Егоров Михаил Анисимович

Егоров Михаил Анисимович (13 ғинуар 1905 йыл27 ғинуар 1945 йыл, Кёбен ҡалаһы, Өсөнсө рейх) — 340-сы гвардия уҡсылар полкының  взвод командиры, Советтар Союзы Геройы.

Егоров Михаил Анисимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 27 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (40 йәш)
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Chobienia, Lubin County[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Егоров Михаил Анисимович 1905 йылдың 13 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе  Яңы-Михайловка ауылында тыуған[1].

Тулы булмаған урта белемле. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй, һуңынан Шаран КПСС  район комитетының икенсе  секретары була. 1938 йылдан КПСС ағзаһы. 1943 йылдың апрелендә Шаран район хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһына саҡырыла.

1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай һәм июлдә фронтҡа эләгә.

1945 йылдың 27 ғинуарында Кёбен тораҡ пункты районында Одра йылғаһын аша сыҡҡанда алышта һәләк була, Хобеня ауылында (Польша) ерләнә. 

СССР  Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге указы менән  взвод менән оҫта командалыҡ иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Егоров Михаил Анисимовичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Батырлығы үҙгәртергә

340-сы гвардия уҡсылар полкының взвод командиры (121-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, 1 Украина фронты) гвардия өлкән лейтенанты М. А. Егоров  Кёбен тораҡ пункты районындағы Одра йылғаһын аша сығыуҙа ҡатнаша.  1945 йылдың 26—27 ғинуарында, үҙенең шәхси миҫалында яугирҙәрҙе рухландырып,  беренсе булып  йылға аша сыға.  Взвод уның һул ярында плацдармды баҫып ала, һәм уны тотоп,  башҡа подразделениеларға  уңышлы кисеүгә булышлыҡ итә. Дошман атакаһын кире ҡағып, взвод 30-ҙан ашыу гитлерсыны юҡ итә. М.А. Егоров  шәхсән 5 дошман һалдатын һәм 1 офицерын юҡ итә. Гитлерсылар, беҙҙең подразделениеларҙың  йылдам һөжүмен  тотҡарларға ынтылып, бер нисә тапҡыр контратакаға күсә.

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне с. Михайловка Шаранского района Республики Башкортостан.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 5)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 15, л. 122, 123)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Люди легенд. — Уфа, 1980.
  • Колядин Ф. Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Егоров Михаил Анисимович. «Герои страны» сайты.