Екатерина II һәйкәле (Краснодар)


Екатерина II һәйкәле — император Екатерина II монументы, Краснодар ҡалаһында 1907 йылда асылған, 1920 йылда большевиктар тарафынан емерелгән. 2006 йылда тергеҙелгән.

Екатерина II һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснодар
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза, Суйын[d], алюминий һәм сусальное золото[d]
Бейеклеге/буйы 13,8 метр
Карта
 Екатерина II һәйкәле (Краснодар) Викимилектә

Композиция үҙгәртергә

Император ҡулында — скипетр һәм держава, ә ул үҙе батша порфираһы кейгән илаһи хикмәт эйәһе итеп кәүҙәләндерелгән. Һәйкәл постаментының үҙәк өлөшөн 1792 йылдың 1 (12) июлендә бирелгән Жалованная грамота тексы биләй 1 (12) июль 1792 йылда[1] . Һулда кенәз Потемкин-Таврический хәрби һәм ғәскәри байраҡтар фонында һүрәтләнгән. Уң яғында Ҡара диңгеҙ казак ғәскәренең өс атаманы тора : Антон Головатый, Сидор Белый һәм Захарий Чепега. Һәйкәлдең артҡы яғында һуҡыр йыраусы Ккобзарь үҙен йөрөтөүсеһе менән, шулай уҡ Кубань казактары ҡатнашлығында Рәсәйҙең алыштарҙа еңеү исемлеге урынлашҡан.

Һәйкәл тарихы үҙгәртергә

 
Казак атамандарының һүрәте

Һәйкәл проектын билдәле рәссам һәм скульптор Михаил Микешин 1895 йылда Кубань казак ғәскәренең 200 йыллыҡ юбилейына эшләй. Микешиндың ваҡытһыҙ вафат булыуы арҡаһында, уның эшен скульптор Борис Эдуардс айырым ғәскәри төҙөлөш комиссияһы күҙәтеүе аҫтында башҡара. 1896 йылдың көҙөндә һәйкәлгә нигеҙ һалыу тантанаһы була, ә ул 1907 йылдың 6 майында ғына асыла.

Яңы һәйкәл Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, билдәле скульптор Александр Аполлонов тарафынан элекке һәйкәлдең бронза моделе һүрәттәре, архив документтары һәм һыҙмалары буйынса эшләнә. Монумент Ростов дәүләт университетының художестволы иретеп ҡойоу оҫтаханаһында ҡойола, архитектура-скульптура атрибутикаһы Краснодар компрессор заводында эшләнә.

2011 йылда Екатерина II Краснодарҙағы һәйкәленең бәләкәйләтелгән күсермәһе Сочи ҡалаһында асыла.

Техник мәғлүмәт үҙгәртергә

Һәйкәлдең бейеклеге — 13,81 метр, бөтә комплекстың киңлеге 16 метр. Екатерина фигураһының ауырлығы 3 тонна, бейеклеге 4 метр. Скульптура композицияһына барлығы 25 тоннабронза, 12 тонна суйын, 250 кг алюмин һәм 80 грамм сусаль алтыны китә.

Урынлашыуы үҙгәртергә

Һәйкәл ҡаланың төп күсәре башында — Красная урамында, Екатерина скверында урынлашҡан. Һәйкәл ҡаршыһында Краснодар крайының Закондар сығарыу йыйылышы бинаһы тора. Уң яҡта 1853 йылда кенәз Александр Невский хөрмәтенә һалынған һәм уның исеме менән аталған ғәскәри собор, ул да, Екатерина һәйкәле кеүек, 2006 йылда тергеҙелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә