Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы

Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18 сентябрь 1935 йыл) — почта элемтәһе алдынғыһы. 1955—90 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969).

Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Һынны ауылы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Советтар Союзында «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ булған өс почтальондың береһе (Төкөлдөшев Касымалы һәм Исабабаева Гәсәр Муштак ҡыҙы менән бергә).

Биографияһы үҙгәртергә

Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы Дәүләтҡолова[1]1935 йылдың 18 сентябрендә БАССР-ҙың Благовар районы Иҫке Һынны ауылында тыуған. Төп белем биреү мәктәбенең 8 класын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда Благовар районының «Марат» колхозында хисапсы булып башлай. Һуңынан Өфө почтамында эшләй: 1955 йылдың ғинуар айынан — элемтә бүлексәһе почтальоны, 1964 йылдан — почтальондар бригадиры.

Әнүзә Дәүләтҡолова почтальон һөнәрен бөтә камиллығы менән үҙләштерә, даими рәүештә илдең иң яҡшы почтальондарының алдынғы эш алымдарын индерә. Бәләкәй генә, 6 кешенән торған бригада коллективы, социалистик йөкләмәләрҙе йыл һайын 110—115 процентҡа үтәй. Бригада шәхси секторҙың 5 участкаһын хеҙмәтләндерә (1150-гә яҡын торлаҡ йорт), көн һайын 1 000-дән ашыу дана гәзит, журнал, 500 хат һәм перевод тарата.

Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы, уң ҡулының ҡул суғы булмауға ҡарамаҫтан, үҙ эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ун туғыҙынсы биш йыллыҡ йөкләмәһен (19711975) 1974 йылдың 5 июненә тамамлай, йәғни 18 ай ваҡытынан алда тормошҡа ашыра, 5220 һумлыҡ һәм тағы ла биш йыллыҡ аҙағына тиклем 3 300 һум суммаға почта продукцияһын һата.

Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы йәштәргә хәстәрлек күрһәтә, улар менән үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, үҙенең эшләү дәүерендә 96 почтальонды һөнәргә өйрәтә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм социалистик йөкләмәләрен үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1976 йылдың 5 мартында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1977 йылдан алып Өфө почтамында (43-сө, 50-се, 71-се элемтә бүлектәре) хаттар һәм матбуғат таратыу участка бригадиры булып эшләй. 1990 йылда хаҡлы ялға сыға.

Әлеге ваҡытта Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы[2] Өфө ҡалаһында йәшәй.

Ғаиләһе: ире, ҡыҙы Эльвира, улдары Радик, ӨДАТУ-ын тамамлаған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Чванова Т. До новой встречи, улица //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977;
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сергей Каргапольцев, Владимир Рогов. Давлеткулова Ануза Шарифулловна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.