Жмеринка районы (укр. Жмеринський район) — Винница өлкәһендәге район. Район үҙәге — Жмеринка ҡалаһы. Жмеринка районы — өлкәнең иң эре райондарының береһе. Төньяҡта ул — Винница һәм Литин өлкәләре, көньяҡта — Шаргород, көнбайышта — Барск, көнсығышта Тывра райондары менән сикләшә.

Жмеринка районы
Флаг[d]Герб[d]
Дәүләт  Украина
Административ үҙәк Жмеринка
Административ-территориаль берәмек Винница өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 33 781 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Жмеринский район[d]
Майҙан 1171 км²
Рәсми сайт zhmerynka-rda.gov.ua
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Жмеринском районе[d]
Карта
 Жмеринка районы Викимилектә

Район өлкәнең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм Украинаның көнбайыш өлөшөнөң уң яр урман-дала зонаһына ҡарай. Киев, Могилев-Подольск, Одесса һәм Львов йүнәлештәре тимер юблдары кисҫлҫшҫндә урынлашҡан. Жмеринка узел станцияһына йыл дауамында көнө-төнө поездар ағымы килеп тора. Биш ултыртыу платформаларынан станция пассажирҙарҙы ҡабул итә һәм оҙата, ә Поста-Подольскиҙа урынлашҡан тейәү-тауар станцияһында йөк ташыуҙар формалаша

2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала 34 189 кеше йәшәй.

Географияһы үҙгәртергә

Майҙаны — 1 130 км² (райондар араһында 6-сы урын биләй).

Төп йылғалар —Көньяҡ Буг, Краснянка, Думка, Ров.

Демографияһы үҙгәртергә

Район халҡы 35 482 кеше (2013 йылдың 1 июненә ҡарата) тәшкил итә, шул иҫәптән ҡала халҡы — 4 730 кеше (13.33 %), ауыл — 30 752 кеше (86.67 %).

Административ ҡоролошо үҙгәртергә

Советтар һаны:

  • ҡала — 0
  • ҡасаба — 1
  • ауыл — 27

Тораҡ пункттары үҙгәртергә

Тораҡ пункттары һаны:

  • район әһәмиәтендәге ҡалалар — 0
  • ҡала тибындағы ҡасабалар — 1 (Браилов)
  • ауылдар — 58
  • ауыл тибындағы ҡасабалар — 10

Бөтәһе 69 тораҡ пункты иҫәпләнә[2]:

Александровка (укр. Олександрівка) — Александровка ауыл советы үҙәге (Кудиевцы, Повал, Шевченково ҡасабаһы). Халҡы: 894 кеше (2001)

Беликовцы (укр.  Біликівці) — Беликовецк ауыл советы үҙәге (Лопатинцы, Мартыновка) Халҡы: 539 кеше (2001) XV быуаттың беренсе яртыһындағы тарихи сығанаҡтарҙа телгә алына.века.

Браилов (укр.  Браїлів) — ҡала тибындағы ҡасаба, Браилов ҡасаба советы үҙәге (Сёмаки, ҡасабалар Браилов һәм Владимировка). Халҡы: 5 180 чел. XV быуатта нигеҙ һалынған. XVIII быуаттағы монастырь һаҡланып ҡалған. 1878—1880 йылдарҙа Браилоҡа бер нисә тапҡыр П. И. Чайковский килеп китә. Бында ул бер нисә әҫәрен ижад итә. Туғандар ҡәберлегендә Бөйөк ватан һуғышында һәләк булған 249 яугир ерләнгән, һәйкәл ҡуйылған.

Демидовка (укр.  Демидівка) — Демидов ауыл советы үҙәге (Могилёвка). Халҡы: 940 кеше (2001) XVII быуатта телгә алына. 1924 йылдың 1 майында районда тәүге гидроэлектростанция асыла.

Дубовая (укр.  Дубова) — Дубовицы ауыл советы үҙәге. Халҡы: 643 кеше (2001) XVII быуатта нигеҙ һалынған, уны татар-монгодар үртәгән.

Жуковцы (укр.  Жуківці) — Жуковцы ауыл советы үҙәге (Петровка, Сидава, Щучинцы, Ярошенка). Халҡы: 855 кеше (2001) XVII быуатта нигеҙ һалынған.

Каменогорка (укр.  Кам’яногірка) — Каменогорка ауыл советы үҙәге (Алексеевка). Халҡы: 699 кеше (2001) XVIII быуатта нигеҙ һалынған.

Кармалюково (укр.  Кармалюкове) — Кармалюково ауыл слветы үҙәге (Майдан-Головчинский, Петрани). Халыҡ: 800 кеше (2001) XVI быуат башында телгә алына. 1787 йылдың 10 мартында Подолье крәҫтиәнлеге көрәше башлығы В. Я. Кармалюк тыуған. 1965 йылдың 1 авгусында уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған.

Кацмазаво (укр.  Кацмазів) — Кацмазов ауыл советы үҙәге (Настасиевка). Халҡы: 993 кеше (2001) XV быуаттағы сығанаҡтарҙа телгә алына.

Коросовцы (укр.  Коростівці) — Коростовцы ауыл советы үҙәге (Слобода-Носковецкая, Чапаевка ҡасабаһы). Халҡы: 551 кеше (2001) Баштағы исеме — «Урочище Хорошовець». XVII быуат аҙағына тиклем хужалары — Хворостовскийҙар. Иван Хворостовский униатлыҡҡа ҡаршы сығыш яһай. 1739 ер хужалары ауылдың исемен Коростовцы тип үҙгәртәләр. 1891 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе асыла.

Куриловцы (укр.  Курилівці) — Куриловцы ауыл советы үҙәге (Новоселица, Василевка ҡасабаһы). Халҡы: 414 кеше (2001)

Леляки (укр.  Леляки) — Леляки ауыл советы үҙәге (Тартак) Халҡы: 707 кеше (2001) Тартак ауылы территорияһында баҡыр дәүере ҡәберлеге табылған.

Лука-Молчанка (укр.  Лука-Мовчанська) — Лука-Молчака ауыл советы үҙәге (Кесе Жмеринка, Подольское). Халҡы: 640 кеше (2001)

Лысогорка (укр.  Лисогірка) — Лысогорка ауыл советы үҙәге. Халҡы: 457 кеше (2001)

Людавка (укр.  Людавка) — Людака ауыл советы үҙәге. Халҡы: 730 кеше (2001) XVII быуатта нигеҙ һалынған.

Молчаны (укр.  Мовчани) — Молчаны ауыл советы үҙәге. Халҡы: 583 кеше (2001) XVII быуатта нигеҙ һалынған.

Носковцы (укр.  Носківці) — Носковцы ауыл советы үҙәге (Демков). Халҡы: 1702 кеше (2001) 1431 йылда тәүге тапҡыр телгә алына. Мәктәп музейында таш хеҙмәт ҡоралдары һаҡлана. XVII быуат һарайы бар.

Потоки (укр.  Потоки) — Потоки ауыл советы үҙәге (Рыжавка). Халҡы: 707 кеше (2001) XVI быуатта нигеҙ һалынған. Бында граф Потоцкий крепостнойҙары һөрөлгән.

Почапинцы (укр.  Почапинці) — Почапинцы ауыл советы үҙәге (Зоринцы, Слобода). Халҡы: 837 кеше (2001) XIV быуатта тәүге тапҡыр телгә алына.

Ров (укр.  Рів) — Ров ауыл советы үҙәге (Межиров). Халҡы: 688 кеше (2001)

Севериновка (укр.  Северинівка) — Севериновка ауыл советы үҙәге (Голубовка һәм Матейково, Хатки ҡасабалары). Халҡы: 1800 кеше (2001)

Сербиновцы (укр.  Сербинівці) — Сербиновцы ауыл советы үҙәге. Халҡы: 1193 чел. (2001) Севериновка — боронғо ултыраҡтарҙың береһе. Бронза дәүере ултыраҡтары һәм скиф ҡаласығы табылған.

Слобода-Межировка (укр.  Слобода-Межирівська) — Слобода-Межировка ауыл советы үҙәге. Халҡы: 639 кеше (2001) XVIII документтарында телгә алына.

Станиславчик (укр.  Станіславчик) — Станиславчик ауыл советы үҙәге (Травневое ҡасабаһы). Халҡы: 2813 кеше (2001) XVI быуатта ауыл Юшков атамаһы менән йөрөтөлә.татарҙар һәм шляхтичтар һөжүмдәре арҡаһында юҡҡа сығарыла, XVII быуат башында Чачарин ултырағы барлыҡҡа килә. XVI быуаттың икенсе яртыһынан ауылға поляк магнаттары Замойскийҙар һәм Тышкевичтар, артабан, Рәсәй менән ҡушылғас, губернатор А. Бахметьев хужа була. Станиславчик ҡаласыҡҡа әүерелә.

Стодульцы (укр.  Стодульці) — Стодульцы ауыл советы үҙәге (Рожепы һәм Мельник ҡасабаһы). Халҡы: 710 кеше (2001) ХVII быуатта телгә алына.

Тарасовка (укр.  Тарасівка) — Тарасовка ауыл советы үҙәге (Будьки, Вознивцы). Халҡы: 688 кеше (2001) XVIII быуат башында тәүге тапҡыр телгә алына. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә обелиск ҡуйылған. Икенсе донъя һуғышында 289 ауыл кешеһе ҡатнашҡан.

Телелинцы (укр. Телелинці) — Телелинцы ауыл советы үҙәге (Ленинка). Халҡы: 545 кеше (2001) XVIII быуаттың беренсе яртыһында телгә алына.

Чернятин (укр.  Чернятин) — Чернятин ауыл советы үҙәге (Слобода-Чернятин, Токаревка) Халҡы: 1677 кеше (2001) XVII быуатта нигеҙ һалынған.

Тәбиғәт шарттары үҙгәртергә

Файҙалы ҡаҙылмаларҙан химия һәм шәкәр сәнәғәте өсөн гранит, эзбизташ; эзбизды яндырыу өсөн эзбизташ; төҙөлөш ҡомо, кирбес сеймалы етештерелә. Ятҡылыҡтарҙан дүртәүһе генә эшкәртелә, ҡалғандары — резервта.

Подолье ҡалҡыулығы сиктәрендә урынлашҡан. Район рельефы — көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан һөҙәклекле тулҡынлы тигеҙлек. Ыҙан системаһының булыуы рельефтың һыу-эрозия характерын билдәләй, әммә был, үҙ сиратында, ауыл хужалығы техникаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Район климаты — уртаса йомшаҡ ҡышлы һәм йылы йәйле уртаса континенталь. Ул ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә, ял һәм туризмды ойоштороуға булышлыҡ. Район территорияһы беренсе урта-йылы, еүеш агроклиматик районға ҡарай. Максималь һауа температураһы +38 ° C-ҡа тиклем барып етә ала, минималь — -33 ° C, ә уртаса йыл температураһы +7 ° C. Бындай климатик шарттары игенселек өсөн бик уңайлы. Йылғалар: Рив, Ровец , Мурафа, Згар, Мурашко, уларҙың ҡушылдыҡтары – тыныс, аҡрын йөрөшлө, мул һыулы. Рив йылғаһы — Көньяҡ Буг йылғаһының ҡушылдығы. Мурафа һәм Мурашко — Днестр бассейны .

Район тупрағы — көл төҫлө урман һәм көл төҫлө урман ҡыҙыл балсыҡлы, гумусы бик аҙ — 0,8-ҙән 1,8 процентҡа тиклем. Район территоорияһында Винница өлкәһе ҡурсаулыҡ фондының 20 объекты урынлашҡан. Уларҙың дөйөм майҙаны 493,49 гектар тәшкил итә. Чернятин паркы элекке баҡса-парк архитектураһы һәйкәле тип һанала, дендрология паркы булараҡ һаҡ аҫтына алынған. Уны һарай менән бергә төҙөгәндәр, парк майҙаны — 31 гектар. Уны баҡсасы-пейзажист итальян кешеһе Денис Маклед ижад иткән. Бында 120 төр ағас һәм ҡыуаҡ үҫә. Район байтаҡ рекреацион ресурстарға эйә, улар иҫәбенә шулай уҡ Чернятын, Севериновка, Бирюлево, Демидовка, Александровка, Носковцы ауылдарындағы парктар һәм урман массивтар инә.

Транспорты үҙгәртергә

Төньяҡтан көньяҡҡа табан районды Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлы киҫеп үтә һәм Киевҡа һәм E583 Кишиневҡа юлдар үтә. Ғәмәлдәге автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо — 384,3 км, шул иҫәптән ҡаты ҡаплаулы юлдар — 45%.

Автоюлдар: Т 0214, Т 0218, Т 0241 һәм Т 0242.

Бирюлев , Кордышевк , Матейково һәм Сербиновцы станциялары аша поездар хәрәкәте.

Туҡтау пункттары: 1132 км, Будки, Демидовка, Дубки, Жуковка, Козачевка, Лопатиници, Межиров, Могилевка, Стодульцы, Тартак һәм Чернятын.

Хужалығы үҙгәртергә

Эксплуатацияла – 150 км газ селтәре, тәбиғи газдың йыллыҡ тотоноуы – 1273000 ашыу.

Электр биреү линиялары оҙонлоғо – 1590 км. Йыллыҡ дөйөм тотоноу 150 млн. КВт / ч тәшкил итә.

