Дәүләт әләме майҙаны (Баҡы)

Дәүләт әләме майҙаны (әзерб. Meydanı Dövlət Bayrağı) — Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡылағы, Әзербайжан Республикаһы флагы урынлашҡан майҙан.

Дәүләт әләме майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Майҙан 60 ± 1 гектар
Карта
 Дәүләт әләме майҙаны (Баҡы) Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

2007 йылдың 17 ноябрендә Әзербайжан Президенты Баҡы ҡалаһында Дәүләт флагы майҙанын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуя. Уға 30 декабрҙә Әзербайжан Хәрби-диңгеҙ көстәренең төп базаһынан алыҫ булмаған Баилово биҫтәһе эргәһендә нигеҙ һалына[1].

Проект билдәле америка компанияһы Trident Support Америка компанияһы тарафынан әҙерләнә һәм уны Azenko Әзербайжан компанияһы тормошҡа ашыра[2].

2010 йылдың 1 сентябрендә Дәүләт флагы майҙанды асыу тантанаһы үтә, унда Әзербайжан флагы күтәрелә[3][4].Флагшток 2011 йылда Дүшәмбелә 165 метрлы флагшток төҙөлөп бөткәнгә тиклем, донъяла иң бейеге була[5][6].

2010 йылдың 24 ноябрендә Президент Указы Әзербайжан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағында Дәүләт флагы майҙаны комплексы идаралығы булдырыла, 2011 йылдың 27 апрелендә Рашад Рафаэль оглы Мәмәдов уның начальнигы итеп тәғәйенләнә[7][8].

2011 йылдың 16 майында «Евровидение 2012» өсөн Дәүләт флагы майҙанында 20 000 кеше һыйҙырышлы махсус концерт комплексы төҙөлөүе тураһында иғлан ителә[9][10][11]. 2017 йылдың авгусында флагшток һүтеп алына[12][13]

Инцидент үҙгәртергә

2010 йылдың 3 сентябрендә дауыл һөҙөмтәһендә йыртылғандан һуң, флаг алмаштырыла[14][15].

2011 йылдың 2 февралендә ныҡ көслө елдә флагшток һелкенә башлай. Әзербайжандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, белгестәрҙең тиҙ арала хәүефһеҙлек буйынса күргән саралары һәм профилактика һөҙөмтәһендә тирбәлеү туҡтатыла[16], флаг на некоторое время был спущен, а жители близлежащего 9-этажного дома эвакуированы из-за опасения, что 220-тонный флагшток может упасть[17].

Тасуирлама үҙгәртергә

Файл:Макет Площади Государственного флага.jpg
Гейдар Алиев Мәҙәни үҙәгендәге майҙан макеты
 
Әзербайжандың почта маркаһында

Майҙаны 60 гектар ерҙе биләй, уның үрге өлөшө 31 мең квадрат метр тәшкил итә. Флагштоктың бейеклеге — 162 метр, нигеҙенең диаметры — 3,2 метр, ә өҫкө өлөшөкө — 1,09 метр. Конструкцияның дөйөм ауырлығы — 220 тонна. Флагтың киңлеге 35 метр, оҙонлоғо — 70, дөйөм майҙаны — 2450 квадрат метр, ә ауырлығы — яҡынса 350 килограмм. Майҙанды төҙөү яҡынса 32 миллион долларға барып баҫа[2][18].

Яңыса технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә флагшток секундына 58 метр (209 км/с) иҫкән ел ҡеүәтен дә күтәрә ала. Әммә елдең тиҙлеге 20 м/с булғанда, флаг төшөрөлөргә тейеш. Эшләүселәр иҫәпләүенсә, Баҡыла бындай көндәр һаны йылына 40-50-нән артмай.

Майҙанда шулай уҡ Әзербайжандың дәүләт символдары — бронза һәм алтын ялатылған бронзанан эшләнгән герб, гимн тексы һәм карталар бар, Дәүләт флагы музейы ойошторолған[2].

Музей 2010 йылдың 9 ноябрендә, Дәүләт флагы көнөндә асыла. Ул һигеҙ саталы йондоҙ (Әзербайжан гербында һәм флагында шундай уҡ йондоҙ төшөрөлгән) формаһында эшләнгән һәм флагшток пьедесталы аҫтында урынлашҡан. Музейҙа хәҙерге Әзербайжан территорияһында һәм совет йылдарында Әрмәнстанға бирелгән Әзербайжан ерҙәрендә йәшәгән дәүләттәрҙең һәм ханлыҡтарҙың реставрацияланған флагтары, байраҡ башы XVIIXVIII быуаттарҙағы байраҡ баштары, Әзербайжандың төрлө йылдарҙа ҡабул ителгән Төп Законы, почта маркалары, аҡса өлгөләре, ордендар һәм миҙалдар, Бойондороҡһоҙ Әзербайжан дәүләтенең тарихы сағылдырған фотографиялар һәм документтар урын алған[19].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

 
лагштоктың һәм Баҡы бухтаһының төнгө күренеше
  • Дәүләт флагы майҙаны

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. АзерТАдж. В Баку состоялась торжественная церемония открытия Площади Государственного флага
  2. 2,0 2,1 2,2 Бакинский рабочий. В Баку состоялась торжественная церемония открытия площади государственного флага
  3. Euronews. Президент Азербайджана: «наш флаг будет развеваться над Нагорным Карабахом» 2011 йыл 10 сентябрь архивланған.
  4. guardian.co.uk. Tajikistan aims to capture tallest flagpole record
  5. В Душанбе построили самый высокий в мире флагшток
  6. Tallest unsupported flagpole
  7. АзерТАдж. Указом Президента Азербайджана создано Управление Комплекса площади Государственного флага(недоступная ссылка)
  8. Day.az. Назначен начальник Управления комплекса площади Государственного флага Азербайджана.
  9. Special concert complex for Eurovision 2012 to be built in centre of Baku. Дата обращения: 16 май 2011. Архивировано 11 июль 2012 года. 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
  10. Azerbaijan Business Center - Special concert complex for Eurovision 2012 to be built in centre of Baku 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
  11. Для «Евровидения-2012» будет построена новая арена? — ANSPRESS.COM 2011 йыл 6 октябрь архивланған.
  12. Sputnik. Вице-премьер объяснил демонтаж флагштока на Площади флага. ru.sputnik.az. Дата обращения: 12 ноябрь 2018.
  13. Зейналов, Магеррам. Азербайджан: куда делся когда-то самый высокий флаг в мире (en-GB), BBC News Русская служба (8 ноябрь 2018). 12 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  14. Радио Свобода. Флаг против ветра. 2011 йыл 14 март архивланған.
  15. ANS-Press. Что же произошло с самым высоким флагом в мире? 03.09.2010.(недоступная ссылка)
  16. apa.az:МЧС Азербайджана распространило сообщение в связи с проблемой, возникшей на флагштоке на площади Государственного флага 2011 йыл 5 февраль архивланған.
  17. World's Largest Flag Taken Down After Flagpole Wilts In Azerbaijan  (инг.)
  18. 1news.az. Над Баку развевается самый высокий флаг в мире
  19. Президент Азербайджана принял участие в открытии Музея Государственного Флага