Жан-Батист Расин (франц. Jean-Baptiste Racine, 21 декабрь 1639 йыл — 21 апрель 1699 йыл) — француз драматургы, XVII быуат Францияһында Корнель һәм Мольер менән бергә өс мәшһүр драматург иҫәбенә инә, «Андромаха», «Британик», «Ифигения», «Федра» трагедияларының авторы.

Жан Расин
франц. Jean Racine
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d][4]
Тыуған көнө декабрь 1639[4]
Тыуған урыны Ла-Ферте-Милон[d][5][4]
Дата крещения 22 декабрь 1639[6]
Вафат булған көнө 21 апрель 1699({{padleft:1699|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][7][8][…] (59 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Франция короллеге[d][2][9][5][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак печени[d]
Ерләнгән урыны Сент-Этьен-дю-Мон[d][10]
Атаһы Jean Racine[d][11]
Әсәһе Jeanne Sconin[d][11]
Хәләл ефете Catherine de Romanet[d]
Балалары Jean-Baptiste Racine[d] һәм Луи Расин[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Латин теле һәм Француз теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, тәржемәсе, либреттист, тарихсы, яҙыусы
Биләгән вазифаһы seat 13 of the Académie française[d][12]
Уҡыу йорто Лицей Сен-Луи[d]
колледж Бове[d]
Кемдә уҡыған Antoine Le Maistre[d], Пьер Николь[d], Клод Лансло[d] һәм Jean Hamon[d]
Сәнғәт йүнәлеше Классицизм
Ойошма ағзаһы Француз академияһы[d][12] һәм Академия надписей и изящной словесности[d][13]
Жанр Трагедия
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][14]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Jean Racine
 Жан Расин Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Жан-Батист Расин 1639 йылдың 21 декабрендә һалым хеҙмәте чиновнигы Жан Расин (1615—1643) ғаиләһендә донъяға килә һәм икенсе көнөнә Ла-Ферте-Милон (Валуа графлығы, хәҙерге Эн департаменты) ҡалаһында һыуға сумырыу йолаһын үтә. 1641 йылда икенсе балаһын тапҡанда әсәһе үлә. Атаһы ҡабат өйләнә, әммә ике йылдан, егерме һигеҙ йәшендә, вафат була. Жан менән һеңлеһе Мариҙы өләсәләре тәрбиәләй.

1649 йылда Бовела Пор-Рояль монастыры эргәһендәге мәктәпкә уҡырға төшә. 1655 йылда аббатлыҡҡа уҡыусы итеп алына. Унда үткәргән өс йыл Расиндың әҙәби үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ул заманының дүрт мәшһүр классик филологында (Пьер Николь, Клод Лансло, Антуан Ле Мэстр, Жан Гамон) белем ала, уларҙың тырышлығы менән бына тигән эллинисҡа әүерелә. Расиндың классик әҙәбиәткә һәм янсенизмға һөйөүе араһындағы конфликт уның өсөн илһам сығанағына әүерелә.

Париждағы Аркур коллежын тамамлағас, 1660 йылда Лафонтен, Мольер, Буало менән таныша; һарай өсөн «Сена нимфаһы» одаһын яҙа (уның өсөн Людовик XIV уға пенсия тәғәйенләй), тағы беҙҙең көндәргә килеп етмәгән пьесаларын ижад итә.

1661 йылда элек Юзеста священник булған бабаһына сиркәүҙән бенефиций алыу тураһында һөйләшергә бара, был уға үҙен тулыһынса әҙәби эшмәкәрлеккә бағышларға мөмкинлек бирер ине. Ләкин сиркәү ризалашмай, һәм ул 1662 йылда (икенсе версия буйынса — 1663 йылда) Парижға ҡайта.

Артабанғы ике йылда Расин король һарайында танышлыҡтар булдыра, атап әйткәндә, королдең һөйәркәһе мадам де Монтеспандың ыңғай ҡарашына өлгәшә, был уға король Людовик XIV менән яҡындан дуҫлашыу мөмкинлеген бирә.

Драматург 1699 йылдың 21 апрелендә вафат була. Парижда Сент-Этьен-дю-Монт сиркәүе эргәһендәге зыяратта ерләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Классицизм традициялары вариҫы булараҡ, Расин темаларҙы тарихтан һәм антик мифологиянан таба. Драмаларының сюжеттары һуҡырҙарса көслө мөхәббәт тураһында һөйләй. Уның драмаларын ғәҙәттә неоклассицизм трагедияһына индерәләр. Уларҙа жанрҙың традицион ҡануны — биш шаршау, урын һәм ваҡыт берлеге (йәғни пьесалағы ваҡиғалар бер көн эсендә бер урында бара) ҡануны күҙәтелә.

Пьесаларының сюжеты йыйнаҡ, бөтә ваҡиғалар персонаждар араһында бара, тышҡы ваҡиғалар кадрға эләкмәй һәм геройҙарҙың аңында, уларҙың һөйләгәндәрендә һәм хәтирәләрендә генә сағыла, улар бары тик геройҙарҙың хис-тойғоларының һәм ҡылығының тәүшарты булараҡ ҡына мөһим. Расин поэтикаһының төп һыҙаттары — хәл-ваҡиғалар ябайлығы һәм тотошлайы менән көсөргәнешлеккә нигеҙләнгән драматизм.

Расин пьесаларҙа ҡулланған һүҙҙәр һаны ҙур түгел  — 4 000 самаһы (сағыштырыу өсөн: Шекспир 30 000-ләп һүҙ ҡулланған)[15].

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • 1660 — (франц. Amasie)
  • 1660 — (франц. Les amours d’Ovide)
  • 1660 — «Ода на выздоровление короля» (Ode sur la convalescence du roi)
  • 1660 — «Нимфа Сены» (La Nymphe de la Seine)
  • 1685 — «Идиллия мира» (Idylle sur la paix)
  • 1693 — «Краткая история Порт-Рояля» (Abrégé de l’histoire de Port-Royal)
  • 1694 — «Духовные песни» (Cantiques spirituels)

Пьесалары үҙгәртергә

  • 1663 — «Слава музам» (франц. La Renommée aux Muses)
  • 1664 — «Фиваида, или Братья-враги» (франц. La thebaïde, ou les frères ennemis)
  • 1665 — «Александр Великий» (франц. Alexandre le grand)
  • 1667 — Андромаха
  • 1668 — fr (Les Plaideurs) («Челобитчики»)
  • 1669 — Британик
  • 1670 — Береника
  • 1672 — fr (Bajazet)
  • 1673 — fr (Mithridate (Racine))
  • 1674 — Ифигения
  • 1677 — Федра (И. Б. Чеславский тәржемәһе (1821)[16])
  • 1689 — fr (Esther (Racine))
  • 1691 — fr (Athalie) («Афалия»)

Баҫмалар үҙгәртергә

  • Расин Ж. Трагедии / Издание подготовили Н.А. Жирмунская, Ю.Б. Корнеев. — Новосибирск: Наука, 1977. — 431 с. Тираж 100 000 экз. (Литературные памятники)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #88809641 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118597523 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 4,2 Bibliothèque nationale de France Record #120076761 // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. Tobin R. W., Bell A. Jean Racine // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  7. Jean Racine // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Jean Racine // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  9. Расин Жан // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  10. http://www.tombes-sepultures.com/crbst_997.html
  11. 11,0 11,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  12. 12,0 12,1 Французская академия (фр.) — 1635.
  13. https://aibl.fr/academiciens-depuis-1663/
  14. https://data.performing-arts.ch/a/0354a921-635b-480e-bd9e-363d4a6af7de / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  15. Taylor,, John. Paths to Contemporary French Literature. — Transaction Publishers (инг.)баш., 2011. — С. 128. — ISBN 9781412809511.
  16. В. Гарский. Чеславский, Иван Богданович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Мокульский С.С. Расин: К 300-летию со дня рождения. — Л., 1940.
  • Шафаренко И. Жан Расин. // Писатели Франции / Составитель. Е.Эткинд. — М.: Просвещение, 1964.
  • Расин Ж. Сочинения. — М., 1984. — Т. 1-2.
  • Кадышев В.С. Расин. — М., 1990.
  • Мориак, Франсуа — Жизнь Жана Расина / «La Vie de Jean Racine».
  • Финкельштейн И.Л. Расин (неопр.). Краткая литературная энциклопедия, Т. 6. (1971). — на сайте Фундаментальной электронной библиотеки.

Һылтанмалар үҙгәртергә