Предприятиелар

• Демидов гранкарьер

• Браилов сок-морс заводы

• Мартынов спиртзавод

• Браилов «Кристалл» ААЙ

• Чернятин һыра заводы

• «БРАИЛОВЧАНКА» тегеү фабрикаһы

• «Конкорд» ААЙ ( Севериновка ауылы)

• Браилов кирбес заводы

• «Агромаш» (Жмеринка ҡалаһы)

Милләт составы үҙгәртергә

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса милләт составы[3]:

Милләт Кеше һаны Процент
Украиндар 42992 97,41 %
Россияндар 883 2,00 %
Молдовандар 68 0,15 %
Поляктар 29 0,07 %
Белорустар 26 0,06 %
башҡалар 138 0,31 %

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы тел буйынса халыҡ составы[3]:

Мова Кількість осіб Відсоток
украин 43107 97,67 %
урыҫ 910 2,06 %
молдова 28 0,06 %
әзербайжан 16 0,04 %
әрмән 15 0,03 %
башҡалар 60 0,14 %

Шәхестәр үҙгәртергә

• Устим Кармелюк (1787—1835) — 1813—1835 йылдарҙа Подольела алпауыттар тарафынан украин крәҫтиәндәрен милли һәм социаль иҙеүенә ҡаршы ихтилалдың етәксеһе;

• Николай Малько (1883—1961) — украин совет дирижеры Сидней симфоник оркестрының баш дирижеры (1957—1961);

• Тихон Абрамов (1901—1991) — совет хәрбиһе, Советтар Союзы Геройы (1945), в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында — танк бригадаһы командиры. Ҡыҙыл Армия полковнигы;

• Николай Белоконь (1955) — Украинаның 5-се Эске эштәр министры (2003—2005);

• Владимир (Вийтишин) (1959) — Украин Грек-Католик Сиркәүенең архиепископы һәм митрополиты;

Иван Ковалёв (1921—2016) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Совет армияһы полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Сәйәсәт үҙгәртергә

2014 йылдың 25 майында Украина Президент һайлауҙары үтә. Жмеринка районы сиктәрендә 58 һайлау участкалары булдырыла. Һайлауҙарға килеү 69,56 % (28742 һайлаусынан 19993 һайлаусы тауыш бирә) тәшкил итә. Иң күп тауыш Петр Порошенко өсөн бирелә — 66,56 % (13 308 һайлаусы), Юлия Тимошенко — 17,01 % (3401 һайлаусый), Олег Ляшко — 6,42 % (1284 һайлаусы), Анатолий Гриценко — 2,49 % (497 һайлаусы). Ҡалған кандидаттар аҙыраҡ тауыш йыялар. Ғәмәлдә булмаған һәм боҙолған бюллендәр һаны — 0,96 %.

Социаль сфера үҙгәртергә

Районда белем биреү учреждениелар эшләп килә: Чернятин дәүләт аграр техникумы һәм Браилов 6-сы СПТУ, I кимәл дөйөм белем биреү мәктәптәре  — 3, I-П кимәл мәктәптәре — 26, I—III кимәл мәктәптәре — 12. Уларҙа 5131 уҡытыусы уҡый. Мәктәпкәсә балалар учреждениелар — 10, уларҙа тәрьиәнеүселәр — 290.

Райондың мәҙәниәт тармағы 20 йорт, 36 ауыл клубы, 61 китапхана, 4 музей, шул иҫәптән П. И. Чайковскийҙың, Н. Ф. Фон-Мекктың музейы, Устим Кармалюк исемендәге халыҡ музейы (Украинала берҙән-бер музей). Браилота һәм Станиславчикта Жмеринка музыка мәктәбенең филиалдары эшләй. Район территориаль медицина берләшмәһенә район хәстәханаһы, 4 участка хәстәханаһы, 5 медамбулатория, 47 фельдшер-акушер пункттары инә. Был учреждениеларҙа 530 медицина хеҙмәткәре эшләй. Район территорияһында 16 йәмәғәт ойошмаһы һәм 13сәйәси партиялар ячейкалары; 66 дини мәхәллә бар, шул иҫәптән: 32 Мәскәү патриархатының Украина православие сиркәүе; 14 — ПЦУ; 2 — старообряд; 4 — рим-католик; 1 — евангелий христиан-баптист; 7 — евангелие иманы христиандары; 5 — етенсе көн адвентистары.

Киң матбуғат саралары үҙгәртергә

 
Логотип «Жмеринської газети»

Пресса үҙгәртергә

• Жмеринка гәзите; • Жмеринка Меридианы; • Беҙҙең гәзит; • ИНФО Жмеринка; • Колорит.

Интернет-баҫмалары үҙгәртергә

• Жмеринка. City — интернет-баҫма (Жмеринка һәм Жмеринка районы тормошо тураһында). 2018 йылдың октябрендә нигеҙ һалына.

Радио үҙгәртергә

• 67.34 FM «Горизонт» радиостанцияһы Украин Радиоһының Беренсе программы йышлыҡтарында эшләй.

Телевидение үҙгәртергә

• Кабель телевидениеһы. Элегерәк урындағы «Децебал» телевидениеһы ҡулланыла, Киев фирмаһына предприятиены һатҡандан һуң урындағы телевидение «DataGroup» фирмаһы аша трансляциялана.

Ҡомартҡылар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә