Егоров Сергей Егорович

Егоров Сергей Егорович (11 июль[1] 1905 йыл — 3 июль 1959 йыл) — СССР-ҙың хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-майор. 1954—1956 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының ГУЛАГ лагерҙары начальнигы.

Егоров Сергей Егорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 июль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ярцево[d], Духовщина өйәҙе[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө полководец
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Егорович Егоров 1905 йылдың 11 июлендә Смоленск губернаһы Ярцево ауылында туҡыусы ғаиләһендә тыуған[2].

1919 йылда Ярцев 1-се баҫҡыс мәктәбен тамамлай. 1920 йылдың апрель — ноябрь айҙарында Духовщина өйәҙендәге Юшино ауылында көтөүсе булып эшләй. Ноябрҙән 1921 йылдың мартына тиклем дезертилыҡ буйынса өйәҙ комиссияһында күсереп яҙыусы булып эшләй. Артабан, март-апрель айҙарында, шул уҡ Ярцевола райпотребсоюз курьеры булып хеҙмәт итә. 1920 йылдың апреленән октябргә тиклем тағыла Юшинолда кулак хужалығында көтөүсе була. октябрҙән 1923 йылдың мартына тиклем Ярцев туҡыу фабрикаһында столяр өйрәнсеге була. 1922 йылдың март-сентябрендә — дәүләт кооператив төҙөлөшөндә кесе техник[2].

1924 йылдың сентябренән — ВКП(б) ағзаһы. 1925 йылда Мәскәүҙәге мануфактура-техник училищеһының 5 класын тамамлай.

Артабан ул әлеге училищеның химик лабораторияһында лаборант булып эшләй. 1926 йылдың июленән 1931 йылдың июненә тиклем — Мәскәү кизе-мамыҡ техникумы уҡытыусыһы. 1931 йылда Химик-технология институтын тамамлай. 1931 йылдың майынан 1932 йылдың майына тиклем химик-технология институтының 2-се филиалында производство уҡытыу мөдире (МВТУ-ның элекке химия факультеты)[2].

1932 йылдан Ворошилов.исемендәге академияһында эшләй. 1937 йылдан — партия эшендә. 1939 йылдың 5 мартынан — ГУЛАГ начальнигы урынбаҫары, 11 октябрҙән Дальстрой НКВД начальнигы урынбаҫары. 1945 йылдың 12 мартынан СССР НКВД тау-металлургия сәнәғәте лагерҙары баш идараһында төрлө етәксе вазифаларҙа. 1

1954 йылдың июнендә Еҙҡаҙған ҡасабаһындағы сәйәси тотҡондарҙың ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша[3]. Дала лагерының 3-сө лагерь бүлегендә тәртип урынлаштырыу буйынса саралар планы авторы[4].

26 июнь таңында 40 көн дауамында баш күтәреүселәр контроле аҫтында булған лагерға 1700 хәрби хеҙмәткәр һәм 5 Т-34 танкы бәреп инә. Танкылар ҡоралһыҙ кешеләрҙе, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, аяуһыҙ рәүештә тапайҙар[3]. Баҫтырыуҙан бер көн алда, 25 июндә, Егоров Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[5]. Еҙҡаҙғанға бәреп ингән хәрбиҙәрҙең күпселеге иҫерек булғанға күрә баш күтәреүселәр араһында ҡорбандар бик күп була.

Егоров Еҙҡаҙған ихтилалын баҫтырыуҙа күрһәтелгән канһыҙлыҡты аҡлап сыға. СССР-ҙың Генераль прокуроры урынбаҫары Н. И. Хохлов майор Шевчукты, капитан Стариковты һәм подполковник Шатиловты сәбәпһеҙ ҡорал ҡулланыу өсөн енәйәтсел яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында тәҡдим яһай. С. Е. Егоров прокуратураның тәҡдименә, хәрби эксперттарының тәртипһеҙлек ҡылған енәйәтселәргә ҡаршы ҡорал ҡулланыуҙы законлы тип һығымта яһауын иғтибарға алырға һәм дисциплинар яза менән генә сикләнергә кәрәк, тип яуап бирә[6].

1954 йылдың 5 октябренән 1956 йылдың 4 апреленә тиклем — ГУЛАГ лагерҙары начальнигы.

1956 йылдан — Мәскәү өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығы идараһы начальнигы урынбаҫары. 1957 йылдың 4 февраленән — Мәскәү округы ПВО начальнигы урынбаҫары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Уточнено по надписи на памятнике на могиле на Новодевичьем кладбище
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Петров Н. В. Кто руководил органами госбезопасности, 1941–1954 : Справочник / Междунар. о-во «Мемориал», РГАСПИ, ГАРФ, ЦА ФСБ России. — М.: О-во «Мемориал»: «Звенья»е, 2010. — С. 357. — 1008 с. — ISBN 5-7870-0109-9.
  3. 3,0 3,1 Танки врезались прямо в толпу. Тайна подавления Кенгирского восстания разгадана — «Новая газета» от 10.12.2012
  4. План мероприятий по наведению порядка в 3-м лагерном отделении Степного лагеря на период работы комиссии из представителей МВД и Прокуратуры СССР // История Сталинского ГУЛАГа. Восстания, бунты и забастовки заключенных. Т. 6. — М.: РОССПЭН. — С. 602—605.
  5. Указ Президиума Верховного Совета Союза ССР от 25 июня 1954 года
  6. История Сталинского ГУЛАГа. Восстания, бунты и забастовки заключенных. Т. 6. — М.: РОССПЭН. — С. 636—637.
  7. s:Указ Президиума ВС СССР от 4.06.1944 о награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии Награжден в соответствии с Указом Президиума Верховного Совета СССР от 04.06.1944 «О награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии»]