Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы

Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (20 декабрь 1894 йыл — 12 декабрь 1963 йыл) — башҡорт милли һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре.

Абдулла Сибәғәтулла улы Дәүләтшин
Тыуған көнө

20 декабрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Яңы Казак утары (хәҙерге Орск ҡалаһының Новоказачий ҡасабаһы)

Вафат булған көнө

12 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы үҙгәртергә

Абдулла Сибәғәтулла улы Дәүләтшин 1894 йылдың 20 декабрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1894 йылдың 2 сентябрендә), Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Яңы Казак утарында (хәҙерге Орск ҡалаһының Яңы Казак ҡасабаһы) башҡорт казагы ғаиләһендә тыуа[1].

1912 йылдан Орск ҡасабаһы берләшкән казак мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1916 йылдан «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡыта.

1917 йылдың май-июнендә Ырымбур крайы Казак мосолмандары үҙәк комитеты рәйесе урынбаҫары була. 1918 йылда РКП(б)-ға инә. Граждандар һуғышында ҡатнаша.

Большевиктарҙың Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын ҡулға алғандан һуң, 1918 йылдың 17 февралендә Ырымбур ҡалаһында революцион кәйефле бер төркөм башҡорт йәштәре, шул иҫәптән «Тулҡын» союзы ағзалары, һул башҡорт хәрәкәтенең яңы етәксе органын — Башҡортостан Ваҡытлы революцион советын ойоштора. Уның рәйесе итеп Абдулла Дәүләтшин һайлана[1].

1918 йылдан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының Көнсығыш фронты 1-се армияһының 1-се Айырым Волга буйы татар-башҡорт уҡсылар бригадаһы штабында хеҙмәт итә.

1920—1921 йылдарҙа РКП(б)-ның Орск өйәҙ комитетында эшләй. 1920-се йылдарҙан башлап И. В. Сталин исемендәге Шәреҡ хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында уҡыта, ВКП(б) Үҙәк комитеты эргәһендәге «Нәшриәт» нәшриәтендә, СССР халыҡтарының үҙәк нәшриәтендә хеҙмәткәр була.

1930 йылда Мәскәү дәүләт университетының химия факультетын тамамлай. 1934 йылдан СССР Фәндәр академияһы Органик химия институтының директор урынбаҫары, СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш филиалы (Владивосток ҡ.) ғилми секретары була.

1937 йылдан СССР Әҙәбиәт һәм нәшриәттәр эштәре буйынса баш идаралыҡ хеҙмәткәре була, 1941—1943 һәм 1953—1956 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы предприятиеларында эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010.

Һылтанмалар үҙгәртергә