Зверев Арсений Григорьевич

Зверев Арсений Григорьевич (18 февраль (2 март) 1900 йыл, Тихомирово ауылы Мәскәү губернаһы Клин өйәҙе — 27 июль 1969 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, халыҡ комиссары, һуңынан 1938—1960 йылдарҙа (1948 йылда өҙөклөк менән) СССР финанс министры, КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалығына кандидат (1952—1953), финанс хеҙмәтенең генераль дәүләт советнигы.

Зверев Арсений Григорьевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 февраль 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 июль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2] (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад[3], Сәйәсәт[3] һәм автобиография[3]
Эш урыны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Министерство финансов СССР[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Зверев Арсений Григорьевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Арсений Григорьевич Зверев эшсе ғаиләһендә тыуған. 1919 йылдан РКП(б) ағзаһы. Мәскәү финанс институтын тамамлай (1933)[4]. Иҡтисад фәндәре докторы (1959).

1913 йылдан — туҡыу фабрикаһы эшсеһе

1917 йылдан — «Трехгорная мануфактура» эшсеһе

1921 йылдан — ҡыҙылармеец

1921 йылдан — кавалерия полкының взвод командиры

1922 йылдан — РКП(б)-ның Клин өйәҙ комитеты агитация-пропаганда бүлеге мөдире

1924 йылдан — Мәскәү губерна финанс бүлеге агенты

1925 йылдан — Клин өйәҙе финанс бүлеге мөдире

1927 йылдан — Клин өйәҙе башҡарма комитеты рәйесе

1929 йылдан — Смоленск өлкә финанс бүлегенең һалым идаралығы начальнигы

1930 йылдан — Брянск округ финанс бүлеге мөдире

1932 йылдан — Мәскәүҙең Бауман районы финанс бүлеге мөдире

1936 йылдан — Мәскәүҙең Молотов район советы рәйесе

1937 йылда — Мәскәү ВКП(б) Молотов район комитетының беренсе секретары

1937 йылдың сентябренән — СССР финанс халыҡ комиссары урынбаҫары.

1938 йылдың ғинуарында — 1948 йылдың февралендә — СССР финансы халыҡ комиссары (1946 йылдан — министр). 1942 йылда атом тармағында эш башлау өсөн радий һәм аҡ алтын биреү буйынса яуаплы була

1948 йылдың 16 декабренән башлап — СССР-ҙың финанс министрының беренсе урынбаҫары

1948 йылдың декабренән — ҡабаттан СССР-ҙың финанс министры

1960 йылдың майынан — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Бер үк ваҡытта Бөтә Союз ситтән тороп финанс уҡыу институты.

1-се, 2-се, 4-се, 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы. депутаты. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1961),

Күп кенә Сталин ваҡытында карьера яһаусылар кеүек үк, ул да 1930 йылдарҙа карьера яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дәүләт финанстары менән етәкселек итә, хәрби производстволар өсөн кәрәкле аҡса бирә. Уның ваҡытында эске дәүләт заемдарын сығарыу яйға һалына, улар халыҡ араһында таратыла һәм СССР-ҙа аҡса реформаһы уҙғарыла (1947). СССР-ҙа аҡса реформаһы (1961) ул киткәс планлаштырыла — Зверев уның менән риза булмай отставкаға китә.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • «Национальный доход и финансы СССР» (монография)
  • «Проблемы ценообразования и финансы» (монография)
  • «Хозяйственное развитие и финансы в семилетке» (монография)

Баҫмалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Зверев Арсений Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Arsenij G. Swerew // Munzinger Personen (нем.)
  3. 3,0 3,1 3,2 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jx20090313011
  4. Просмотр Финансовая академия при Правительстве Российской Федерации: история и современность. / Колл. авт.; под общ. ред. ректора Финансовой академии М. А. Эскиндарова. — М.: Финансы и статистика, 2009. — 448 с.: ил. — ISBN 978-5-279-03406-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә

 дня) — историякопия)

 дня) — историякопия)