Уилсон
Альфред Рассел Уоллесбашҡалар…

Биология тарихы

Зооло́гия (бор. грек. ζῷον, грекса зоон — хайуандар + λόγος, грекса логос — тәғлимәт) — хайуандар донъяһы тураһындағы фән.

Зоология хайуандарҙы, уларҙың күп төрлөлөгөн (систематика), төҙөлөшөн (морфология һәм анатомия), ҡылыҡтарын (этология), тереклек үҙенсәлектәрен (физиология), үрсеүен һәм үҫешен (эмбриология), килеп сығыуын (филогенез), таралыуын (зоогеграфия) һәм тирә-йүндәге мөхит менән бәйләнештәрен (экология), шулай уҡ, хайуандарҙың тәбиғәттәге һәм кеше тормошондағы әһәмиәтен өйрәнә.

Зоология фәне башҡа бик күп биология буйынса фәндәр, медицина, ветеринария, ауыл хужалығы, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм хайуандарҙы һаҡлау кеүек өлкәләр бәйле һәм берлектә үҫешә[1][2].

Зоология фәненең өйрәнеү өлкәләре үҙгәртергә

  • Систематика;
  • Морфология;
  • Эмбриология;
  • Физиология;
  • Этология;
  • Экология;
  • Зоогеография.

Зоология фәненең бүлектәре үҙгәртергә

Зоология фәнен ике бүлеккә айырып өйрәнәләр: умыртҡаһыҙҙар һәм умыртҡалылар зоологияһы.

Умыртҡаһыҙҙар зоологияһы үҙгәртергә

    • Протозоология (протистология) — иң ябай хайуандар йәки бер күҙәнәкле хайуандар тураһында фән.
    • Планктология — һыу тәрәнлектәрендә көн иткән микроорганизмдарҙы өйрәнә.
    • Гельминтология — паразит селәүсендәр тураһында фән. Умыртҡаһыҙҙар зоологияһының медицина фәне менән берлектә эш алып барған өлкәһе.
    • Нематология — йомро селәүсендәр тураһында фән. Гельминтология фәне менән уртаҡ өлкәһе бар.
    • Аннелидология — балдаҡлы селәүсендәр тураһында фән.
    • Артроподология — быуынтығаяҡлылар тураһында фән.
      • Арахнология —үрмәкселәр тураһында фән.
      • Карцинология — ҡыҫала һымаҡтар тураһында фән.
      • Энтомология — бөжәктәр тураһында фән.
        • Одонатология — энәғараҡтар тураһында фән.
        • Ортоптерология —тура ҡанатлылар тураһында фән.
        • Колеоптерология — ҡуңыҙҙар йәғни ҡаты ҡанатлылар тураһында фән.
        • Лепидоптерология —тәңкә ҡанатлылар йәки күбәләктәр тураһында фән.
        • Диптерология — ике ҡанатлылар тураһында фән.
        • Гименоптерология — яры ҡанатлылар тураһында фән.
        • Апиология — бал ҡорттары тураһында фән.
    • Малакология — йомшаҡ тәнлеләр йәғни моллюскалар тураһында фән.
      • Конхиология — ҡабырсаҡтарҙы, башлыса моллюскаларҙың ҡабырсаҡтарын өйрәнеүсе фән. .

Умыртҡалылар зоологияһы үҙгәртергә

    • Ихтиология — балыҡтар һәм яңаҡһөйәкһеҙҙәр тураһында фән.
    • Герпетология — һөйрәлеүселәр тураһында фән.
    • Батрахология — ер-һыу хайуандары тураһында фән.
    • Орнитология — ҡоштар һәм λόγος — өйрәнеү, һүҙ)— ҡоштар тураһындағы, һәм уларҙың эмбриология, морфология, физиология, экология, систематикаһын һәм географик таралыуын өйрәнеүсе фән, зоология фәненең бер тармағы.
    • Териология(бор. грек. θηρίον — йәнлектәр) — йәнлектәр тураһындағы фән, һөтимәр хайуандарҙы өйрәнеүсе зоология тармағы.
      • Приматология — приматтар тураһында фән.
      • Кинология — эттәр тураһында фән.
      • Иппология — аттар тураһында фән.
      • Родентология — кимереүселәр тураһында фән.
      • Кетология — кит һымаҡтарҙы өйрәнеүсе фән.
      • Хироптерология — ярғанаттар тураһында фән.
      • Фелинология — бесәйҙәр тураһында фән.
    • Палеозоология — палеонтология фәненең үлеп бөткән умыртҡаһыҙҙар һәм умыртҡалыларҙың ҡалдыҡтарын өйрәнеңсе бүлеге.

Зоология буйынса конгрестар үҙгәртергә

Зоология буйынса иң беренсе халыҡ-ара конгресс 1889 йылда Париж ҡалаһында (Франция), икенсеһе 1892 йылда Рәсәйҙә үтә. Ә 1963 йылда Вашингтонда үткән конгреста 60 илдән 2500 вәкил ҡатнаша[3].

  • XVIII Халыҡ-ара зоология конгресы (2000, Афина, Греция)
  • XIX Халыҡ-ара зоология конгресы (2004, Пекин, Ҡытай)
  • XX Халыҡ-ара зоология конгресы (2008, Париж, Франция)
  • XXI Халыҡ-ара зоология конгресы (2012 йылдың 2-7 сентябре, Хайфа, Израиль)[4]
  • XXII Халыҡ-ара зоология конгресы (2016 йылдың 14-19 ноябре, Окинава, Япония)[5]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • А. А. Яхонтов. Зоология для учителя в двух томах, 1968, 1970.Издательство: Просвещение. Страниц: 680
  • Билич Г. Л. Биология. Полный курс. В 3-х т. Том 3. Зоология / Г. Л. Билич, В. А. Крыжановский. — 4-е изд., испр. — М.: Издательство Оникс, 2007. — 544 с.: ил. ISBN 5-488-00887-Х ISBN 5-488-00890-Х (Том 3. Зоология)
  • Зоология // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  1. Зоология /// Экология человека. Понятийно-терминологический словарь. — Ростов-на-Дону. Б. Б. Прохоров. 2005.
  2. Зоология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. 125 Years of The International Congress of Zoology. International Society of Zoological Sciences [1] 2017 йыл 26 ғинуар архивланған.
  4. Хляп Л. А., Е. В. Котенкова. (2013). XXI Международный зоологический конгресс (2-7 сентября 2012, Хайфа, Израиль).(недоступная ссылка) Зоологический журнал. Том 92, № 5, Май 2013, С. 623—624.
  5. [http://www.zoology.or.jp/2016-jointmeeting/ Joint meeting of the 22nd International Congress of Zoology (ICZ) & the 87th meeting of the ZSJ] 2017 йыл 18 июль архивланған.. zoology.or.jp