Дәүләтшин Абдулғәзиз Абдулла улы

Абдулғәзиз Абдулла улы Дәүләтшин (1861 йылдың 20 июле —1920) — рәсәй хәрби шәрҡиәтсеһе. Генерал-майор (1913).

Абдулғәзиз Абдулла улы Дәүләтшин
Тыуған ваҡыты

20 июль 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы

Үлгән ваҡыты

12 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (58 йәш)

Вафат урыны

Петроград, РСФСР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы РСФСР

Хеҙмәт итеү йылдары

18801920

Хәрби звание

Ҡалып:РИА, Генерал-майор

Командалыҡ итеү

Рус император армияһы Баш штабының Азия өлөшө, Ҡыҙыл армияһындағы башҡорт кавалерия частарының инспекторы

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы үҙгәртергә

Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе дворяндарынан. Мосолман динен тотоусыларҙан. Атаһы-Абдулла Дәүләтша улы Дәүләтшин(1813-1883), полковник, төрлө ваҡыттарҙа 1 һәм 10-сы башҡорт кантондарының башлығы булған, Хиваға ҡаршы һуғышында ҡатнашҡан. Ырымбур губернаһының ауылдарында мулла булып эшләгән. А.Д.Дәүләтшин төрк,фарсы,ғәрәп телдәрен белгән[1]. А.А.Дәүләтшин Үҙ йортонда белем алған.

Хәрби карьераһының башы үҙгәртергә

1880 йылдың 20 авгусында 1-се Павловск хәрби училищеһында рядовой званиелы юнкер булып хәрби хеҙмәт юлын башлай. 1882 йылдың 7 авгусында Мәскәү хәрби округының 2-се резерв артиллерия бригадаһына прапорщик булып килгән. 1882 йылдың 7 авгусында подпоручик дәрәжәһенә үрләтелә. 1886 йылдың 7 авгусынан поручик. Сит ил эштәре министрлығының Азия департаменты (1890) эргәһендәге көнсығыш телдәре буйынса Офицер курстарын тамамлаған. Ғәрәп һәм төрөк телендә һөйләшә белгән.

Закаспийский өлкәһендәге хеҙмәте үҙгәртергә

1890 йылдың 2 авгусынан Закаспийский өлкәһендә ғәскәр командующийы ҡарамағында торған. 1890 йылдың 9 авгусынан 1898 йылдың 6 мартына саҡлы Фарсыстан сигендә урынлашҡан Красноводский өйәҙе Ҡара-Ҡала участкаһы приставы һәм был участканың сик буйы комиссары вазифаларын башҡарған. 1893 йылдың 30 авгусынан штабс-капитан. 1898 йылда хажға барыу һылтауы менән, Һиджазға разведка маҡсаты менән ебәрелгән.

Баш штабта үҙгәртергә

1899 йылдың 14 майында үҙен ыңғай күрһәткәне өсөн капитан дәрәжәһенә күтәрелә һәм Баш штабтың начальнигы ҡарамағына күсә. 1904 йылдың 26 февраленән подполковник. 1907 йылдың 23 июненән Баш штабтың Азия бүлеге эштәр башҡарыусыһы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 1907 йылдың 6 декабрендә айырым ҡаҙанышы өсөн полковник дәрәжәһенә күтәрелә[2].1910 йылдың 10 сентябренән Баш штабтың Азия өлөшөндә эштәр башҡарыусыһы. 1913 йылдың 6 декабренән айырым хеҙмәте өсөн генерал-майор дәрәжәһенә эйә була[3]. 1917 йылдың апрель — авгусында Ваҡытлы хөкүмәттең Төркөстан комитеты ағзаһы (Ташҡәнт).

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәте үҙгәртергә

1918 йылдан алып Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Бөтә Рәсәй Баш штабында хеҙмәт итә. 1919 йылда дәүләттең көнсығыш региондарында хеҙмәт итерлек һәм сит илдәрҙә разведка эштәрен алып барыу маҡсатында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Баш штабы Академияһында көнсығыш телдәрен белгән Ҡыҙыл Армия командирҙарын әҙерләү инициативаһы менән сығыш яһап, Академия эргәһендә көнсығыш бүлеге булдырыуҙы тәдим итә[4]. Сәйәси география, исламды өйрәнеү буйынса хеҙмәттәр авторы. 1906—1914 йылдарҙа "Санкт-Петербургта йәмиғ мәсете төҙөү комитеты"ның йәмғиәт рәйесе.

Наградалары үҙгәртергә

  • 3-сө дәрәжәле Изге Станислав ордены (Рәсәй империяһы) (1896)
  • 2-се дәрәжәле Изге Станислав ордены (1906)
  • 2-се дәрәжәле Изге Анна ордены (1910)
  • 3-сө дәрәжәле Изге Владимир ордены (1915)

Фильмдар үҙгәртергә

2013 йылда «Рәсәй ғорурлығы булған мосолмандар» документаль фильмының өсөнсө серияһы — «Мәккәгә юл. Абдулғәзиз Дәүләтшин» фильмы үҙендә саф намыҫлы мосолманды һәм рәсәй патриотын бергә бәйләгән Абдулғәзиз Дәүләтшин тормошо тураһында.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Военная история башкир: Энциклопедия/гл.ред.Асфандияров А.З.-Уфа:Башк.энцикл.,2013 С.149-150
  2. Список полковникам по старшинству. Часть I, II и III. Составлен по 1-е мая 1909 г. — Санкт-Петербург, 1909. С. 1002
  3. Список генералам по старшинству. Исправлен по 10 июля 1916 г. — Пг. — 1916. с. 119
  4. Густерин П. В. Восточный факультет Военной академии РККА им. М. В. Фрунзе. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing, 2014. — С. 3. — ISBN 978-3-659-37302-2.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә