Екатеринбург ваҡыты

сәғәт бүлкәтенең урындағы ваҡыты

Екатеринбург ваҡыты (YEKT) — Урал федераль округының һәм Свердловск өлкәһенең административ үҙәге булған Екатеринбург ҡалаһы урынлашҡан сәғәт бүлкәтендәге урындағы ваҡыттың рәсми булмаған атамаһы.

Екатеринбург ваҡыты
Ҡыҫҡаса атамаһы МСК+2, MSK+2 һәм YEKT
Сдвиг часового пояса 5 сәғәт

Екатеринбург ваҡыты Мәскәү ваҡытынан ике сәғәткә алда (МСК+2)[1] (хәҙерге ваҡытта — UTC+5, 2014 йылға тиклем — UTC+6, 2011 йылға тиклем: ҡыш — UTC+5, йәй— UTC+6). Был ваҡыт Башҡортостан Республикаһында, Пермь крайында, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында рәсми ваҡыт булып иҫәпләнә.

Дөйөм майҙан: 3,55 млн км²

Екатеринбург ваҡыты (UTC+5) донъяның сәғәт бүлкәттәре картаһында:
һары төҫтәЕкатеринбург ваҡыты — UTC+5-тең йыл әйләнәһендәге зонаһы;
зәңгәр төҫтә — UTC+5-тең океандағы зонаһы;
күк төҫтә — UTC+5 ҡышҡы осорҙа (октябрь — март) Төньяҡ ярымшарҙа.

Төбәктәр һәм төп ҡалалар үҙгәртергә

  Рәсәй Федерацияһы:

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә