Принцесса Шарлотта Евгения Августа Амалия норвег һәм швед (швед. Albertina Augusta Charlotta Amalia av Norge Eugenia och Sverige, 24 апрель 1830 йыл — 23 апрель 1889 йыл) — Норвегия һәм Швеция принцессаһы, Швеция короле Оскар I һәм уның ҡатыны Жозефина Лейхтенбергтың ҡыҙы. Швед яҙыусыһы, композитор, рәссам, скульптор, музыкант һәм филантроб, швед Бернадот король йорто ағзаһы.

Евгения Шведская
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Charlotta Eugenia Augusta Amalia Albertina af Sverige
Титул Швеция принцессаһы[d][2]
Тыуған көнө 24 апрель 1830({{padleft:1830|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[3]
Вафат булған көнө 23 апрель 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][4][5][…] (58 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[3]
Ерләнгән урыны церковь Риддархольмена[d][6][7]
Атаһы Оскар I[d][3][1]
Әсәһе Жозефина Лейхтенбергская[d][3][1]
Бер туғандары Оскар II[d], Карл XV[d], Густав Шведский[d], Август Шведский[d], Hjalmar Högqvist[d] һәм Max Högqvist[d]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Әһәмиәтле кеше Фрида Стенхофф[d]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө композитор, рәссам, скульптор, филантроп, яҙыусы, аристократ, художник-акварелист
Эшмәкәрлек төрө акварельный рисунок[d], Скульптура һәм музыкальная композиция[d]
Уҡыусылар Фрида Стенхофф[d]
Префикс титула Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Монограмма
Сәләмәтлек торошо пневмония
Ҡатнашыусы Svenska konstnärinnornas exhibition[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Кем хөрмәтенә аталған Евгений Богарне[d]
Ойошма ағзаһы Королевская художественная академия[d]
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе покраска[d], акварельный рисунок[d], рисунок[d] һәм Скульптура
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d] һәм Национальная портретная галерея Швеции[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Евгения Шведская Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Принцесса Евгения Швед Короллеге баш ҡалаһы Стокгольмда 1830 йылдың 24 апрелендә тыуған. Ул король Оскар I һәм уның ҡатыны Жозефина Лейхтенбергтың дүрт балаһы араһындағы берҙән-бер ҡыҙы. Жозефина. Принцессаның ике өлкән ағаһы — Карл Густав, Оскар — ҡустыһы Август була. Евгения бала сағында яңғыҙ ҡыҙ бала була һәм ул, мин, ағайҙарым кеүек, малай булып тыуыуымды теләнем, ти.

Бала сағынан ул бик сырхау бала була, шунлыҡтан табиптар бәлки ул туберкулёз менән сирлелер тип уйлай. Был принцессаның оҙаҡ ваҡыт кейәүгә сыҡмауының бер сәбәбе булып тора. Башҡа сәбәбе — Бернадоттарҙың Европала яңы династияһы булыу. Улар династияһы менән никахлашыу Европала популяр булмаған. 1844 йылда Евгенияның ҡартатаһы вафат була, тәхет уның атаһы король Карл XIV күсә, һәм тәхетте уның атаһы Оскар I исеме аҫтында ҡабул итә. Ике йылдан һуң ул ағаһы Карл менән Европала үҙенә кейәү табыу уйы менән сәйәхәткә сыға.

 
Евгения. Яҡынса 1860 йылда.

1852 йылда ул атаһын Бад-Киссингендә дауаларға оҙатып бара. Сәйәхәттә ул пневмония менән, ә уның ағаһы тиф меән ауырып китә Евгения ауырыуҙы еңеп сыға, ә уның яратҡан ағаһы Густав бер нисә көндән вафат була. Ағаһының үлеме принцессаны ныҡ ҡайғыға һала.

Һуңынан ул, «ирһеҙ ғүмер итеү миңә азатлыҡ бирҙе»- тип әйтә. 1858 йылда Швецияла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «балиғ» хоҡуғы төшөнсәһе (тәүҙә теләк буйынса ғына) индерелә, принцесса Евгения, тәүгеләрҙән булып, ул хоҡуҡты алыу өсөн ғариза бирә.

Ҡыш ваҡытында принцесса, сәләмәтлеге насар булғанлыҡтан, һарайҙың бары бер нисә йылы бүлмәһен генә биләй. Шәхси табибы Магнус Хусс уға йомшаҡ һәм йылы климатлы Готландҡа барырға кәңәш бирә. Готландҡа ул 1859 йылда килә, бында ул пляждың ҙур ғына участкаһын һатып ала һәм унда йыш ҡына үҙ һаулығын йүнәлтергә килә. Унда өс ҡатлы ҙур ағас вилла төҙөтә. Пляж комплексы үҙ эсенә пляж өйөн, ҡунаҡ өйөн, хужалыҡ йортон һәм һарайҙы ала.

Ҡаяларҙа принцесса павильонлы, террасалы, шарлауыҡлы, экзотик үҫемлектәр үҫкән гүзәл парк булдыра. 1864 йылда ағаһы мәрхүм булғандан һуң, уның виллаһында ағаһының ҡатыны принцесса Тереза, тыумыштан Саксен-Альтенбург принцессаһы, яңғыҙ Евгения янында ял итә. Уның иң яҡын әхирәте булып псаломдар яҙа белгән Лина Санделль була. Үҙенең «Фридхем» виллаһына Евгения шул ваҡыттың билдәле музыканттарын, яҙыусы һәм шағирҙарын саҡыра.

 
Вилла Фридхем.

Евгения сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. Ул музыка ижад итә, шиғырҙар яҙа, скульптуралар әүәләй, король һарайындағы тормоштан алынған картиналар төшөрә. Принцесса «E*****» псевдонимын ҡуллана. Уның музыкаль әҫәрҙәре араһында фортепиано өсөн пьесалар, вальс, мазурка, йыр һәм марштар бар. Уның арфа уйнау өсөн, квартет, хор һәм дуэттар өсөн композициялары арияларға әйләндерелгән. Шулай уҡ принцесса «Принцессы Швеции» («la de Les Suède princesses») китабын яҙып, нәшер иткән. 1864 йылда ул китап баҫылып сыға. Китап Стокгольмда 1866 йылда халыҡ араһына сығарыла.

Евгения үҙенең әҫәрҙәре өсөн алған аҡсаны социаль проекттар өсөн тота. Король ғаиләһе ҡатын-ҡыҙзары мәрхәмәтлек менән шөғөлләнергә бурыслы була. Евгения был бурысты үтәп кенә ҡалмай, ә мөкиббән мауыға. Үҙ виллаһы янында малайҙар өсөн балалар баҡсаһы, ә бер нисә йыл үткәс — ҡыҙҙар өсөн дә төҙөтә. Ул ҡарттар йорттарын Готландта һәм Стокгольмда төҙөтә. Һаулығының насар булыуы уның медицина менән ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Евгения ҡаты сирлеләр өсөн дауахана төҙөй.

Принцесса Евгения 1889 йылдың 23 апрелендә сәғәт 00.45 сәғәттә 59 йәше тулырҙан бер көн генә алда вафат була. Риддархольм сиркәүе янындағы Бернадоттар төрбәһендә ерләнә. Үҙенең ҙур виллаһын туғаны принц Оскарға мираҫ итеп ҡалдыра.

Шәжәрәһе үҙгәртергә

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
8. Анри Бернадот
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
4. Карл XIV Юхан
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
9. Жанна де Сен-Венсан
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
2. Оскар I
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
10. Франсуа Клари
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
5. Дезире Клари
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
11. Франсуаза Роза Соми
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
1. Евгения Шведская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
12. Александр де Богарне
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
6. Богарне, Евгений
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
13. Жозефина Богарне
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
3. Жозефина Лейхтенбергская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
14. Максимилиан I (король Баварии)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
7. Августа Амалия Баварская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
15. Августа Вильгельмина Гессен-Дармштадтская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Alm, Göran: Prinsessan Eugenie — en glömd värld från Bilder(1987).
  • Press, Barry: och Eugenie Prinsessan Fridhem(1975).
  • Österberg, et Carin al., Svenska kvinnor: föregångare, nyskapare. Lund: 1990 Signum. (91-87896-03-6 ISBN)
  • Lars Elgklou (1995) (in Swedish). Familjen Bernadotte, kunglig en släktkrönika. Trelleborg Skogs boktryckeri. ISBN 91-7054-755-6.
  • Lars Elgklou (1978). Bernadotte. Historien — historier eller — en familj om.. Stockholm: Askild & Kärnekull Förlag AB

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Lundy D. R. Eugenie Bernadotte // The Peerage (ингл.)
  2. Dictionary of Women Worldwide (ингл.): 25,000 Women Through the Ages / A. Commire, D. KlezmerDetroit: Gale, Yorkin Publications, 2006. — 2572 p. — ISBN 978-0-7876-7585-1
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Eugénie (C. Eugénie A. A. A.) (швед.) — 1917.
  4. 4,0 4,1 Eugenia Bernadotte // KulturNav (ингл.) — 2015.
  5. 5,0 5,1 Eg. Charlotta Eugénie Augusta Amalia Albertina // Norsk biografisk leksikon (билдәһеҙ)Kunnskapsforlaget. — ISSN 2464-1502
  6. Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 465.
  7. Bernadotteska gravkoret