Зеда Тмогви (груз.: ააიი) - Көньяҡ Грузияла тарихи Джавахети районында (хәҙер Аспиндза муниципаилитеты) урынлашҡан урта быуат христиан сиркәүе. Һаҡланып ҡалған бина Баграт IV хакимлыҡ иткән осорҙа (1027-1072) төҙөлгән өс нефлы базиликанан ғибәрәт. Уның фасадтарында шул осор тарихи шәхестәрен телгә алған бер нисә грузин яҙыуҙары бар. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән[1]

Зеда Тмогви
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Зеда Тмогви Викимилектә

Урынлашыуы үҙгәртергә

Зеда Тмогви, йәки " үрге Тмогви", Тмогви ҡәлғәһе һәм Вардзия мәмерйәләр комплексы араһындағы бейек тау яйлаһында урынлашҡан. Зеда Тмогви 1944 йылда Советтар Союзы ваҡытында урындағы мосолман халҡы ҡыуылған емерек ауыл уртаһында тора. Урында археологик тикшеренеүҙәр үткәрелмәгән. Осраҡлы табылдыҡтарға бронза быуатының ҡара шымартылған керамикаһы һәм обсидиан инә. Яҡында шулай уҡ ер аҫты таш юлдары бар. Зеда Тмогви топонимы үҙе тәүге тапҡыр 1595 йылда ғосман документтарында һәм XVIII быуат грузин йылъяҙмаһында телгә алына[2]

Архитектураһы үҙгәртергә

 
Зеда Тмогви. Көньяҡ фасады һәм орнаментта яҙыу.

Зеда Тмогви XI быуаттың икенсе сирегендә төҙөлә. Был өс нефлы базилика һәйбәт ҡырҡылған һоро базальт таштарҙан төҙөлгән һәм таш плита менән ябылған. Үҙәк нефы ҡабырға нефынан бейегерәк һәм ҙурыраҡ, ул ике яҡтан бер пар колоннаға таянған өс яҡлы аркалар менән айырылған. Төньяҡ диуары иҫкерәк ҡоролманы - инеү урыны тишеген үҙ эсенә ала. Көньяҡ фасады тура мөйөшлө ҡыҫанға ҡуйылған һәм яҙыуҙар менән биҙәлгән порталға эйә. Көнсығыш фасадта орнаментлы тирәстәрҙә өс тәҙрә урынлашҡан.[2]

Сиркәүҙә грузин урта быуат алфавитында яҙылған туғыҙҙан да кәм түгел яҙыу бар. Көньяҡ порталда урынлашҡан уларҙың береһе батша Багратты һәм уның әсәһе Мириамды данлай. Башҡа ике яҙыу батша Баграт ваҡытындағы күренекле дворян Парсманға һәм Баграттың улы Георгий II арналған.[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (in Georgian). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Retrieved 3 July 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "ზედა თმოგვი [Zeda Tmogvi]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian) (1st ed.). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 223–224. ISBN 978-9941-15-896-4.