Ер өҫтө һыуҙары - ер өҫтөндә аға йәки йыйылып тора торған һыуҙар, даими йәки ваҡытлыса булған, һәр ваҡыт яңырып торған һыу ресурстары. Өҫкө сөсө һыуҙың төп һаҡлағыстары булып йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡ, ҡар ҡатламы, боҙлоҡ, быуа, һыуһаҡлағыстар һәм каналдар тора. Һыу әйләнеше запастары төрлө тиҙлек менән яңыртыла бара. Яуым-төшөм, йыллыҡ йылға ағымы күләме, боҫҡа әйләнеү һ. б. уртаса параметрҙар буйынса күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр алып барыла, улар Рәсәйҙең бөтә территорияһы буйынса махсус станцияларҙа һәм постарҙа ғәмәлгә ашырыла[1].

Ер өҫтө һыуҙары
Урын планета өҫтө[d]
Алдағы Ер аҫты һыуҙары
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе испарившаяся вода[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Ер аҫты һыуҙары

Ер өҫтө һыуҙарын өйрәнеү менән гидрология, гидрохимия шөғөлләнә.

Башҡортостанда ер өҫтө һыуҙары үҙгәртергә

Башҡортостан океандарҙан алыҫ ята, уның ер өҫтө һыуҙарының күп өлөшө йылғаларҙан ғибәрәт. Республика йылғаларында йылына уртаса — 25,5 км3 һыу ағып үтә, күрше өлкәләрҙән 9,5 км3 ағып инә.

Башҡортостандың ер өҫтө һыуҙары Волга (75%), Яйыҡ (Урал) (24%) һәм Обь (1%) йылғалары бассейнына ҡарай. Йылғалар селтәре республика буйынса бер тигеҙ генә урынлашмаған: Көнбайыш Уралда (Егән, Еҙем, Инйәр, Ләмәҙ, Нөгөш, Һәләүек һәм Эҫем йылғалары) 0,60—0,80 км/км2 тиң, Өфө яйлаһында һәм Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә (Әй, Дим, Ҡармасан, Сөн,Өршәк, Сәрмәсән йылғалары) 0,25—0,35 км/км2 тиклем кәмей.

Киң йылға үҙәндәре башлыса һаҙмырт. Һаҙлыҡтар шулай уҡ һыу балансына йоғонто яһай. Республикала һуңғы йылдарҙа уларҙы һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡарыла (Сфагнум һаҙлыҡтары).

Башҡортостанда күлдәр һаны 2,2 меңдән ашыу, уларҙың 73%‑ы — Ағиҙел, 12%‑ы — Дим һәм 7%‑ы Ҡариҙел йылғалары бассейнында урынлашҡан.

Йылға ағымдарын файҙаланыу талаптарына тура килтерерлек итеп көйләү зарурлығы бар - билдәле бер ваҡытта тәбиғи режим менән сағыштырғанда ағымды арттырыу йәки кәметеү талап ителә.Был һыуһаҡлағыстар эшсәнлеге менән көйләнә. Һыу ағышы хәрәкәте Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Сәрмәсән,Баҙы, Сөн, Өҫән һәм Яйыҡ йылғаларында көйләнелә, Ағиҙел йылғаһының үрге ҡушылдыҡтарында миҙгелле ташҡындар күберәк тәбиғи үҙағышҡа ҡуйылған[2].

Ер өҫтө һыуҙарының бысраныуы үҙгәртергә

Сөсө һыуҙарҙың бысраныуы киҫкен төҫ ала бара.Рәсәй Федерацияһы закондарында һыуҙы бысратыу экологик енәйәт тип баһалана, уның объектив нигеҙен ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарын, эсергә яраҡлы һыу сығанаҡтарын бысратыу, сүп ырғытыу, һайыҡтырыу, шулай уҡ хайуандар, үҫемлектәр дөньяһына, балыҡ запастарына, урман йәки ауыл хужалығына ҙур зыян килтергән башҡа үҙгәрештәр тәшкил итә.

Эҙемтәләрҙең ауырлығына бәйле рәүештә, һыу бысратыу административ тәртип боҙоу йәки енәйәт булараҡ ҡаралырға мөмкин [3].

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Поверхностные воды//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
  2. Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с. ISBN 5-295-02879-8
  3. Российское законодательство по охране водных объектов

Һылтанмалар үҙгәртергә