Енси диморфи́зм ( бор. грек. δι- — ике, μορφή — форма, рәүеш) — бер үк биологик төрҙәге анатомические различия между инәләре һәм аталары араһында айырма. Енси диморфизм төрлө физик билдәләрҙә сағыла ала[1].

Енси диморфизм
Рәсем
 Енси диморфизм Викимилектә
Ҡырғауылдарҙың инәһе һәм атаһы
Argiope appensa үрмәксеһенең енси диморфизмы

Ҡайһы бер хайуандарҙа, бөтәһенән элек балыҡтарҙа, енси диморфизм парлашыу ваҡытында ғына күренә. Бер теорияға ярашлы, енси диморфизм тоҡомон тәрбиәләүгә күберәк көс һалған биологик төрҙәрҙә нығыраҡ сағыла. Уның кимәле күрһәткесе булып тора, Шулай уҡ ул полигамия күрһәткесе лә булып тора.

Нимә ул - енси диморфизм? үҙгәртергә

 
Тауистарҙың инәһе менән атаһы

Енси диморфизм — дөйөм биологик күренеш, хайуандар һәм үҫемлектәр араһында киң таралған енси айырма. Енси диморфизм ҡайһы бер осраҡтарҙа бындай сифаттарҙың хужаһы өсөн зарарлы булып сыға. Мәҫәлән, ата ҡоштарҙың сағыу ҡауырыйы һәм төҫө, ата тауистарҙың, ожмах ҡоштарының оҙон ҡойроғо осоуға ҡамасаулай. Көслө ҡысҡырыуҙары, йырлауҙары, киҫкен еҫтәре йыртҡыстар иғтибарын да йәлеп итә ала. 1871 йылда быны аңлатыу өсөн Дарвин енси һайланыш теорияһын тәҡдим иткән[2].Тик был теория Дарвин үҙе иҫән сағында уҡ күп бәхәстәр тыуҙырған[3]. Кешеләрҙә енси диморфизм гендер айырмалыҡтарҙа сағыла.


Енси диморфизм һәм популяцияның репродуктив структураһы үҙгәртергә

Енси диморфизм популяцияның репродуктив структураһы менән бәйле булырға тейеш : ул ҡәтғи моногамдарҙа минималь, сөнки моногамдар популяция түгел, ә организм кимәлендә генә енси айырма яһай, ә панмикттарҙа һәм полигамдарҙа дифференциация арта.

Полиандрияла енси диморфизм реверсияһы үҙгәртергә

Полиандрияла инә зат бер нисә ата зат менән уҙаҡлаша. Был умыртҡаһыҙҙарҙа, балыҡтарҙа, ҡоштарҙа, һөтимәрҙәрҙә осрай. Был осраҡта йыш ҡына енси диморфизм реверсияһы күҙәтелә (инә ҡоштар ҙурыраҡ, сағыуыраҡ, ата ҡош оя ҡороп, йомортҡаға ултыра һәм тоҡомо тураһында хәстәрлек күрә, инә өсөн көрәш юҡ). Бындай күренеште эмуларҙа, төҫлө һаралйындарҙа, Phoreticovelia disparata һыу ҡандалаларында күҙәтергә була.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Половой отбор
  • Диморфизм
  • Полиморфизм (биология)|Полиморфизм
  • Гермафродитизм
  • Гендерные различия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Шимкевич В. М. Половые отличия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Дарвин Ч. (1953) Происхождение человека и половой отбор. Соч., 5, М.-Л.
  3. Уоллес Л. (1911) Дарвинизм. М.