Залыгин Сергей Павлович

рус совет яҙыусыһы

Залыгин Сергей Павлович (23 ноябрь 1913 йыл — 19 апрель 2000 йыл) — рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты

Залыгин Сергей Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 ноябрь (6 декабрь) 1913[1] или 6 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2]
Тыуған урыны Сухаревка, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 19 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[3][2] (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, инженер, журналист
Эш урыны П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Жанр роман, повесть[d], хикәйә һәм публицистика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
 Залыгин Сергей Павлович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

  • Сергей Павлович Залыгин 1913 йылдың 23 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[4] Сухаревский ҡасабаһында тыуған.
  • 1939 йылда Омск ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1948 йылда «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1970 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй: М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыта.
  • 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

Ижады үҙгәртергә

«Тоҙло япраҡ һуты» («Соленая падь»; 1967), «Комиссия» (1975), «Дауылдан һуң» («После бури»; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. «Экологик роман» («Экологический роман», 1993), «Һайлау ирке» («Свобода выбора»; 1996) романдарында, «Фамилиялаштар» («Однофамильцы»; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең социаль-психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары менән һүрәтләнә. Рус яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988);
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000);
  • Ленин ордены (1971);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә