Еңеү (кинотеатр, Петрозаводск)

1950

Кинотеатр
Еңеү
Ил Рәсәй
Урыны Петрозаводск, Ленин проспекты
Координаталар 61.787817/34.356592
Архитектура стиле неоклассицизм
Архитектор Семён Якшин
Төҙөлөшө 19481950 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 101911332140005 (ЕГРОКН)
объект № 1030023000 (БД Викигида)
Еңеү (кинотеатр, Петрозаводск) (Карелия Республикаһы)

«Еңеү» — элекке кинотеатр, Карелия Республикаһы Петрозаводск ҡалаһының Ленин урамындағы бинала урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төҙөлгән бина төбәк өһөмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә ингән[1].

Тарих үҙгәртергә

1944 йылдың октябрендә Петрозаводск ҡалаһында 600 урынлыҡ кинотеатр төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, был ҡарар ҡаланы фашист оккупацияһынан азат ителеүгә дүрт ай тулғас булдырыла. Кәңәшмә барышында бер нисә мөмкин булған проекттарҙы ҡарайҙар, шул иҫәптән архитектор Семен Якшиндың проекты ла ҡарала. Цемент һәм тимер сығымдарының күп талап ителеүенә ҡарамаҫтан, уның проекты иң уңышлы вариант булып таныла һәм был проект Карел-Фин ССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе тарафынан раҫлана.

Якшин проекты буйынса Өфөлә немец хәрби әсирҙәре ҡулдары көсөн файҙаланып 1948 йылда был Еңеү кинотеатрының-«игеҙәге» төҙөлгән. Был маҡсатҡа бүленгән участкала бинаны 1948 йылда Ленин проспектының № 61 участкаһында төҙөй башлағандар, төҙөлөш өс йыл дауамында алып барылған, өҫтәүенә немецтар төҙөлөш башында ғына булып, ә инде артабан төҙөлөш урындағы фабрика-завод училищеһы уҡыусылары тарфынан башҡарылған[2].

«Еңеү» кинотеатрын тантаналы асыу 1951 йылдың 1 ғинуарында үтә. Был көндә кинотеатрға ике меңдән ашыу кеше кино ҡарарға килә, ә Александр Столперҙың «Далеко от Москвы» фильмы иң беренсе итеп күрһәтелгән фильм була, был фильм 1951 йылда 1-се дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ булған була.

Кинотеатрҙың репертуарында төрлө фильмдар була: хәрби-патриотик һәм тарихи-документаль фильмдар, етди драма һәм комедия таҫмалары, фәнни-популяр картиналар. Ватан фильмдары менән бер рәттән шулай уҡ сит ил таҫмалары күрһәтелгән, ә балалар каникулдары ваҡытында улар өсөн мультфильм һәм фильмдар күрһәтелә. Октябрь революцияһының 50 йыллығы байрамына әҙерләнеү барышы тураһындағы документтарҙа Карел АССР-ы кино селтәрҙәре араһында «Еңеү» кинотеатры әйҙәүсе предприятие булып тора, тип күрһәтелә.

1990-сы йылдарҙа кинотеатрға йөрөүселәрҙең һаны кәмей һәм, ниһайәт, кинотеатр ремонт эштәре үткәреү өсөн ябыла. Яңынан үҙ ишектәрен килеүселәр өсөн «Еңеү» кинотеатры бары тик 1999 йылда ғына аса — бинала косметик ремонт үткәреүҙән тыш, шулай уҡ башҡа техник яңыртыу башҡарыла: кинозал «Dolby Digital» системаһы менән йыһазландырыла һәм киң форматлы экранлыға әйләнә. Һуңғы тапҡыр кинотеатрҙа киноны 2012 йылдың апрелендә күрһәтәләр, шунан һуң уны реконструкциялауға ябалар, ләкин «Еңеү» кинотеатрының эше яңынан тергеҙелмәй.

Архитектура үҙгәртергә

Пландағы тура мөйөшлө кинотеатр бинаһы совет неоклассицизмы стиленә ҡарай, ул Ленин проспектынан квартал эсенәрәк индереп төҙөлгән. Был алым кинотеатрҙың төп ишеге алдында майҙансыҡ яһай һәм тамашасылар өсөн бинаға иркенләп инеү мөмкинлеген бирә. Кинотеатр бинаһы алдындағы буш урын бинаның күләмен һәм архитектура деталдәрен яҡшылап күрергә мөмкинлек бирә[3].

Дөйөм ике япмалы ҡыйыҡ аҫтында бинаның фойелы һәм тамаша заллы ике ҡатлы өлөшө һәм ярзамсы бүлмәләре торған дүрт ҡаты тоташып тора. Фасадты биҙәүҙә ордер төҙөлөшө ҡулланылған була. Бинаның беренсе ҡаты эре рустар менән биҙәлгән һәм коринф ордерының колонналары һәм пилястрҙарының нигеҙе булып тора. Төп фасадының бейектә эскә инеп торған урыны бар, уның күсәре буйынса ишек урынлашҡан. Ошо урындың өҫтөндәге архитрав пьедесталдарҙың ике колоннаһына таянған. Бина эстән һылап-семәрләп биҙәлгән: уның филенка, түбә кессондары, осло йондоҙло диск һәм гирляндалар рәүешендәге барельефтары бар[3].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Историко-культурная экспертиза кинотеатра «Победа» (22 март 2013). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
  2. Не повторит ли "Победа" судьбу "Сампо"? Петрозаводск говорит (3 октябрь 2011). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
  3. 3,0 3,1 Кинотеатр «Победа». КУ «Центр по Госохране Объектов Культурного Наследия». Дата обращения: 8 декабрь 2020.