Зимми

мосолман илдәрендәге мосолман булмағандар

Зимми́ йәки Зи́ммии (ғәр. ذمي‎, күмәге أهل الذمةәһле әл-зи́ммә,һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе «Килешеүле кешеләр», төр. zimmi) — мосолмандар тарафынан төҙөлгән, йәки яулап алынған, шәриғәт буйынса йәшәгән илдәрҙәге мосолман булмаған халыҡтарҙың (башлыса христианлыҡ, йәһүд дине, зороастризм һәм башҡа) дөйөмлаштерелгән атамаһы [1])).

Зимми
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Статустары үҙгәртергә

Ғүмерҙәрен, мал-мөлкәтен һаҡлауҙары хаҡына, зимми Исламды йәмғиәт тормошоноң бар өлкәләрендә лә танырға тейеш булған һәм яһаҡ (жизйә) түләгән, мәгәр мосолмандар кеүек зәкәт түләмәгән .

Зиммиҙәргә сикләүҙәр: йыш ҡына ҡорал тота, дәүләт вазифаларында эшләй, армияла хеҙмәт итә, судта шаһитлыҡ итә, атта йөрөй, мосолман ҡатын-ҡыҙына өйләнә алмаған. Төрлө дискриминация формалары ҡулланыла алған, йәһүдтәргә һәм христиандарға кәмһетеп ҡарау булған. Мәҫәлән, бер ҡатлы йортта ғына йәшәргә рөхсәт, геттонан ситтә милек һәм ер тотоу, йәшәгән райондан төнөн сығып йөрөү, билдәле бер төр кейем генә кейеп йөрөү һәм башҡалар[2]

Был сикләүҙәрҙең бер өлөшө (мәҫәлән, жизйә, мосолман ҡатын-ҡыҙына өйләнеүҙе тыйыу) Исламда шәриғәт буйынса баштан уҡ бөтә ерҙә һәм бөтә илдә ҡулланылһа, ваҡыт үтеү менән төрлө илдә төрлө ваҡытта һәм төрлө Ислам хакимдары тарафынан сикләүҙәр йә индерелгән, йә юҡҡа сығарылған (мәҫәлән, бер ҡаттан юғары өй һалмау, ҡорал тотмау, бер төр кейемде генә кейеп йөрөү)[3][4].

Ғәрәп хәлифәлегендә (Ғәрәбстан, Төньяҡ Африка) баштан уҡ ғәрәптәргә туғандаш семит-хәмит халыҡтары йәшәгән, шуға күрә уларҙың күпселеге Исламды ғәрәп хакимлығы урынлашыу менән ҡабул иткән (күп булмаған ғәрәп-христиандарҙан башҡа), Ғосман империяһында иһә дини-этник состав бик сыбар булған.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bernard Lewis The Jews of Islam (1984), с. 27
  2. Евреи и христиане под властью Ислама 2012 йыл 28 сентябрь архивланған.
  3. Thomas, David; Roggema, Barbara.(Christian-Muslim Relations: A Bibliographical History(600—900)) (2009), с. 361
  4. Bernard Lewis The Jews of Islam (1984), с. 24-25, 49-51

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә