Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (18981974) — совет хирургы, медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, (1967), РСФСР-ҙың (1958) һәм БАССР-ҙың (1948) атҡаҙанған табибы.

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 август 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңауыл, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө хирургия[d]
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Себер дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы 1898 йылдың 20 авгусында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Сәфәр улусы Яңы Шишмә ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) тыуған. 1924 йылда Дәүләтов Әхмәт Томск университетының медицина факультетын тамамлай һәм Республиканың Белорет районы тораҡ пункттарында Тирлән, Белорет, Инйәрҙә һәм башҡа урындарҙа участка врачы һәм хирургы булып эшләй. 1932 йылда Башҡорт медицина институты асылғандан һуң, ул анатомия кафедраһы, ә аҙаҡ дөйөм хирургия кафедраһы ассистенты була. Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башта Өфөгә эвакуацияланған госпиталдәрҙә баш хирург булараҡ ҡатнаша, ә 1942 йылда командир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медик-санитар эскадронының өлкән хирургы булып тәғәйенләнә. Ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944), «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943), «Сталинградты обороналаған өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «СССР ҡораллы көстәренә 50 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң Дәүләтов Ә.С. Башҡорт медицина институтында эшләй, ә 1951 йылдан институттың хирургия кафедраһы менән етәкселек итә. Фәнни хеҙмәттәре үт ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында хирургик ярҙам ысулдарын эшләүгә, йыуан эсәктең онкологик патологияһын өйрәнеүгә арналған, шулай уҡ Дәүләтов хирург ҡулдарын махсус ысул менән эшкәртеүҙе һәм яра инфекцияһын тоҙ кислотаһының йомшаҡ иретмәһен ҡулланып профилактикалауҙы, паренхиматоз органдарҙың зарарланғанда, елек һөйәге һынғанда ҡан туҡтатыу өсөн плацентар туҡыманың ҡулланыу ысулын тәҡдим итә[1]. Профессор етәкселегендә 5 кандидатлыҡ диссертацияһы, 3 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Шулай уҡ Ә. С. Дәүләтов 65 фәнни эш һәм «Профилактика и лечение гнойно-инфицированных ран желудочным соком и соляной кислотой» монографияһы авторы, ул урыҫса-башҡортса-латинса медицина терминдары һүҙлеген төҙөүселәрҙең береһе[2].

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы 1974 йылдың 2 ноябрендә вафат була һәм Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнә.

Хәтер үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының 1995 йылдың 12 майындағы 172-се ҡарары менән Өфө ҡалаһының 10-сы Профессиональ лицейына данлыҡлы хирург Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы исеме бирелә[3].
  • Өфөлә Пархоменко, 97 урамы буйынса Дәүләтов йәшәгән йортҡа уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Давлетов Ахмет-Сагадат Гареевич(недоступная ссылка)
  2. Давлетов А.С.
  3. История лицея(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә