Жуковский Григорий Васильевич

Жуковский Григорий Васильевич (23 ғинуар 1800 йыл15 февраль 1880 йыл) — генерал-лейтенант, Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы, Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы (1846)[1]. Новороссийск һәм Бессарабия генерал-губернаторы.

Жуковский Григорий Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 23 ғинуар 1800({{padleft:1800|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған көнө 27 февраль 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Пушкин[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Шувалов зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Икенсе кадет корпусы[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Белого орла орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Георгия IV степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святой Анны 1-й степени орден Святого Владимира 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени

Биография үҙгәртергә

Григорий Васильевич Жуковский 1800 йылдың 23 ғинуарында тыуған. Ырымбур губернаһы дворяндарынан.

Санкт-Петербург 2-се кадет корпусы тәрбиәләнеүсеһе. Курсты тамамлағандан һуң, 1819 йылда 1-се пионер батальонына прапорщик чинында ебәрелә.

Бер йылдан подпоручик итеп үрләтелә һәм 3-сө пионер батальонына күсерелә.

1824 йылда поручик чинында Омск гарнизон полкына күсерелә һәм Айырым себер корпусына генерал Петр Михайлович Капцевичтың өлкән адъютанты итеп тәғәйенләнә, ә киләһе йылда тағы ла күсерелә — Вятка полкына.

1829 йылда ошо уҡ вазифала Лейб-гвардия гренадер полкына күсерелә, ә бер йылдан артиллериянан генерал Капцевич уға ҡабаттан адъютант вазифаһын тәҡдим итә, Жуковский ризалаша.

1830 йылғы Поляк ихтилалы ҡабынғас, Жуковский уның баҫтырыуында ҡатнаша. Дембе-Вельки ауылы янында ҡылыс менән башына һәм һул ҡулына яра ала. Алышта күрһәткән батырлығы өсөн 4-се дәрәжә бантлы Владимир ордены менән бүләкләнә. Дауаланғандан һуң яу яланына әйләнеп ҡайта һәм күп кенә алыштарҙа ҡатнаша.

1834 йылда полковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм шул уҡ Капцевичкә махсус йомоштар буйынса офицер итеп тәғәйенләнә, ә бер йылдан — Өлгөлө полкка күсерелә.

Тағы ла бер йылдан Жуковский яңы тәғәйенләнеш ала: Хәрби министрлығы Инженер департаментының дөйөм присутствиеһы ағзаһы.

1843 йылдың 4 декабрендә 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә (Григорович — Степанов исемлеге буйынса 6971-се һанлы).

1846 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы итеп тәғәйенләнә. Бер аҙҙан генерал-майор чинына лайыҡ була.

1848 йылда Һырдаръяға походта ҡатнаша. Киләһе йылда Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы итеп тәғәйенләнә. Бөрө өйәҙендә һәм Красноуфимск өйәҙендә 20 мең дисәтинә ере була[1]. Ҡырым һуғышы башында Жуковский Көньяҡ армияһы баш командующийы эргәһенә тәғәйенләнә, ә һуңғараҡ Килия коменданты итеп ҡуйыла.

1856 йылда уға Симферополь хәрби губернаторы һәм Таврия граждан губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу йөкмәтелә, дүрт айҙан ул ошо вазифаға раҫлана һәм тиҙҙән генерал-лейтенант дәрәжәһен ала.

Өйәҙ учреждениеларын үҙгәртеп ҡороу буйынса комиссия эштәрендә ҡатнаша. Һуңғараҡ ул ике тапҡыр Новороссийск һәм Бессарабия генерал-губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡара.

1866 йылда — Аҡ Бөркөт орденына, 1859 йылда Изге Александр Невский орденына лайыҡ була.

Жуковский Григорий Васильевич 1880 йылдың 15 февралендә вафат була. Шувалов зыяратында ерләнә (1909 йылда 23 февралендә вафат булған Веймарн Надежда Ивановна менән бергә).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены (1843)
  • 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены (1848)
  • 4-се дәрәжә бантлы Изге Владимир ордены (1837
  • Изге Александр Невский ордены (1869)
  • Аҡ Бөркөт ордены (1866)
  • 2-се дәрәжә император тажы менән Изге Анна ордены (1842)
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1826)
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Изге Станислав ордендары (1850, 1837).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Василевская М. Жуковский, Григорий Васильевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
  • Степанов В. С., Григорович П. И. В память столетнего юбилея императорского Военного ордена Святого великомученика и Победоносца Георгия. (1769—1869). СПб., 1869

Һылтанмалар үҙгәртергә