Заозёрный (Уй районы)

Заозёрный — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Уй районындағы ҡасаба. Соколовка ауылы биләмһе составына инә.

Заозёрный
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Соколовское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 274 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 334 метр
Почта индексы 456488
Карта

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Заозёрный ҡасабаһын күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ (Уй ауылы) 30 км, ауыл биләмәһенә тиклем алыҫлыҡ (Мирный ҡасабаһы) — 8 км. Халҡы 319 кеше тәшкил итә. (1970 йылда — 428, 1983 йылда — 313, 1995 йылда — 510). Ҡасабаға 1937—38 йылдарҙа «Уйский» совхозының Житар бүлексәһе ваҡытында нигеҙ һалына. Рәсми 1961 йылда теркәлә[3]. Зерновой ҡасабаһына ҡарата (совхоздың үҙәк усадьбаһы) был ҡасаба 3 күл аръяғында, түбәндә урынлаша — атамаһы ла шунан. Хәҙер Заозёрный ауылында «Уйская» дәүләт орлоҡ һынау станцияһының бүлеге урынлашҡан. Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, китапхана, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Географияһы үҙгәртергә

Ҡасаба Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, урман-дала зонаһында, Саңғырҙаҡ йылғаһының (Уйылға йылғаһының ҡушылдығы) уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Уй ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан (туранан) яҡынса 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлектең (Урал аръяғы пенеплены) Өфө яйлаһына күсеүе; иң яҡын бейеклектәр — 397 һәм 450 м (Белая Галька тауы). Ландшафты — һыҙатлы ҡарағай урмандары менән урманлы дала. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 334 метр[4].

Сәғәт бүлкәте

Заозёрный ҡасабаһы, бөтә Силәбе өлкәһендә кеүек үк, МСК+2 сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата ваҡыт айырмаһы сағыштырмаса +5:00 тәшкил итә[5].

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
319274
Гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр 44,9 %, ҡатын — ҡыҙҙар 55,1 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһыннда башҡорттар 54 % тәшкил итә, урыҫтар — 33 %[8].

Урамдары үҙгәртергә

Ҡасаба урамдары селтәре алты урамдан тора[9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6NLnfKMH0?url=http://chelstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/chelstat/resources/66820f804e9e868b9ba79b8e65563e6a/%D0%A2%D0%BE%D0%BC+1.+%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%B8+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%BC%D0%B5%D1%89%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0
  3. Заозёрный Уйский
  4. Zaozërnyy (ингл.). GeoNames.
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5(3 июня 2011).
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Коряков Ю. Б.База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Уйский р-н → Заозёрный п.