Елань Казак музей-мемориаль комплексы

2006

Иҫтәлекле урын
Елань Казак музей-мемориаль комплексы
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһы
Төҙөлгән ваҡыты 2006 йыл
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек
Тышҡы рәсемдәр
Елань Казак Музей-мемориаль комплексы

Елань Казак Музей-мемориаль комплексы — Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһындағы мемориаль комплекс.

Тарихы үҙгәртергә

Елань Казак Музей-мемориаль комплексы Ростов өлкәһенең Шолохов районы Елань станицаһында 2006 йылда асыла

XVII быуатта, Дон йылғаһының һул ярында, Вешенская станицаһынан алыҫ түгел, казактар Елань станицаһына нигеҙ һала. Революцияға тиклемге станицала 10000-ләп кеше йәшәй. Хәҙер Еландә йөҙгә яҡын кеше йәшәй, халҡының бер өлөшө Вешенская станицаһына күскән.

Музей-мемориаль комплексы казак-эшҡыуар Владимир Петрович Мелихов усадьбаһы биләмәһендә урынлашҡан. Комплекс составына инә: музей, Казак-Әсә һәйкәле, генерал Петр Краснов скульптураһы, баш эйеү Тәреһе, аҡ хәрби начальниктар: Е. А. Волошинов, А. М. Каледин, С. В. Денисов, А. М. Назаров, В. М. Чернецов, И. А. Поляковтарҙың барельефы, казактар өсөн фажиғәле урындарҙың иҫтәлекле Тәреһе: Лиенц, Чаталджи, Ҡырым, Новороссийск. Мемориал авторы — скульптор К. Р. Чернявский.

Музей Дон аҡ казактарының иҫтәлеген мәңгеләштерә. Тарихи музей экспозицияһында, казактарҙың мәҙәниәтен, хәрби хеҙмәтен, тарих битен күрһәткән, уларҙың тормошоноң төрлө этаптары материалдары ҡуйылған. Улар араһында: фотолар, шәхси әйберҙәр, китаптар, шәхси көндәлектәр, Дон казагы — генерал-лейтенант Евгений Иванович Балабиндың документтары, иләүес, боронғо һандыҡтар, плакаттар һәм башҡалар. Музей менән йәнәшә винтовка тотҡан, хәрби форма кейгән казактың һәм винтовка менән тубығында торған казактың бронза скульптуралары ҡуйылған[1].

Музейға ингән ерҙә Дон атаманы, Рәсәй Императоры армияһы генералы Петр Николаевич Красновҡа бронза һәйкәл ҡуйылған. Генерал таштар менән көпләнгән бейек пьедесталда баҫып тора итеп һүрәтләнгән, хәрби формала, өҫкә күтәргән уң ҡулында батша биргән дәрәжә билдәһе булған махсус таяҡ. Әсә-казак һәйкәле бейек булмаған постаментҡа ҡуйылған йәш ҡатын-ҡыҙ-казак фигураһынан ғибәрәт. Уның янында төрлө йәштәге ике бала скульптураһы урынлашҡан.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Цветков В. Ж. Белое дело в России. 1917−1918 гг.: формирование и эволюция политических структур Белого движения в России / Науч.рецензенты Лубков Алексей Владимирович, А. Д. Степанский, Д. О. Чураков. — М.: Посев. — 2008..
  • Ципкин Ю. Н. Белое движение в России и его крах (1917−1922 гг.) : Учебное пособие. — Хабаровск: Хабар. гос. пед. ун-т, 2000. — 120 с. — ISBN 5-87155-096-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә